Кумертауское время (гәзит)
Кумертауское время («Күмертау ваҡыты») — Күмертау ҡалаһында нәшер ителгән ижтимағи‑сәйәси гәзит.
Тарихы
үҙгәртергәОйоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «„Заман“ гәзите редакцияһы» ҡаҙна предприятиеһы. Күмертау ҡалаһында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 йылдан алып башҡорт телендә «Ленин байрағы» һәм урыҫ телендә «Большевик» исеме менән нәшер ителә; 1954 йылдан — урыҫ телендә «Горняк» («Таусы»); 1965 йылдан «Ленинское знамя» («Ленин байрағы») гәзите менән ҡушылғандан һуң урыҫ телендә «Путь Ильича» һәм башҡорт телендә «Ильич юлы», 1990 йылдан башлап «Время» һәм «Заман» исемдәре менәнн нәшер ителә. 2005 йылдан башҡорт телендәге «Юшатыр» гәзите айырылып сыҡҡандан һуң урыҫ телендә сыға, 2006 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә. 1962—65 йылдарҙа район бөтөрөлөп Мәләүез районына ҡушылғанға күрә нәшер ителмәй. Гәзиттә төрлө йылдарҙа башҡорт яҙыусылары Хисамов Ғәлим Афзал улы, Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы, Кәримов Салауат Ғайса улы, татар яҙыусыһы Әкбәров Закир Насир улы; журналистарҙан Солтанов Мостафа Кәрим улы эшләне.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКумертауское время (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.