Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы

тарихсы ғалим
(Лариса Әсхәт ҡыҙы Ямаева битенән йүнәлтелде)

Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы (7 ноябрь 1955 йыл5 ғинуар 2022 йыл) — башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2004). Рәсәй Империяһы мосолмандары һәм төбәктәге ислам тарихын өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡ тикшеренеүҙәре институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1]
Тыуған урыны Улан-Удэ, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 5 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты[1]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты[1]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d][1] (2004)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Лариса Әсхәт ҡыҙы Ямаева 1955 йылдың 7 ноябрендә Бүрәт-Монгол АССР-ының (хәҙерге Бүрәт Республикаһының) баш ҡалаһы Улан-Удэла Совет Армияһының хәрби хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған.

1974 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында лаборант булып эшләй башлай һәм бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының киске бүлегендә уҡый, уны 1979 йылда тамамлай[2].

1978—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1977 йылдан КПСС ағзаһы.

1982—1983 һәм 1987—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларында эшләй.

1986 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай[2].

2004 йылда «тарих фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2]

1994—2003 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар университеттың Ватан тарихы кафедраһы мөдире, 2005 йылдан — тарих һәм хоҡуҡ факультеты деканы.

2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — бүлек мөдире һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡ тикшеренеүҙәре институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

Ғалим оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан 2022 йылдың 5 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре ХХ быуат башындағы рәсәй мосолмандарының сәйәси тарихына, башҡорттарҙа ислам дине таралыуы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышланған. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[4].

1986 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2003 йылда Ырымбур дәүләт университетында «Либеральное общественно-политическое движение российских мусульман в начале XX в.» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].

Ғилми хеҙмәттәре[2]

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә