Көньяҡ фронттың август контрһөжүме (1919)
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
Көньяҡ фронттың август контрһөжүме (14 август — 12 сентябрь 1919) — Ҡыҙыл армияның Көньяҡ фронты ғәскәрҙәренең Деникиндың аҡ гвардиясылар армияһына (ВСЮР) ҡаршы һөжүме. Һуғышты ике һөжүм төркөмө алып бара, төп удар Дон өлкәһе йүнәлешенә яһала. РККА ғәскәрҙәре заданиены үтәй алмай, әммә уларҙың ғәмәлдәре Деникин армияһының артабанғы һөжүмен тотҡарлай[1].
Көньяҡ фронттың август контрһөжүме (1919) | |||
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Дон ғәскәре өлкәһенең, Воронеж һәм Курск губерналарының төньяҡ өлөшө | ||
Нәтижә |
Ҡыҙыл армия алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешә алмай, әммә Деникин армияһының алға китешен тотҡарлай | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
| |||
Алдағы хәлдәр
үҙгәртергә1919 йылдың 3 июлендә А. И. Деникин Мәскәүгә һөжүм итеү тураһындағы директиваны иғлан итә һәм Ирекле армияның төп һөжүмен Курск, Орел, Тула аша планлаштыра. РККА ғәскәрҙәре яҡынса 1400 км һуҙымында оборона алыштары алып бара һәм август башына Яңы Украинка, Ромодан, Обоян, Лиски, Борисоглебск, Камышин, Владимировка, Черный Яр сигендә аҡтарҙың һөжүмен туҡтатыуға өлгәшә. Бынан һуң ҡыҙыл ғәскәрҙәр контрһөжүмгә күсеүгә әҙерләнә башлайҙар[1].
Көстәр ҡуйылышы
үҙгәртергәКөньяҡ фронты ғәскәрҙәренең һаны (командующийы В. Н. Егорьев, РВС ағзалары Г. Я. Сокольников, М. К. Владимиров, Л. П. Серебряков, М.M. Лашевич) 15 августҡа ҡарата 150,5 мең штык, 23,7 мең ҡылыс, 719 орудие, 3197 пулемет 15 авгусҡа тиклем тәшкил итә; шулай уҡ нығытылған райондарҙа 35 мең штык һәм ҡылыс, 129 орудие, 184 пулемет, запас частарҙа — 50 меңдән ашыу кеше була[1].
Көньяҡ фронтҡа ҡаршы генерал А. И. Деникиндың дөйөм командованиеһы аҫтындағы төп көстәре Дон армияһы (командующийы генерал В. И. Сидорин), Кавказ армияһы (командующийы генерал П. Н. Врангель) һәм Ирекле армия (командующийы В. З. Май-Маевский) составында һуғыша. Был ғәскәрҙәрҙең дөйөм һаны 100,96 мең штык, 43,25 мең ҡылыс, 303 орудие тәшкил итә[2][3].
Ике яҡтың пландары
үҙгәртергәБашта РККА командованиеһы һөжүмдең бер нисә вариантын күҙ уңында тота. .Баш командующий И. И. Вацетис Харьков йүнәлешендә төп һөжүмде 14-се, 13-сө һәм 8-се армиялар көстәре менән башҡарырға ниәтләй. 9-сы һәм 10-сы армиялар, Волга һәм Дон араһында һөжүм итеп, ярҙам итергә тейеш була. Көньяҡ фронт командующийы В. Н. Егорьев төп көстәрҙе Новохоперск — Камышин районында тупларға һәм төп һөжүмде, Харьков йүнәлешендә тик кәртә ҡалдырып, түбәнге Хопер һәм түбәнге Дон йүнәлешендә башҡарырға тәҡдим итә[2].
Главком Вацетисты алыштырған С. С. Каменев Деникин ғәскәрҙәрен тар-мар итеү маҡсатында Көньяҡ фронттың һул флангыһы менән Дон өлкәһенә табан һөжүм итергә тәҡдим яһай[4] Әлеге планды РКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы хуплай, бер Л. Д. Троцкий ғына ҡаршы була — ул төп һөжүмде Харьков йүнәлешендә яһарға кәрәк тип һанай[2][5].
Шулай итеп, төп ударҙы Көньяҡ фронттың һул флангыһы көстәре ярҙамында Бөтә Дон өлкәһе аша Новочеркасск һәм Ростовҡа һөжүм итеү планлаштырыла; был флангта 9-сы һәм 10-сы армиялар, С. М. Буденныйҙың атлы корпусы составындағы В. И. Шориндың махсус төркөмө туплана — барлығы 52,5 мең штык, 14,5 мең ҡылыс, 314 орудие, 1227 пулемет.) Дөйөм һөжүм фронтының оҙонлоғо 760 км тәшкил итә. 14-се армия, Лозоваяға һөжүм итеү бурысын алғас, Селивачевтар төркөмө һөжүменә үҙ өлөшөн индерергә тейеш була[1].
РККА-ның контрһөжүме 2-5 авгусҡа билдәләнгән була, әммә көньяҡ фронтҡа әкренләп тулыландырыу, запас, ҡорал, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек күсеүе арҡаһында әҙерлек тамамланмай. Булдырылған ғәскәрҙәр төркөмө төп удар йүнәлешендә етерлек көс һәм саралар менән тәьмин ителмәй[1].
Аҡтар командованиеһы яҡынлашып килгән контрһөжүм тураһында белеп ҡала һәм иҫкәртеү сараларын күрә.10 августа Мамонтовтың аҡ гвардия 4-се Дон кавалерия корпусы 8-се һәм 9-сы ғәскәрҙәр сигендә ҡыҙылдар фронтын йырып үтә һәм, Көньяҡ фронттың тылына сығып, Тамбовҡа табан хәрәкәт итә башлай. Мамонтов атлыларының ғәмәлдәре РККА-ның контрһөжүмен әҙерләүгә һәм үткәреүгә ныҡ ҡамасаулай. Бынан тыш, 12 августа генерал Кутеповтың 1-се армия корпусы 13-сө армияның уң флангыһына һөжүм итә һәм Курск һәм Рыль йүнәлештәрендә һөжүм итеп, 13-сө һәм 14-се армиялар араһындағы бәйләнештәрҙе өҙә[1].
Операция барышы
үҙгәртергәШориндың махсус төркөмө ғәмәлдәре
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Августовское наступление Южного фронта. Карта боевых действий. |
14 августа Шорин төркөмө ғәскәрҙәре, Волга-Кама флотилияһының Волга буйы отряды ярҙамында (5 пушка, 16 кәмә, 1 йөҙөүсе батарея) аҡ гвардия Дон армияһына һәм Кавказ армияһына ҡаршы һөжүм башлай, уларҙың һаны 12,3 мең штык, 21,9 мең ҡылыс, 93 орудие, 249 пулемет тәшкил итә. 10-сы армия ғәскәрҙәре Буденныйҙың кавалерия корпусы менән берлектә Камышин һәм Царицынға һөжүм итә; Усть-Хопёрскаяға — 9-сы армия. Август аҙағында Буденныйҙың кавалерия корпусы Островский ауылынан көнбайыштараҡ генерал Сутулов казак дивизияһын тар-мар итә һәм 10-сы армия менән бергә Серебряково-Зеленовский ауылы районында аҡ ғәскәрҙәргә көслө һөжүм яһай һәм 4 бронетанк поезын баҫып ала[1][6].
Сентябрь башында Царицын өсөн ауыр һуғыштар башлана. 5-8 сентябрҙә 10-сы армия ғәскәрҙәре һәм Буденный кавалерия корпусы частары һөжүмен дауам итә. Аөтарҙың көслө уты аҫтында окоптар һәмҡойма сымдарын штурмлайҙар, әммә ҙур юғалтыуҙар арҡаһында һөжүмде туҡтатырға мәжбүр булалар.9 сентябрҙә аҡ ғәскәрҙәр 10-сы армия ғәскәрҙәренә ҡаршы 12 батарея, бронемашиналар һәм танктар ярҙамында пехота һәм кавалерияның ҙур көстәре менән һөжүм башлайҙар, бер нисә районда ҡаты һуғыштар барышында 10-сы армияның частарын сигенергә мәжбүр итәләр. 11 сентябргә ҡарата Царицын тирәһендә әүҙем хәрби ғәмәлдәрә туҡтатыла[1][6].
Көньяҡ фронт командованиеһы Буденныйҙың кавалерия корпусын. артабан уны Новохоперскиға Мамонтов кавалерия корпусына ҡаршы ебәреү өсөн, 10-сы армия составынан сығарырға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта ойошторолған кавалерия корпусы командующийы Ф. К. Миронов рөхсәтһеҙ Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы фронтҡа сығырға ҡарар итә.. Был аҙым фетнә тип ҡабул ителә һәм Буденныйҙың кавалерия корпусы көстәре уны юҡ итеүгә йүнәлтелә. 13 августа Миронов ҡулға алына, ә уның 500 яугиры ҡоралһыҙландырыла[1].
9-сы армияның һөжүме бик яй үҫешә, сөнки аҡ ғәскәрҙәр бик ныҡ ҡаршылаша. Тик 21 авгусҡа армия ғәскәрҙәре ҡәтғи боролошҡа өлгәшә һәм аҡ гвардия Дон армияһының частарын Хопер һәм Дон йылғаларына табан этәрә башлай.12 сентябрҙә 9-сы армия ғәскәрҙәре Хопер йылғаһы аша үтә һәм 150—180 километрға төпкә үтә, әммә артабанғы һөжүм уңышһыҙ була.
Селивачев төркөмө ғәмәлдәре
үҙгәртергә15 августа Селивачев төркөмө Дон армияһы көстәренең бер өлөшө һәм Ирекле армияның уң ҡанаты ғәскәрҙәренә һөжүм башлай, уларҙың һаны 20,5 мең штык, 9,2 мең сабер, 69 орудие, 208 пулемет тәшкил итә. Дон һәм Ирекле армиялар киҫешенә төп һөжүмде удар төркөм (3-сө һәм 42-се уҡсылар дивизияһы һәм 13-сө армияның кавалерия бригадаһы, 12-се, 15-се, 16-сы һәм 13-сө уҡсылар дивизияһы) башҡара[1][6].
27 августҡа Селивачев төркөмөнөң һул флангы ғәскәрҙәре, 60 км юл үтеп, Яңы оскол, Бирюч, Валуйки ҡалаларын биләйҙәр; уң флангта Белгородҡа яҡынлашалар; үҙәктә, 150 км үткәс, Купянскиға яҡынлашалар, а уңдараҡ Харьковтан 40 км алыҫлыҡта туҡталалар. 1 сентябргә ҡарата төркөм ғәскәрҙәре Волчанск, Купянск, Валуйки , Подгорное станцияһы (Россоштан төньяҡта) линияһына барып сығалар. Селивачев төркөмө ғәскәрҙәренең һөжүме Шорин төркөмө менән үҙ-ара бәйләнешһеҙ, уның менән бер-береһенән айырылып торған йүнәлештә һәм флангтарҙың артта ҡалыуы менән үткәнгә күрә, ғәскәрҙәр уңайһыҙ хәлгә эләгә. Тылда Мамонтов төркөмө бәйләнеште һәм тыл коммуникацияларын өҙөү менән шөғөлләнә[1][6].
Аҡтар үҙ көстәрен Селивачев төркөмөнөң флангтарында туплайҙар һәм 26 августа һөжүмгә күсәләр. Белгород тирәһенән Корочаға, Яңы осколға Кутеповтың 1-се армия корпусының ике дивизияһы, генерал Шкуроның 3-сө Кубань атлы корпусы һөжүм итә. Карпенков, Красное, Самотеевка районынан Бирючҡа 8-се Пластун һәм 2-се дон дивизиялары һөжүм итәләр. Аҡтар Селивачев төркөмөнөң төп ғәскәрҙәрен ҡамауға алырға һәм ҡыйратырға тырыша. Ҡыҙылдарҙың ғәскәрҙәре 12-се һәм 42-се уҡсы дивизиялары ярҙамында ҡаршы торалар һәм 15 сентябрҙә Сейм йылғаһы буйына сигенәләр. 14-са армия дивизиялары, Селивачев төркөмөнә ярҙам итеү өсөн, Һөжүм итә башлайҙар. әммә уңышһыҙлыҡҡа тарыйҙар һәм артҡа сигенәләр[1][6].
Йомғаҡтары
үҙгәртергәРККА-ның Көньяҡ фронтының август контрһөжүме маҡсаттарына ирешә алмай. Был бер нисә сәбәп менән бәйле, атап әйткәндә, һөжүм итеүсе төркөмдәрҙә, айырыуса кавалерияла көстәрҙең булмауы, шулай уҡ Мамонтовтың кавалерия корпусы менән көрәшеү өсөн ҙур көстәрҙе йәлеп итеү менән бәйле. Дон өлкәһе йүнәлешендә төп ударҙы һайлау ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙе урындағы халыҡ яғынан дошманлыҡ шарттарында эш итергә мәжбүр итә. Көньяҡ фронттың ике төркөмө һөжүме айырым йүнәлештә һәм төрлө ваҡытта бара һәм аҡтар уларҙы өлөшләп кире ҡағырға мөмкинлек алалар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл армияның контрһөжүме Ирекле армияға Курск һәм Орелға табан һөжүм йәйелдереүгә ҡамасаулай. Ҡыҙылдар үҙәк рәсәй һәм илдең көнсығыш райондары араһында коммуникацияларҙы һаҡлап алыуға өлгөшөр һәм көнсығыштан аҙыҡ-түлекте һәм резервтарҙы ваҡытында алып килеүҙе тәьмин итәләр[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Августовское контрнаступление Южного фронта, 1919 // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 1983.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918—1921. Глава десятая.
- ↑ Егоров А. И. Разгром Деникина 1919 г. Глава восьмая.
- ↑ Шишкин С. О планах борьбы с армией Деникина. // Военно-исторический журнал. — 1963. — № 3. — С.21-36.
- ↑ З. Л. Серебрякова. Письмо Льва Троцкого и некоторые вехи истории 2010 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 История гражданской войны в СССР, т. 4, М., 1959. С. 216—227
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 1983.
- История гражданской войны в СССР, т. 4, М., 1959. С. 216—227
- Ганин А. В. Последние дни генерала Селивачева: Неизвестные страницы Гражданской войны на Юге России. М.: Кучково поле, 2012. 320 с.: ил. ISBN 978-5-9950-0250-5
- Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918—1921. — СПб.: Полигон, 2002.
- Егоров А. И. Разгром Деникина 1919 г. // Гражданская война в России: Разгром Деникина. — М.: ACT; СПб.: Terra Fantastica, 2003.
- Деникин А. И. Очерки русской смуты. В 5-ти тт. М.: Айрис-пресс, 2006.