Көнсығыш Урта диңгеҙ университеты

Көнсығыш Урта диңгеҙ университеты (төр. Üniversitesi Akdeniz Doğu) — Төньяҡ Кипрҙың Фамагуст ҡалаһында урынлашҡан боронғо төп юғары уҡыу йорто. 1979 йылда төрөк-киприоттар өсөн технологик институт булараҡ асыла[2]. 1986 йылда ул дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Кампус Фамагуста ҡалаһынан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Көнсығыш Урта диңгеҙ университеты
(ВСУ)
Исеме

Doğu Akdeniz Üniversitesi (DAÜ)

Халыҡ-ара исеме

Eastern Mediterranean University (EMU)

Девиз

«For your international career»

Асылған йылы

1979

Тип

Дәүләт

Ректор

Абдулла Озтопрак[1]

Студенттар

16 000

Урынлашыуы

Ҡалып:НП в ТРСК, Фамагуста

Сайт

www.emu.edu.tr

Университетта 139 программа (11 факультет һәм 5 мәктәп) бар. Уҡытыу тулыһынса инглиз телендә алып барыла. Инглиз теле буйынса белемен яҡшыртырға теләгән студенттар өсөн әҙерлек мәктәбе бар.

Университет 1979 йылда юғары технологиялар институты булараҡ ойошторола. Институтта студенттар гражданлыҡ төҙөлөшө, электротехника һәм машиналар эшләү факультеттарында уҡый башлай. Тәүге осорҙа өс йыллыҡ уҡытыу программаһы була, юғары уҡыу йортонда 105 студент белем ала. 1984 йылда граждандар төҙөлөшө, электртехника һәм машиналар эшләү факультеттары дүрт йыллыҡ уҡыу программаһына күсә. 1985 йылда Төрөк Республикаһы һәм донъяла танылыу алмаған Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы Хөкүмәте «ВСУ» исеме аҫтында университет асыу тураһында килешеү төҙөй. Төркиә Республикаһының юғары белем биреү буйынса Советы ағзалары университет итеп үҙгәртеп ҡороу маҡсаты менән Юғары Технология институтына бара.

1986 йылда Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы парламенты ҡарары һәм Төньяҡ Кипрҙың мәғариф фондын булдырыу (18/86) тураһындағы ҡарары менән Юғары технологиялар институты «ВМУ» исемле дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Инженерия, сәнғәт һәм фән, бизнес һәм иҡтисад факультеттары, иҫәпләү һәм техника мәктәбе асыла.

1990 йылда архитектура факультеты, шулай уҡ туризм мәктәбе һәм ҡунаҡхана менеджменты асыла. 1996 йылда юридик факультет, 1997 йылда элемтә факультеты, 1999 йылда педагогия факультеты асыла.

2005 йылда ВМУ Европа университеттары ассоциацияһы (берҙәм Кипр университеты булараҡ[3]) и Международной ассоциацией университетов (как университет Турции[4].) һәм Халыҡ-ара университеттар ассоциацияһы (Төркиә университеты булараҡ) ағзаһы була.

Китапхана

үҙгәртергә

Университет китапханаһы утрауҙа иң ҙурҙарҙың береһе булып тора, китап фонды 120 меңдән ашыу китап тәшкил итә. Уның ҙур лекция залы конференциялар һәм саралар үткәреү өсөн файҙаланыла. Йыш ҡына музыкаль концерттар уҙғарыла. Классик музыка тыңлау бүлмәһе 1998 йылдан алып эшләй, уның коллекцияһы арта.

Китапханала Европа һәм Америка мөйөштәре бар. Был мөйөштәр Америка тарихы һәм халыҡтары тураһында материалдар менән таныштыра[5]. Европа мөйөшөндә нигеҙҙә Европа союзы һәм уның структураһы тураһында мәғлүмәт бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә