Кәзкәй
Кәзкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Кәзкәй ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Кәзкәй татар. Кәзкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
335 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423761 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәКәзкәй (Ҡаҙыҡай) — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Ябалаҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
XX быуат башында 2 хужалыҡ магазины, мәсет (1844 йылдан билдәле), бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда «Яңы Тормош» колхозы ойошторола, 1955 йылда ул «Изаиль» (1965 йылдан — Ленин исемендәге, хәҙерге ваҡытта — «Аишево») колхозы составына инә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 80 башҡорт; 1816 йылда — 129 башҡорт; 1834 йылда — 199 башҡорт; 1912 йылда — 714 аҫаба башҡорт, 274 татар крәҫтиәне йәшәй[2].
1884 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
839 | 818 | 828 | 951 | 855 | 577 | 463 | 585 | 475 | 351 | 335 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].