Күгәүендәр
Бөгәлсән. 1885 йылғы рәсем.
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Ҡыҫҡа мыйыҡлылар
Инфраотряд: Muscomorpha
Супер- ғаилә: Күгәүендәр
Ғаилә: Күгәүен
Латинса исеме
Gasterophilidae
суб-ғаилә
Cuterebrinae
Gasterophilinae
Hypodermatinae
Oestrinae


Күгәүен, уҡра, бөгәләк, бөгәлсән, рәшә (рус. Овод) — яры ҡанатлылар класындағы бөжәк.Ҙурлығы себен ҡәҙәре. Личинкалары менән һөтимәр хайуандарҙың паразиттары иҫәпләнә.Барлығы 150 төрө билдәле.Шуларҙың береһе генә кеше тиреһе аша үрсеүсе булып иҫәпләнә. (Linnaeus Jr in Pallas, 1781 ул Үҙәк Америкала таралған.Кешеләргә һөжүм итә.

Болан күгәүене Hypoderma (Oedemagena) tarandi (Linnaeus, 1758) иң шәп осоусы бөжәк булараҡ Геннистың рекордтар китабында бик оҙаҡ теркәлеп тора, аҙаҡтан кире ҡағыла һәм башҡа ҡаралмай.

Шулай уҡ ашҡаҙан күгәүене лә була(Gasterophilidae). Улар личинкалары менән йорт хайуандарының төрлө төрҙәрендә һәм шулай уҡ кешелә паразит рәүешендә йәшәй.

Ат күгәүене (бөгәлсән, бөгәләк)(Gasterophilus intestinalis). Киң таралған төр. Уның оҙонлоғо13-16 мм. Аталанған инә бөжәк аттарға, мулдарға,ишәккә йомортҡалар һала. Инә бөжәк эсендә 700 йомортҡа йөрөтә ала.

Рәшә (рәшә себен) балаларын тере тыуҙыра, балаларын йәй көнө һарыҡтарҙың танау тишектәренә һала, уның балалары үрләп һарыҡтың маңлайына һәм яңаҡ тирәләренә барып етә һәм бик ныҡ ауырта, хатта ҡайһы саҡта һарыҡтың мейеһенә барып инә, унда әйләнсек (вертячка) ауырыуы башлана һәм үлә.

Күгәүен, уҡра, бөгәләк, бөгәлсән, рәшә —һөтимәрҙәрҙә паразитлыҡ итеүсе урта ҙурлыҡтағы ике ҡанатлы бөжәктәрҙең бер нисә ғаиләһе. Бөгәлсәндәр, бөгәләктәр − йылҡы паразиттарына ҡарата; ике ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе, уларҙың личинкалары йылҡының эсәк буйында паразитлыҡ итәләр; уҡра − һыйыр мал паразиттарына ҡарата; ике ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе, уларҙың личинкалары һыйырҙың тиреһендә паразитлыҡ итәләр; рәшә − һарыҡ паразиттарына ҡарата; ике ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе, уларҙың личинкалары һарыҡтың танауында паразитлыҡ итәләр [1].

Ашҡаҙан бөгәлсәндәре (Gasterophilidae), танау- боғаҙ бөгәлсәндәре (Oestridae), тире аҫты бөгәлсәндәре (Hypodermaticae). 100- гә яҡын төрө билдәле. Кәүҙәһе төктәр менән ҡапланған, ҡайһы берҙәре төкһөҙ ҙә була. Етлеккән бөгәлсәндәрҙең ауыҙ органдары үҫеш алмаған, һәм улар туҡланмай. Оҙаҡ йәшәмәйҙәр. Күп төрҙәренең личинкалары − кеше һәм имеҙеүселәрҙең эндопаразиттары.

Ашҡаҙан ат бөгәлсәне (G. intestinalis) − кәүҙәһенең оҙонлоғо 12-15 мм; күкәйен малдың ирендәре менән ҡағыла торған урыдарына һала. Личинкалар турынан-туры йәки аҙыҡ менән ашҡаҙанға үтә, етлеккәнсе шунда ҡала; тышҡы яҡҡа экскременттар менән сыға.

Рәшә (O. ovis) – һарыҡ танауында паразитлыҡ итә, кәүҙәһенең оҙонлоғо 10-12 мм; һарыҡтарҙа һәм кәзәләрҙә паразитлык итә. Тереләй тыуҙырыусы инә заттар личинкаларын терлектең танау тишегенә һиптерә. Личинкалар баш эсенә (маңлай ҡыуышлығы, йотҡолоҡ өҫтөнә) үтеп керә, уларҙың паразитлык итеүе малдың бик ныҡ хәлһеҙләнеүенә килтерә.

Тире аҫты үгеҙ уҡраһы (H. bovis) - кәүҙәһенең оҙонлоғо 12-14 мм; мөгөҙлө эре терлектә паразитлыҡ итә. Күкәйен малдың төктәренә беркетә. Личинкалар хайуан организмына тире ҡапламы аша керә һәм унда үҫә. Йөн ҡойоу алдынан, икенсе стадиялә, терлек арҡаһындагы етлеккән личинкалар, тишек тишеп, тире аҫтынан тышҡа сығалар һәм ҡурсаҡҡа әйләнеү өсөн ер аҫтына төшәләр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
 
Gasterophilus intestinalis төрөнөң личинкаһы
 
Ат күгәүене(Hypoderma bovis)

Һылтанмалар

үҙгәртергә