Кузьмичёва Павла Александровна

Кузьмичёва Павла Александровна (23 февраль 1904 йыл — 9 август 1980 йыл — СССР-ҙың колхоз алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).

Кузьмичёва Павла Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған көнө 9 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (76 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Павла Александровна Кузьмичева (Кузмичева) 1904 йылдың 23 февралендә Владимир губернаһының Истомиха ауылында (хәҙер — Иваново өлкәһенең Юрьевец районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда ауыл хужалығы артеленә инә, һуңынан ул Пучеж районының «Победа» колхозы тип үҙгәртелә. 1934 йылда етенселек звеноһының звено башлығы итеп тәғәйенләнә.

1948 йылда Павла Кузьмичёва етәкселегендәге етенселек звеноһы һәр гектарҙан 4 центнер етен орлоғо йыйып ала. 1949 йылда етенселек звеноһы 2 гектар майҙандың гектарынан 7,22-шәр центнер етен сүсе һәм 7,65-әр центнер етен орлоғо йыя. 1950 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.

1949 һәм 1950 йылдарҙа ВДНХ Бөтә Союз күргәҙмәһендә ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем "Победа" колхозында эшләй.

Крестьянское ауылында йәшәй. 1980 йылдың 9 авгусында вафат була һәм Крестьянское ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Герои Социалистического Труда — горьковчане, Книга 2, Горький, 1986.

Һылтанмалар

үҙгәртергә