Көньяҡ, Ишембай ҡалаһының КөньяғыБашҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының юҡҡа сыҡҡан муниципаль берәмеге. 2002—2004 йылдарҙа ғәмәлдә була.

Көньяҡ
Нигеҙләү датаһы 2002
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2004

Һыу артерияһы үҙгәртергә

Ағиҙел йылғаһы, Тәйрүк йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы), Буҙайғыр шишмәһе (Тәйрүк йылғаһының ҡушылдығы).

Автомобиль юлдары үҙгәртергә

Ишембай — Салауат, Ишембай — Мәләүез, Индустрия шоссеһы.

Сиге үҙгәртергә

Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә: сик Ишембай — Салауат автомобиль юлы буйынса үтә, артабан Индустрия шоссеһы буйынса, Ағиҙел йылғаһын аша сыға, Бульвар урамы буйлап Тәйрүк йылғаһына тиклем бара, йылға аша сыға, Ишембай ҡалаһының «Тәйрүк-1» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйынса һәм Ишембай урмансылығы (62-се квартал) дәүләт урман фонды сиге буйынса, артабан 62, 68, 61, 59 квартал араһындағы ҡырҡынты буйлап Ишембай районының «Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы» муниципаль берәмеге менән сиккә тиклем бара, көнсығышҡа борола һәм дәүләт урман фонды сиге буйынса (59 квартал) Буҙайғыр йылғаһына тиклем бара;

көнсығыш өлөшөндә: Буҙайғыр шишмәһе буйлап Смаҡай биҫтәһенә тиклем, артабан Ишембай районының «Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы» муниципаль берәмеге сиге буйынса Тәйрүк йылғаһына тиклем, һуңынан Ишембай районының «Байғужа ауыл советы» муниципаль берәмеге сиге буйынса Ишембай ҡалаһының көньяҡ сигенә тиклем;

көньяҡ өлөшө: Ишембай — Воскресенск автомобиль юлынан 200 м алыҫлыҡта урынлашҡан нөктәнән башланып, артабан автомобиль юлын киҫеп үтә һәм Ишембай районының «Скворчиха ауыл советы» муниципаль берәмеге сиге буйынса Ишембай урмансылығының дәүләт урман фонды ерҙәре сигенә тиклем, артабан дәүләт урман фонды ерҙәре буйлап (72-се квартал) төньяҡ-көнбайышҡа боролошҡа тиклем;

көнбайыш өлөшөндә: сик төньяҡтан Ишембай — Салауат автомобиль юлы буйынса 750 м оҙонлоғонда, унан һуң көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км автомобиль юлы буйлап Ишембай станцияһы тимер юл вокзалына, артабан көньяҡ-көнсығышҡа табан 200 метр Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан совхоз-техникум ерҙәре буйлап, аҙаҡ 200 метр көньяҡҡа Салауат ҡалаһы менән сиккә тиклем. Артабан көньяҡ-көнсығышҡа 680 м, 200 м көнсығышҡа, көньяҡҡа 600 м, көньяҡ-көнбайышҡа 1,6 км Салауат ҡалаһы менән сиккә тиклем, артабан көньяҡ-көнсығышҡа табан Ағиҙел йылғаһына тиклем, һуңынан Ағиҙел йылғаһы буйлап 400 м, көньяҡ-көнсығышҡа боролоп Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәненә тиклем, һуңынан Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап 400 м, һуңынан көньяҡ-көнбайышҡа 600 м, артабан 1,65 км Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәне буйлап ҡаланың көньяҡ сигенә тиклем.

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостанда 2001 йылдың 25 июлендә Башҡортостан Республикаһының 235- з һанлы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү тураһында» Закон ҡабул ителә. Закон төбәктең муниципаль берәмектәре биләмәһенең рәсми исемен, сиктәрен һәм составын билдәләй.

3-сө статьяның Ишембай ҡалаһына ҡағылышлы өлөшөндә ике муниципаль берәмек күрһәтелә:

  • Ишембай ҡалаһының төньяғы
  • Ишембай ҡалаһының көньяғы

Ишембай ҡалаһының Көньяғы муниципаль берәмегенең сиктәре Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 426-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһының Көньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» законы менән билдәләнә.

Был закон 2004 йылдың 17 декабрендә, Башҡортостан Республикаһы 2004 йылдың 17 декабрендә 126-сы һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Закон ҡабул иткәндән һуң, көсөн юғалта. Закондың 7-се «Башҡортостан Республикаһының норматив хоҡуҡи акттары көсөн юғалтыуын таныу» статьяһында былай тип билдәләнә:

45) Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 426-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһының Көньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» Законы (Дәүләт Йыйылышы, Президент һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ведомостары, 2003, N 3 (159), 114 статья);

Әҙәбиәт үҙгәртергә

2001 йылдың 25 июлендәге Башҡортостан Республикаһының 235-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы 12.07.2001 ҡабул иткән).

Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 25 декабрендәге 426-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһының Көньяғы муниципаль берәмеге сиктәрен тасуирлау тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Закондар сығарыу Палатаһы —10.12.2002 ҡабул иткән).

Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-сы һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 16.12.2004 ҡабул иткән)