Лазибная Анастасия Александровна
Лазибная Анастасия Александровна (2 сентябрь 1983 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. Оло йәштәге кешеләр өсөн уңайлыҡтар буйынса актуаль информация тәҡдим иткән «Өләсәй-олатай» Рәсәй онлайн-сервисының нигеҙләүсеһе, һәм тағы ла «Мамушка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры һәм нигеҙләүсеһе.
Анастасия Александровна Лазибная | |
Тыуған көнө |
2 сентябрь 1983 (41 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Сайт | |
Биографияһы
үҙгәртергәАнастаси́я Алекса́ндровна Лазибна́я 1983 йылдың 2 сентябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған. Юғары белемде Санкт-Петербург халыҡ-ара менеджмент институтында ала[1]. Биш йыл дауамында штаб-фатиры Көньяҡ Африка Республикаһының Кейптаун ҡалаһында урынлашҡан Naspers медиагруппаһының Рәсәй вәкиллегендә M&A Russia менән етәкселек итә[1]. Бер аҙ ваҡыт мобиль сервис компанияларының береһендә инвестицион директор булып һәм «J’son and Partners Consulting» агентлығының өлкән консультанты булып эшләй.
2011 йылда Анастасия Лазибнаяның пенсионерҙар өсөн Рәсәйҙәге тәүге информацион сайтты төҙөү идеһы тыуа, һәм шул уҡ йылда ул «Мамушка» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтен теркәй. Оло йәштәге кешеләр өсөн уңайлыҡтар буйынса актуаль информация тәҡдим иткән «Өләсәй-олатай» Рәсәй онлайн-сервисының сайты 2012 йылда эшләй башлай[2][3].
Mail.Ru Group компанияһы ярҙамында Анастасия Лазибная «Оло йәштәге кешеләр өсөн „цифрлы донъяны“ нисек асырға?» (рус. «Как открыть „цифровой мир“ для людей старшего возраста?») темаһына арнап «Социаль технологиялар йылытмаһын» ойоштора, бында ул планлаштырылған «Бөтә йәштәгеләр өсөн компания» проекты хаҡында хәбәр итә[4]. 2013 йылда компаниялар өсөн тәүге «бизнес биснесҡа һөйләй» форматындағы ағартыу семинарын ойоштора, уның төп маҡсаты булып илле йәштән үткән специалисттарҙы эшкә алыусы компанияларҙың тәжрибәһен таратыу булып тора[5]. Шул уҡ йылдың 7 октябрендә социаль сферала проекттарҙы тормошҡа ашырыусы эшҡыуарҙарҙың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премьер-министры Д. А. Медведев менән осрашыуҙа ҡатнаша[6][7].
2014 йылда Лазибная оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибарҙы йәлеп итер өсөн «Модалы подиум 50+» күрһәтеүҙе ойоштора[8]. Шул уҡ йылда «Быуындар союзы» (рус. «Союз Поколений») мәрхәмәтлелек йәмәғәт проекты конкурсының жюри составына индерелә[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ольга Черепанова. Лазибная Анастасия . Национальная конференция «Общество для всех возрастов». Дата обращения: 11 июнь 2015. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Ольга Черепанова. Российским пенсионерам поможет «БАБА-ДЕДА» . Мир 24 (17 март 2013). Дата обращения: 11 июнь 2015. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Зера Черешнева. Нескучная старость, или Интерактивный портал «Баба-Деда» . Коммерсантъ (2 март 2015). Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Мария Борисёнок. Как открыть «цифровой мир» для людей старшего возраста? Практические советы и готовые решения . Теплица социальных технологий (5 май 2015). Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Лазибная Анастасия . Социальное предпринимательство России. Дата обращения: 11 июнь 2015. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ СПИСОК участников встречи с предпринимателями в социальной сфере 7 октября 2013 года . government.ru. Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Председатель Правительства РФ Дмитрий Медведев встретился с предпринимателями, реализующими проекты в социальной сфере . Центр Развития Предпринимательства Московской области. Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Модный подиум 50+ . Интернет-журнал «Третий возраст. Подари себе молодость!» (10 октябрь 2014). Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Итоги конкурса «Союз Поколений» 2014 . Общественный проект «Союз поколений». Дата обращения: 11 июнь 2015.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Коллектив авторов. Глава 5. Четыре истории социальных предприятий // Социальное предпринимательство в России и в мире. Практика и исследования / Редактор Московская А. А., рецензент Чепуренко А. Ю.. — Высшая школа экономики, 2013. — С. 114—124. — 286 с. — ISBN 5759808834.