Күңелле кейеҙ
Күңелле кейеҙ — социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүсе Рәсәйкомпанияһы, Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында урынлашҡан[1]. 2008йылда ирле-ҡатынлы Павел Гаврилов һәм Лия Виснапу тарафынан нигеҙләнгән[2]. Компания, кейеҙ баҫып, кейеҙҙән сувенирҙар эшләүҙә махсуслаша[1].
Күңелле кейеҙ рус. Весёлый войлок | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Нигеҙләүсе |
Павел Гаврилов һәм Лия Виснапу |
Уранлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы: Рыбинск, |
Төп фигуралар |
Павел Гаврилов һәм Лия Виснапу |
Тармаҡ |
халыҡ кәсебе |
Продукция |
кейеҙ баҫып, кейеҙҙән сувенирҙар |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергә«Күңелле кейеҙ» тигән социаль предприятие ойоштороу идеяһы Гавриловтарға Оксфам фонды семинарҙарына йөрөгәндән һуң килә[1].
2006 йылда биҙәүсе рәссамдар Павел Гаврилов менән Лия Виснапу кейеҙҙе ҡоролай баҫыу технологияһы менән тәү тапҡыр ҡурсаҡ театры өсөн декорациялар эшләгәндә таныша. 2008 йылда был халыҡ кәсебе менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ижади оҫтахана асыу ниәте тыуа[2], һөҙөмтәлә тәжрибәле оҫталар етәкселегендә кешеләргә кейеҙҙән уйынсыҡтар яһарға һәм артабан һатырға мөмкинлек бирер ине. 2008 йылдың ғинуарында аҡсаға ҙур мохтажлыҡ кисергән, ләкин өйөн оҙаҡҡа ҡалдырып китә алмаған күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 15 әсәнән торған беренсе төркөм барлыҡҡа килә[3].
Апрелдә тәүге эштәр Мәскәүгә күргәҙмәгә ебәрелә һәм ҙур һорау таба. Күргәҙмәлә хеҙмәттәшлек тураһында оҙайлы килешеүҙәр ҙә төҙөлә[2].
Бынан һуң уларҙың проекты «Беҙҙең киләсәк» фонды ойошторған социаль эшҡыуарлыҡ конкурсында еңеү яулай. Был фондтан 300 000 мең һумлыҡ грант алып, шуға үҙҙәренең 200 000 һумын өҫтәп, бизнес асалар[4]. Йәш әсәләрҙе генә түгел, йәштәрҙе һәм пенсионерҙарҙы ла йәлеп итергә тырышалар, ләкин был ынтылыштары уңыш тапмай[1].
Концепция
үҙгәртергәҒәҙәттә йылына өс мәртәбә кейеҙселеккә өйрәнеү буйынса төркөмдәр туплана. Уҡыу мөҙҙәте — ике ай, өйрәнеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡ уларға түләүһеҙ тәҡдим ителә. Артабан кешеләр компанияға ирекле график булынса эшләй, эш күләмен дә үҙҙәре билдәләй. Килешеүҙә Гаврилов дизайны буйынса эшләнгән әйберҙәрҙе үҙ аллы һатыуҙы тыйыу ҡарала[5].
Хеҙмәткәрҙәр менән иҫәпләшеү факт буйынса яһала. Эш хаҡы норма-сәғәт системаһы буйынса түләнә. Компания хужалары теге йәки был моделде эшләү өсөн күпме сәғәт кәрәклеген хисаплап сығарған, гонорар шуның буйынса иҫәпләнә. «Күңелле кейеҙ» хеҙмәткәрҙәре нигеҙҙә айына 3000 — 15 000 һум ала.
Компания клиенттары — Мәскәүҙәге бүләктәр магазиндары, китап магазиндары, сувенир лавкалары, сәскә магазиндары[1], бензин ҡойоу станциялары[6]. Яйлап продукция Рәсәй төбәктәренә лә сыға. Бүләк сауҙаһының миҙгелдәргә бәйлелеге лә һатыу күләменә ҙур йоғонто яһай. Тауар йылдың икенсе яртыһында, айырыуса Яңы йыл алдынан үтемле була[1].
Бер клиентҡа уртаса 30 000 һумлыҡ тауар ваҡ партиялар менән оҙатыла, тауар оҙатыу йышлығы — кварталға бер тирәһе. Бер берәмек продукцияның хаҡы — 800—1000 һум. Компанияның тауар әйләнеше — йылына 1,5 миллион һум самаһы. Килем 20%-лап тәшкил итә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Предприниматели-художники обеспечили работой многодетных и одиноких матерей. Ведомости. Проверено 16 мая 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Войлочные зайцы и коты из Рыбинска расходятся по всему миру. РИА Новости. Проверено 16 мая 2015.
- ↑ Опыт «Веселого войлока»: социальный предприниматель может быть успешным бизнесменом. Фонд «Наше будущее». Проверено 16 мая 2015.
- ↑ Развитие социального предпринимательства в России 2016 йыл 4 март архивланған.. Эхо Москвы. Проверено 16 мая 2015.
- ↑ Социальный бизнес-проект — творческая мастерская «Веселый войлок»: серьезный проект с веселым названием. Сайт Бизнес и Банки. Проверено 16 мая 2015.
- ↑ Социальные предприниматели получат новую возможность для сбыта товаров в Подмосковье. Интерфакс. Проверено 16 мая 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт 2014 йыл 22 декабрь архивланған.