Өләсәй-олатай
Өләсәй-Олатай (рус. Баба-Деда) — оло йәштәге кешеләр өсөн уңайлыҡтар буйынса актуаль информация тәҡдим иткән Рәсәй онлайн-сервисы. 2012 йылда Рәсәйҙә тәүге пенсионерҙар өсөн махсус булған интернет-портал кеүек ойошторола. Ул — интернетта ресурстар каталогы һәм шул уҡ ваҡытта оло йәштәге кешеләргә уңайлыҡтар эшләргә әҙер булған коммерциялы һәм коммерциялы булмаған ойошмалар күпселеге менән булған эҙләү системаһы.
Өләсәй-Олатай | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
Әйе |
Сайт тибы: |
информацион-белешмә |
Теркәлеү: |
Мотлаҡ түгел |
Теле: | |
Инеүселәр һаны: |
50 мең ҡулланыусы (2015)[1] |
Сервер урынлашҡан: | |
Милексе: |
ЯСЙ «Мамушка» |
Автор: | |
Эшләй башлаған: |
2012 |
Ағымдағы статус: |
Эшләй һәм үҫешә |
Төшөм: |
▲ 2 миллион һум (2014 йыл)[1] |
Тарихы
үҙгәртергә2011 йылда пенсионерҙар өсөн Рәсәйҙәге тәүге информацион сайтты төҙөү уйы тыуа, шул уҡ ваҡытта был проектың нигеҙләүсеһе, Анастасия Лазибная, «Мамушка» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтен теркәй. Мобиль сервистары компанияларының береһендә инвестицион директоры тәжрибәһен ҡулланып, Анастасия планлаштырылған порталды социаль бизнес кеүек эшләргә уйлай: «Мин волонтёрҙар башлауҙарына ышанмайым. Команданы берләштереү, уларҙан һорап булһын һәм яуаплылыҡ булһын өсөн кешеләргә түләргә кәрәк. Кешеләр яуаплылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу тойорға тейештәр». Лазибная фекерҙәштәр командаһын йыя һәм 2012 йылда «Өләсәй-Олатай» (рус. Баба-Деда) исемле сайт ойоштора, сайтҡа үҙенең 200 мең һум аҡсаһын һала[2][1].
2013 йылда портал яңы проектарға ярҙам итергә тейеш булған стратегик инициативалар агентствоһынан, дәүләт структураһынан, информацион һәм административ ярҙам ала[3]. Сайт «Быуындар бәйләнеше» дүртенсе бөтөн Рәсәй конкурсының премияһына лайыҡ була, «социаль эшҡыуарлыҡ һәм социаль яуаплы бизнес» категорияһында беренсе урын ала[4].
2014 йылға ҡарата компанияның йыл әйләнеше 2 миллионға тиклем күбәйә, ә инвестициялар дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумға тигеҙ була. «Өләсәй-олатай» сайты «Иң яҡшы социаль әһәмиәтле стартап» номинацияһында еңеп, Юғары экономика мәктәбенең «Стартап года» бөтә Рәсәй премияһының лауреаты була[5]. Компания Social Impact Award халыҡ-ара социаль эшҡыуарҙар премияһының Рәсәй этабында ҡатнаша — финалға үтә алманы, әммә жюри ағзалары компанияны Рәсәйҙең иң яҡшы ете социаль бизнес ойошмалары исемлегенә керетә[6].
«Mail.Ru Group» ярҙамында проект етәксеһе, Анастасия Лазибная, «Нисек оло йәштәге кешеләр өсөн „цифрлы донъяны“ асырға» тигән темаға «Социаль технологиялар теплицалары» митабын үткәрә, шунда «Бөтә йәштәр өсөн компания» тураһында һөйләй[7]. Компания табыш алыуға йүнәлтелмәгән, әммә авторҙар эшләгән бизнес-модель уңышлы була, уларҙың һанауҙары буйынса, 2015 йылдың дауамында проект зыянһыҙ эшләүгә һәм таҙа табыш алыуға сығырға тейеш, сөнки сайтты ҡарауҙар һәм һатып алырлыҡ тәҡдимдәр һаны күбәйеп тора. Күбеһенсә ойошманың табышы түләүле уңайлыҡтар тәҡдим иткән һәм сайтта урынлашҡан компанияларҙан алынған коммисиянан барлыҡҡа килә[1].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСайттың төп эше — оло йәштәге кешеләр өсөн актуаль информация еткереү. Порталда бер-нисә уңайлыҡтар категорияһы тураһында мәғлүмәт бар: вакансиялар, сәйәхәт ҡылыуҙар, спорт, уҡыу курстары, банк уңайлыҡтары, страховкалау, медицина һәм кеше артынан ҡарау, бүләктәр һәм байрамдар — бөтә уңайлыҡтар һатып алыусының йәш үҙенсәлектәре буйынса махсуслаштырылған. Уңайлыҡтар сорттарға айырыла һәм улар йәшәү урынын, хаҡын (түләүһеҙ һәм түләүле уңайлыҡтар), характерын һәм күрһәтелгән уңайлыҡтар үҙенсәлеген һанаған интерактив эҙләү системаһы ярҙамында алып ташлана ала[3].
Даими рәүештә Рәсәй ҡалаларында компанияның эшселәре «Ни эшләп компанияға илле йәштән артыҡ булған белгесте алыу ҡыҙыҡ булыр» темаһына семинарҙар үткәрәләр, яңы партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөйҙәр[8]. Порталға фондтар, банкылар, популяр интернет-проектар, хантинг агентстволар һәм корпорациялар ярҙам итә. Унан башҡа, команда йыш айырым саралар үткәрер өсөн аҡсалар еңә. Мәҫьәлән, улар «50-нән артыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» тигән мода күргәҙмәһен үткәрергә грант еңәләр[1][9].
Социаль әһәмиәте
үҙгәртергәПроектың төп маҡсаты — хеҙмәт баҙарында йәш буйынса дискриминацияға ҡаршы көрәшеү һәм халыҡты оло кешеләрҙең халыҡ хужалығының төрлө өлкәһендә яҡшы эшләүе тураһында күндереү. Сайт оло кешеләрҙең йәмғиәт эсенә интеграцияһына һәм оло кешеләр араһында эш менән булышлыҡты күбәйеүенә булышлыҡ итә, ә был үҙ сиратында тормош һәм ҡәнәғәтләндереүлек кимәлен күтәреүгә, социаль көсөргәнешлектең әҙәйеүенә, оҙаҡ йәшәү өсөн яҡшы мөхит килеп сығыуына, оло йәштәге кешеләр өсөн уңайлыҡтар баҙарын үҫтереүгә стимулдар булыуына килтерә[3][10].
Кешеләр хаҡлы ялға сығалар ҙа нимә эшләргә белмәйҙәр. Ә беҙ күп мөмкинселектәр булыуын сайтта күрһәтәбеҙ — күңел асыу өсөн генә түгел, ә эш өсөн дә. … Интернетта мәғлүмәт бик әҙ. Шуның өсөн беҙ бөтә ерҙә лә эҙләйбеҙ. Ҡала һәм район гәзиттәрен йыябыҙ, шунда иғландар эҙләйбеҙ, мәҫьәлән, түңәрәк асыу тураһында. Шул саҡ тулылыҡтарҙы асыҡлау өсөн беҙ шунда шылтыратабыҙ йә яҙабыҙ һәм шунан ғына сайты баҫтырып ҡуябыҙ. Кешеләр беҙгә майҙанға кеүек ышаналар. Ошо сәбәп арҡаһында беҙ шәхси биттәр өсөн шәхси иғландарҙы баҫтырып сығармайбыҙ. Әгәр компаниянан аңлатыу беҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә йә беҙ бер мәғәнәле булмаған бер-нимә күрәбеҙ, тимәк беҙ уны ла үткәрмәйбеҙ.— Анастасия Лазибная[11]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Зера Черешнева. Нескучная старость, или Интерактивный портал «Баба-Деда» . Коммерсантъ (2 март 2015). Дата обращения: 6 май 2015.
- ↑ Ольга Черепанова. Российским пенсионерам поможет «БАБА-ДЕДА» . Мир 24 (17 март 2013). Дата обращения: 6 май 2015. 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Баба-Деда . Агентство стратегических инициатив (5 май 2015). Дата обращения: 6 май 2015.
- ↑ Победители IV Всероссийского Конкурса «Связь Поколений» . Конкурс «Связь Поколений» (25 октябрь 2013). Дата обращения: 6 май 2015. 2016 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Итоги премии «Стартап года» 2014: названы лучшие стартапы страны . НИУ ВШЭ (17 декабрь 2014). Дата обращения: 6 май 2015. 2015 йыл 5 май архивланған.
- ↑ Алексей Ница. Названы лучшие проекты премии Social Impact Award 2014 . Теплица социальных технологий (30 май 2014). Дата обращения: 6 май 2015.
- ↑ Мария Борисёнок. Как открыть «цифровой мир» для людей старшего возраста? Практические советы и готовые решения . Теплица социальных технологий (5 май 2015). Дата обращения: 6 май 2015.
- ↑ Баба-Деда на работе . Беҙҙең киләсәк (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 6 май 2015.
- ↑ Ольга Черепанова. Интернет-проект «Баба — деда» организовал модный показ с участием женщин старшего возраста . Агентство социальной информации (10 октябрь 2014). Дата обращения: 6 май 2015. 2015 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ Римма Авшалумова. Каждая пятая компания отказывает в найме специалисту старше 50 лет . Ведомости (25 ноябрь 2014). Дата обращения: 3 май 2015.
- ↑ Анна Гусева. Старикам тут место . UrbanUrban (19 ноябрь 2013). Дата обращения: 3 май 2015. 2015 йыл 30 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Өләсәй-олатай — проектың рәсми сайты