Лазарева Люциана Васильевна

Лазарева Люциана Васильевна (13 июнь 1928 йыл — 22 март 2005 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, колхоз бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Лазарева Люциана Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 июнь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Удмурт Республикаһы, РСФСР, СССР
СССР
Вафат булған көнө 22 март 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Удмурт Республикаһы, Рәсәй
Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Люциана Васильевна Лазарева 1928 йылдың 13 июнендә Удмурт АССР-ының Завьялов районы Завьялово ауылында тыуған. Уның атаһы «Ҡыҙыл хеҙмәт» колхозында бухгалтер, фронтта Ржев ҡалаһы янында 1942 йылдың 20 февралендә һәләк була.

1943 йылда хисапсылар курсын тамамлағандан һуң, «Ҡыҙыл хеҙмәт» колхозында — һәләк булған атаһы урынына хисапсы булып эшләй[1].

1953 йылдан Пазелинский агромәктәбен тамамлағандан һуң, Азимская машина-трактор станцияһында агроном-йәшелсә үҫтереүсе булып эшләй. 1955 йылдан 1959 йылға тиклем — «Ҡыҙыл хеҙмәт» колхозында агроном-йәшелсә үҫтереүсе, 1959 йылдан — Завьялов районының «Рәсәй» колхозында агроном- орлоҡсолоҡ белгесе булып эшләй. 1964 йылда егерме биш трактор, ун ике автомашина, алты комбайн, 2550 һөрөнтө ер, эре мөгөҙлө мал һәм сусҡа фермаһына эйә булып, составында 250 кеше — механизаторҙар, баҫыу белгестәре, малсылар булған комплекслы бригаданы етәкләй. 1965 йылда бригада ҙур уңыш ала: борсаҡ — 22,9 ужым арышы — 26,7, бойҙай — 22,4, арпа — 28, картуф — 150,4 ц/га[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге Указы менән "етештереүсәнлектә өлгәшкән юғары һөҙөмтәләре һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген әҙерләүҙә һәм техниканы юғары етештереүсәнле ҡулланыуҙа уңыштары өсөн Люциана Васильевна Лазареваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Л. В. Лазарева производство эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта ҙур ижтимағи эш тә алып бара — «Рәсәй» колхозының комсомол ойошмаһы секретары, 1972 йылдан 1978 йылға тиклем — партия ойошмаһы секретары була. Лазарева 1948 йылда ауыл Советы һәм Завьялов районы Советы депутаты итеп һайлана. 1970 йылда Удмурт АССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана.

2005 йылдың 22 мартында Удмурт Республикаһының Завьялов районы Завьялово ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Удмуртская Республика: энциклопедия / Гл. ред. В. В. Туганаев; [УрО РАН, Удмурт. ин-т истории, яз. и лит.]. — 2-е изд., испр. и доп. — Ижевск: Удмуртия, 2008 г. — 765 с. — ISBN 978-5-7659-0486-2