Күтәрем улусы
Күтәрем улусы (рус. Кутеремская волость)— Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе биләмәһендәге улус. 1922—1930 йылдарҙа улус үҙәге Калегин ауылында урынлашҡан булған.
Күтәрем улусы | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе |
---|---|
Административ үҙәк | Калегин |
Административ-территориаль берәмек | Бөрө өйәҙе |
Халыҡ һаны | 16 582 кеше (1906) |
Тарихы
үҙгәртергәТәүге улус үҙәге
үҙгәртергә1865 йылдан улус үҙәге булып Күтәрем ауылы торған, һәм улус уның исеме менән аталған. Тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы профессор Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы бәйән иткәнсә, Күтәрем ауылына Бөрө өйәҙе Уран улусының аҫаба башҡорт ерҙәрендә ситтән килгән удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Ауыл 1795 йылдан алып билдәле. 1865 йылда 81 хужалыҡта 559 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1864 йылда ауылда сиркәү һалынған, училище, 5 һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү, сиркәү приходы мәктәбе һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән [1].
Йәмғиәттәре
үҙгәртергә1865 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Күтәрем улусы составына 14 ауыл йәмғиәттәре ингән, уларҙың исемлеге түбәндәгесә булған:
- Калегин;
- Никольск (Никольск, Ҡоро Ҡалмаш, Үрге Кесе Ҡалмаш, Түбәнге Кесе Ҡалмаш);
- Әкәнәй (Әкәнәй, Силәбей, Кесе Әмзә);
- Кугинин (Кугин, Ҡарый );
- Илйәнбаш (Үрге Илйәнбаш, Түбәнге Илйәнбаш);
- Шушнур (Шушнур, Шушлюндур);
- Токеин;
- Козиелан;
- Күтәрем;
- Кәлтәй;
- Тектәм (Үрге Тиктәм, Түбәнге Тиктәм, Кукуша);
- Качмаш (Түбәнге Качмаш, Көтмәҫ, Үрге Качмаш, Шакий Шипаев, Урта Качмаш);
- Козлоялов (Чашкин, Козлоялов, Ҡуян);
- Үрге Тәкәй.
ХХ быуатта
үҙгәртергәСовет осоронда 1922-1930 йылдарҙа Күтәрем улусының үҙәге булып алған Калегин ауылына XVIII быуатта нигеҙ һалынған. 1897 йылғы Рәсәй империяһы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө губернаһы Касёв улусы составында булған.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының муниципаль берәмеге Калегин ауыл Советы үҙәге.