Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы
Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы (рус. Кузбеков Рустэм Сулейманович; 27 август 1952 йыл) — табип-терапевт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡорт АССР-ының Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Алайғыр, Ефремкин ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Биографияһы
үҙгәртергәРөстәм Сөләймән улы Күзбәков 1952 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт.
Юғары белемле — 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институты тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1972 йылда Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһында кесе медицина хеҙмәткәре вазифаһында башлай, травмотология бүлегендә, артабан «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләй.
1976—1991 йылдарҙа ординатор, «Стәрлетамаҡстрой» тресының медицина-санитария бүлегенең бүлексә мөдире, баш табибтың дауалау эше буйынса урынбаҫары була.[1] 1997 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының 2-се терапия бүлеге табип-ординаторы вазифаһынан алып баш табибына тиклем хеҙмәт юлы үтә[2]. 1991 йылдан «Стәрлетамакстрой» тресы дауаханыһының баш табибы.[3]
1997 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы булып эшләй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 131-се Нахимов һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Һаулыҡ һаҡлау, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы була.[4][5] Тап ошо саҡырылыш депутаттары 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Артабан Күзбәков Рөстәм Сөләймән улы Стәрлетамаҡ НОРИС медицина үҙәгендә табип-терапевт, мануаль терапия табибы булып эшләй[6].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Найти своего депутата 2020 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Кузбеков Рустэм Сулейманович — биография
- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 14.
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
- ↑ Кузбеков Рустэм Сулейманович 2021 йыл 22 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа: Китап, 1994. — 104 с.