Курамшин Айрат Миңлеғаян улы

Курамшин Айрат Миңлеғаян улы (10 ноябрь 194729 март 2012) — Рәсәй тренеры (саңғыла трамплиндан һикереү), спорт функционеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1996)[1]

Курамшин Айрат Миңлеғаян улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған көнө 29 март 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тренер

Курамшин Айрат ҡырҡ йыл тренерлыҡ эше осоронда халыҡ-ара класлы биш спорт мастерын, 40-тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙарын — Нагано, Солт-Лейк-Сити, Турин һәм Ванкуверҙа ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы әҙерләй.[2]


Биографияһы

үҙгәртергә

Курамшин Айрат Миңлеғаян улы 1947 йылдың 10 ноябрендә Өфөлә тыуған.

1977 йылда Айрат Миңлеғаян улы Силәбе физик культура инстиутын уңышлы тамамлай.

Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғыла уҙышыу менән мауыға. Саңғы ике бәйгеһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. В 1971 году Башҡорт өлкә советының «Хеҙмәт резервтары» клубының тренеры була. 1974 йылдан «Хеҙмәт» ирекле спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры, 1986 йылдан – профсоюздарҙың физкультура-спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры була[3]. Рәсәйҙең саңғы ике бәйгеһендә һәм саңғы менән трамплиндан һикереү федерацияһының (1998 йылдан)  һәм «Башҡортостан Республикаһының саңғы ике бәйгеһе һәм трамплиндан саңғы менән һикереү Федерацияһы» вице-президенты вазифаһын биләй, 2010 йылдан Рәсәй саңғы ике бәйгеһе һәм саңғы менән трамплиндан һикереү Федерацияһы советы президиумына индерелә.

Яуаплылығы сикләнгән Сок «Трамплин» йәмғиәте директоры (Өфө), оҙаҡ ваҡыт Өфөлә 33-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәксеһе.

30 мартта Өфө ҡалаһында үткән ерләүҙәрҙә трамплиндан саңғы менән һикереү Федерацияһы президенты А. Т. Уваров, Башҡортостан спорт министры А. И. Иванюта һ. б. ҡатнаша[4].

Уҡыусылары араһында: Дмитрий Васильев[5], Сергей Масленников[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә