Кхаджурахо (һинд खजुराहो, ингл. Khajuraho) — Үҙәк Һиндостандың Мадхья-Прадеш штатында урта быуаттағы Чандел дәүләтенең (IX—XIII бб.) баш ҡалаһы, уның территорияһында бер төркөм боронғо ғибәҙәтханалар [2] һаҡланған, хәҙерге ваҡытта унда туристарҙың тораҡ пункты. 1986 йылдан Кхаджурахо ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.

Кхаджурахо
Рәсем
Дәүләт Flag of India.svg Һиндостан
Административ үҙәге Чандела[d]
Административ-территориаль берәмек Чхатарпур[d]
Халыҡ һаны 24 481 кеше (2011)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 282 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d]
Почта индексы 471606
Урындағы телефон коды 7686
Commons-logo.svg Кхаджурахо Викимилектә

*
**
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы


Тип {{{Type}}}
Критерий {{{Criteria}}}
Һылтанма {{{ID}}}
Регион*** {{{Region}}}
Иҫепкә алынған {{{Year}}}  (билдәһеҙ сессия)
* Рәсми исемлектә русса атамаһы
** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы
*** ЮНЕСКО квалификацияһында регион

Килеп сығышыҮҙгәртергә

Борон Кхаджурахо ҙур ҡала булған, хәҙер уның һоҡланғыс емереклектәре яҡынса 14  км² майҙанды биләй. Кхаджурахо ғибәҙәтханалары 850—1150 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Чандел династияһы ваҡытында төҙөлә. Ҡала уларҙың дини һәм мәҙәни баш ҡалаһы була. Ғибәҙәтханаларҙың күбеһе 950—1100 йылдарҙа төҙөлә[2].

85 ғибәҙәтхананың ни бары 20-һе генә һаҡланып ҡалған, улар өс төркөмгә бүленгән һәм ике төрлө дингә (индуизм һәм джайнизм) ҡарай һәм архитектура формалары һәм скульптура араһындағы органик бәйлекте күрһәтеп тора. Кхаджурахола донъяуи ҡоролмалар бөтөнләй һаҡланмаған. Кхаджурахо ғибәҙәтханаларында төньяҡ, һинд-арий тибындағы ғибәҙәтханаларҙың стиль уртаҡлығы һаҡланған. Шул уҡ ваҡытта улар композиция, интерьер, пластик биҙәктәрҙә үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған. Бында күрһәтелгән төньяҡ-һинд «нагара» стиленә өс элемент хас: квадрат ғибәҙәтхана (санктум санкторум), ғибәҙәтхананы уратып бер йәки бер нисә рәт трансепт һәм шикхар[3].

Чандел династияһы ҡолағандан һуң ҡала өлөшлөтө емерелә һәм мосолмандар идара иткән осорҙа джунглиҙа юғалып ҡала. 1838 йылда урындағы оҙатып йөрөүселәр Британия армияһы капитаны Т. Бертты юғалған ғибәҙәтханалар янына килтерә, бына шунан алып был урын киң йәмәғәтселек өсөн асыла[4]. Һинд археологияһына нигеҙ һалған Александр Каннингем хәбәр итеүенсә, ҡабаттан асылғандан һуң бер нисә йыл үткәс, йога менән шөғөлләнеүселәр һәм индустар Кхаджурахо ғибәҙәтханаларын үҙҙәренең рухи практикаларын үткәреү өсөн файҙалана башлай. Махашиваратри кеүек ҙур байрамдарын үткәргән көндәрҙә ғибәҙәт ҡылыусылар күмәкләп Кхаджурахоға килә башлай. 1850 йылда һинд мәҙәниәте буйынса белгес (индолог) Фредерик Мэйси тәүге тапҡыр ҡәләм менән Кхаджурахоның архитектура деталдәрен рәсем итеп төшөрә.

Кхаджурахоның монументаль архитектураһыҮҙгәртергә

 
Кхаджурахо Картаһы

Кхаджурахо комплексы Төньяҡ Һиндостанда урта быуат архитектураһы үҫешенең кульминацияһы булып тора. Ғибәҙәтханалар шиваизм, вайшнавизм һәм джайнизм аллаларына арнап ҡоролған. Ғибәҙәтханаларҙың бөтәһе лә бейек ауыр платформа өҫтөнә асыҡ-һоро ҡомташтан төҙөлгән, әммә һинд ғибәҙәтханалары кеүек кәртә менән уратып алынмаған. Биналар компактлы өс төркөм булып урынлашҡан. Көнбайышта урынлашҡан төркөм ғибәҙәтханалары иң күренекле тип һанала. Улар араһында иң боронғо һәм алаиһә Калигә арналған Чаунсат Йогиня (Yogini temple Chausath, 64 дин тотоусы ҡатын ғибәҙәтханаһы) ғибәҙәтханаһы иң күркәмелер, моғайын. Иң ҙур ғибәҙәтхана ла шул уҡ төркөмгә ҡарай, ул Кандарья-Махадеварналған Шива ғибәҙәтханаһы. Ғибәҙәтханаларҙың стеналары ташты һырлап эшләнгән таш менән ҡапланған. Скульптуралар мифик батырҙарҙы, хайуандар, музыканттар, бейеүселәр һәм ғашиҡтарҙы һынландыра[3].

Ғаләм әсәһенә арналған Деви Джагадамби (Devi Jagadambi) кеүек ҡайһы бер ғибәҙәтханалар, бай эротик скульптуралар менән биҙәлгән, Ҡайһы бер индологтар улар менән бәйле ҡайһы бер индологтар уларҙы тантритик практиктар менән бәйләй[2]. Кхаджурахо ғибәҙәтханаларының күбеһе индуизм аллаларына (Шива һәм уның ҡатынына, шулай уҡ Вишнаға) арналған, әммә ҡорам араһында джайндар һәм икенсел (урындағы) аллаларға арналған ғибәҙәтханалар ҙа осрай[2].

Көнбайыш төркөм 9 индуист ғибәҙәтханаларынан тора һәм 5-һе генә туристар һәм белгестәр өсөн ҡыҙыҡлы. Көнсығыш төркөмдәге джайндарҙың дүрт ғибәҙәтханаһы әллә сифатлы итеп төҙөлмәгән. Көньяҡта бер нисә икенсел ғибәҙәтханалар урынлашҡан, улар менән тарихсылар ғына ҡыҙыҡһына. Дөйөм алғанда, 22 ғибәҙәтхананың көнбайыш төркөмдәге 5-һе генә ныҡ популяр, йылдың йылында меңәрләгән туристы үҙенә йәлем итә[5].

Индуистар ғибәҙәтханаларының күбеһе бер маҡсат һәм план буйынса төҙөлә, тик деталдәре генә төрлөсә. Уларҙың бөтәһе лә көнсығыш-көнбайыш күсәренә ҡарата симметрия буйынса төҙөлгән. Дөйөм планы фракталь геометрияға тап килә һәм индуист космологияһын һәм фәлсәфәһен сағылдыра[6].Чаунсат Йогиня, Брахма һәм махадев Лалгуны ғибәҙәтханалары граниттан төҙөлгән. Кхаджурахоның ҡалған ғибәҙәтханалары ҡомташтан тора. Төҙөлөш материалдарын Панна ҡалаһынан (Panna, Мадхья-Прадеш штаты), Кен йылғаһының көнсығыш ярынан ташығандар, тип фаразлана[7].

 
Ғибәҙәтхананың структураһы һәм киңлек арауығында билдәләнеше

Кхаджурахо ғибәҙәтханаларының бөтәһе лә ыҡсым, шул уҡ ваҡытта ярайһы уҡ бейек булыуҙары, ғибәҙәтханаларҙың стеналар менән уратып алынмауы, платформа-террасаһының (джагати) бейеклеге, ғибәҙәтхана тирәләй асыҡ галереялар, шулай уҡ скульптураларға бай булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Бөтәһе лә бер бер төрлө план буйынса төҙөлгән. Улар эсенә түбәндәгеләр инә: инеү павильоны (ардха-мандап[8]), асыҡ галерея-вестибюль (мандап[9]), ғибәҙәтхана залы (мах-мандап) һәм ғибәҙәтханалар (санктум)[10].

Ҙур ғибәҙәтханаларҙағы ике яҡтағы трансептарға бинаны елләтеү өсөн балконлы тәҙрәләр ҡуйылған. Болкондарҙың өҫтөнә аллалар тормошон һүрәтләгән матур скульптура төркөмдәре урынлаштырылған. Тәҙрәләрҙән төшкән ҡояш нуры эске үҙәк залды яҡтырта. Уның схемаһы латин тәреһенә оҡшаған. Ғибәҙәтханалар нигеҙе — платформа-террасаһы бик бейек. Уның тирәләй һоҡланғыс орнаменттар серияһы урынлашҡан. Күркәм рельефтар Чандел династияһының тормошо тураһындағы фильмдағы кадрҙар кеүек бер-береһен алмаштырып тора. Ғибәҙәтханалар стеналарын ике йәки бер нисә рәт скульптура менән ҡаплайнған. Ғибәҙәтханаларҙағы скульптуралар Кхаджурахоға туристарҙы йәлеп иткән үҙенсәлеге лә ул[10].

Эске ҡоролошо һәм биҙәлеүеҮҙгәртергә

 
Ғибәҙәнхананың планы

Кхаджурахоның скульптура композицияларыҮҙгәртергә

 
Деви Джагадамби ғибәҙәтханаһының оло рельефы

Кхаджурахо ғибәҙәтханаарының скульптуралары Орисса мәктәбе стилендә эшләнгән. Комплекстағы скульптураларҙы биш категорияға бүлергә мөмкин[11].

  • Ғибәҙәтхана, ниндәй аллаға атап эшләнгән булһа, шул алланың скульптураһы ҡуйыла.
  • Аллаларҙың юлдаштырының скульптуралары.
  • Ярым аллалар һәм үле йәндәр йәки албаҫтылар.
  • Донъяуи образдар.
  • Хайуандар скульптуралары.

Кхаджурахоның эротизмыҮҙгәртергә

 
Вишванатха (Шива) ғибәҙәтханаһы фасадындағы скульптуралар

Ғибәҙәтханалар төркөмөҮҙгәртергә

 
Көнбайыш төркөмдәге ғибәҙәтханаларҙан күренеш

Ғибәҙәтханалар комплексының составыҮҙгәртергә

Кхаджурахо ғибәҙәтханалар комплексы составына инә[12]:

Хәҙерге атамаһы Ғибәҙәтханалар төркөмө Координаттары Дине Божество Изображение
Храм Чаунсат Йогини көнбайыш 24°50′58″ с. ш. 79°55′05″ в. д.HGЯO индуизм Кали и 64 йогини  
Храм Лалгун махадев көнбайыш 24°51′03″ с. ш. 79°54′41″ в. д.HGЯO индуизм Шива  
Храм Брахмы көнсығыш 24°30′21″ с. ш. 79°33′21″ в. д.HGЯO индуизм Вишну  
Храм Лакшмана көнбайыш 24°51′08″ с. ш. 79°55′18″ в. д.HGЯO индуизм Вайкунтха Чатурмурти  
Храм Варахи көнбайыш 24°51′07″ с. ш. 79°55′20″ в. д.HGЯO индуизм Вараха  
Храм Паршванатха көнсығыш 24°50′41″ с. ш. 79°56′12″ в. д.HGЯO джайнизм Паршванатх  
Храм Ганатаи көнсығыш 24°50′46″ с. ш. 79°56′00″ в. д.HGЯO джайнизм Адинатх  
Храм Вишванатха көнбайыш 24°51′12″ с. ш. 79°55′21″ в. д.HGЯO индуизм Шива  
Храм Нанди (мандапа) көнбайыш 24°51′12″ с. ш. 79°55′20″ в. д.HGЯO индуизм Нандин  
Храм Парвати көнбайыш 24°51′12″ с. ш. 79°55′19″ в. д.HGЯO индуизм Парвати  
Храм Матангешвара көнбайыш 24°51′07″ с. ш. 79°55′18″ в. д.HGЯO индуизм Шива  
Храм Деви Джагадамби көнбайыш 24°51′12″ с. ш. 79°55′11″ в. д.HGЯO индуизм Парвати  
Храм Читрагупта көнбайыш 24°51′16″ с. ш. 79°55′12″ в. д.HGЯO индуизм Солнце, Читрагупта  
Храм Адинатха көнсығыш 24°50′42″ с. ш. 79°56′12″ в. д.HGЯO джайнизм Адинатх  
Храм Шантинатха көнсығыш 24°50′39″ с. ш. 79°56′10″ в. д.HGЯO джайнизм Шантинатх  
Храм Кандарья-Махадева көнбайыш 24°51′11″ с. ш. 79°55′11″ в. д.HGЯO индуизм Шива  
Храм Махадева көнбайыш 24°51′11″ с. ш. 79°55′11″ в. д.HGЯO индуизм Шива  
Храм Ваманы көнсығыш 24°51′11″ с. ш. 79°55′10″ в. д.HGЯO индуизм Вамана  
Храм Явари көнсығыш 24°51′11″ с. ш. 79°55′10″ в. д.HGЯO индуизм Вишну  
Храм Чатурбхуджа көньяҡ 24°51′11″ с. ш. 79°55′10″ в. д.HGЯO индуизм Вишну  
Храм Дуладева көньяҡ 24°51′11″ с. ш. 79°55′10″ в. д.HGЯO индуизм Шива  

Һүрәттәр галереяһыҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Альбедиль М. Кхаджурахо / Под общ. ред. Альбедиль М. Ф. и Дубянского А. М — Индуизм. Джайнизм. Сикхизм: Словарь. — М: Республика, 1996. — Б. 251.
  • Жуковский В. И., Копцева Н. П. Искусство Востока. Индия: Учеб. пособие. — Красноярск: Краснояр. гос. ун-т, 2005. — 402 б. — ISBN 5-7638-0575-5.
  • Н. Нефедова. Ю. Кхаджурахо Ҡорам. — Һамар: Арт-Лайта, 2016. — 280 с.
  • В Скрыпченко В. Каджурахо: X—XII ватан, Һиндостан Үҙәк, каджурах ғибәҙәтханалар төҙөлә. — Екатеринбург: Арт-Лайф, 2008. — 64 б.
  • Хаялина Ф.Р. Архитектура: терминологический словарь — Оренбург: ИПК ГОУ ОГУ, 2008.
  • Beguin G. Indian temples and sensuous sculptures — Milan: 5 Continents Edition, 2017.
  • P. Dasagupta Khajuraho. — Kalakata: Patralekha, 2014.
  • Khajuraho. Based on the text Krishna Deva. — New Delhi, New Delhi: Survey Archaeological of India, 2002. — 98 с.
  • Klostermaier K. A Concise Encyclopedia of Hinduism — Oxford: Oneworld Publications, 2003. — Б. 98.
  • P. Mishra Khajuraho, latest discoveries with. — New Delhi: Sundeep Prakashan, 2001.
  • Nicholson L. India, a guide for the quality-conscious traveller — Boston: Atlantic Monthly Press, 1985.
  • Sullere S. Nature as reflected in the art and architecture of Khajuraho and other Chandella sites — New Delhi: ABI Prints & Pub. Co., 2011.
  • Suresh K. Kaṇḍariyā Mahādeva temple of Khajurāho — Delhi: Bharatiya Kala Prakashan, 1999.
  • Suresh K. at Lakshmana or Vaikunthanatha Khajuraho Temple. — Delhi: Publication. Rishi, 2012.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Памятники Кхаджурахо (неопр.). YouTube. UNESCO (2010).
  • Путеводитель по Кхаджурахо (неопр.). Индостан.ру (2005).