Лазарева Галина Михайловна

Лазарева Галина Михайловна (4 март 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы. 1956—1996 йылдарҙа Ульяновск ҡалаһының техник училищеһы, лицейы, тимер юл транспорты уҡытыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Лазарева Галина Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 4 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Курганинский район[d], Армавирский округ[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Галина Михайловна Лазарева 1930 йылдың 4 мартында Краснодар крайының Ҡурған районы Константиновская станицаһында тыуған[1][2]

1947 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡырым өлкәһенең Симферополдәге Дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлап, Орел өлкәһенең Инзенский районы Глотовка ауылына урта мәктәпкә эшкә ебәрелә[3][4].

1953 йылда Ульяновскта төпләнә, Горький исемендәге фабрика эргәһендә фабрика-завод училищеһына сәйәси-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһында эшкә инә. 1954—1956 йылда ВЛКСМ-дың Ульяновск ҡала комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире була. 1956 йылда 2-се техник училищеға уҡытыу эшенә күсә (1963 йылдан — 5-се ГПТУ, 1967 йылдан — № 3 ТУ, 1985 йылдан —15-се Ульяновск СПТУ-һы, 1990 йылдан — Ульяновск тимер юл лицейы, 2001 йылдан — Ульяновск тимер юл транспорты техникумы). 1996 йылда был уҡыу йортонда дөйөм алғанда 40 йылға тиклем эшләй, һуңынан пенсияға сыға[5][6].

Ульяновск ҡалаһында йәшәй[7][8]. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша[9][10]. Шәхси архив фондын Ульяновск өлкәһенең яңы дәүләт тарихы архивына һаҡлауға тапшыра[11][12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә (1978 йылдың 27 июне) — уҡытыу эшендә һәм уҡыусыларға коммунистик тәрбиә биреүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[13]. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә уҡытыусыларҙың Бөтә союз съезына делегат була, СССР буйынса профессиональ-техник белем биреү буйынса был исемде биреүе өсөн Дәүләт комитетына рәхмәт белдерә[14], был исемгә Ульяновск өлкәһенән 72 лайыҡ булғандарҙың 70-сеһе була[15].
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21 июль 1971)[16][17].
  • РСФСР-ҙың профессиональ-техник белем биреүҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966 йылдың 9 июле) — профессиональ-техник белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[18].
  • РСФСР Министрҙар Советы һәм СССР Мәғариф министрлығының почет грамоталары, Ульяновск өлкә профессиональ-техник белем биреүҙең почет китабына индерелә (1965), Ульяновск ҡала думаһы почет грамоталары (2010)[12], «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70-йыллығы көнөндә Ульяновск өлкәһендә байрам парады иҫтәлегенә» Ульяновск өлкәһе губернаторының иҫтәлекле билдәһе (2015)[19][20].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тимур Каримов.;Лазарева Галина Михайловна; Герои страны.;Дата обращения 23 апреля 2018.
  2. Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна; Государственный архив новейшей истории Ульяновской области;Дата обращения 23 апреля 2018.
  3. Тимур Каримов. Лазарева Галина Михайловна. Герои страны. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  4. Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  5. Тимур Каримов. Лазарева Галина Михайловна. Герои страны. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  6. Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  7. В День Героев Отечества в Ульяновской области пройдут праздничные мероприятия. Губернатор Ульяновской области (7 декабрь 2011). Дата обращения: 23 апрель 2018.
  8. Тимур Каримов. Лазарева Галина Михайловна. Герои страны. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  9. В Ульяновской области власти региона и общественники почтили память Владимира Ленина. Ульяновская правда (22 апрель 2018). Дата обращения: 23 апрель 2018.
  10. Памятный миллион. Ульяновцы получат премию Ленина в день рождения вождя мирового пролетариата. Ульяновская правда (23 апрель 2018). Дата обращения: 23 апрель 2018.
  11. Приём документов на государственное хранение. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области (9 ғинуар 2017). Дата обращения: 23 апрель 2018.
  12. 12,0 12,1 Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  13. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда наиболее отличившимся учителям». — Ведомости Верховного Совета СССР. — Верховный Совет СССР, 5 июля 1978. — С. 385. — 396 с.
  14. Всесоюзный съезд учителей, 28-30 июня 1978, Москва: стенографический отчёт. — Москва: «Педагогика», 1979. — С. 288. — 342 с.
  15. Герои Социалистического Труда. Законодательное собрание Ульяновской области. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  16. Тимур Каримов. Лазарева Галина Михайловна. Герои страны. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  17. Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. Дата обращения: 23 апрель 2018.
  18. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР «О присвоении почетного звания заслуженного учителя профессионально-технического образования РСФСР работникам профессионально-технического образования Ульяновской области». — Ведомости Съезда народных депутатов Российской Федерации и Верховного Совета Российской_Федерации. — Издание Верховного Совета РСФСР, 14 июля 1966. — С. 579. — 590 с.
  19. 30 ветеранам знаки «В память о праздничном параде в Ульяновской области в день 70-летия Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.» вручил Губернатор Сергей Морозов. Губернатор Ульяновской области (14 сентябрь 2015). Дата обращения: 23 апрель 2018.
  20. Губернатор Сергей Морозов наградил заслуженных жителей Ульяновской области знаками отличия. Губернатор Ульяновской области (7 ноябрь 2015). Дата обращения: 23 апрель 2018. 2018 йыл 24 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә