Кудряшова Нина Васильевна
Нина Васильевна Кудряшова (3 сентябрь 1927 йыл — 22 июнь 2014 йыл) — Мәскәү өлкәһе Дмитровский КПСС ҡала комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Кудряшова Нина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1927 |
Тыуған урыны |
Мәскәү губернаһы[d], РСФСР, СССР СССР |
Вафат булған көнө | 22 июнь 2014 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНина Васильевна Кудряшова 1927 йылдың 3 сентябрендә Мәскәү губернаһы Дмитровский өйәҙе, Орево ауылында (хәҙер Мәскәү өлкәһе)[1][2] ҙур (ете бала, Нина — икенсе бала)[3] колхозсы ғаиләһендә тыуған[4]
1942 йылда Орудьево ауылында мәктәптең ете синыфын тамамлағас, геологҡа торф техникумына уҡырға инә, ләкин бер йылдан һуң йорттары янып әсәһенең янғындан алған бешеүҙәренән фажиғәле үлеп ҡалғас, уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була[3] — үҙаллы йәшәргә һәм аҡса эшләргә өйрәнергә тура килә. Колхозға эшкә урынлаша, һуңынан Орудьево ауылында торф предприятиеһында эшләй, унда 12 йыл эшләй: тәүҙә нормировкалаусы, ә һуңынан хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлеге начальнигы була. Эш менән бер рәттән параллель киске мәктәпте тамамлай, урта белем ала. 1952 йылда КПСС-ҡа инә[1].
1956 йылда партияның ҡала комитетына машина-трактор станциялары буйынса инструктор булып эшкә саҡырыла, һуңынан «Буденновсы» совхозында партия ойошмаһы секретарына тиклем күтәрелә. Һуңынан тағы ҡала комитетына ауыл хужалығы бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен 1965 йылда тамамлағандан һуң, ҡала комитетының өсөнсө секретары итеп һайлана. 1971 йылдың ғинуарында беренсе секретарь итеп һайлана[1].
1973 йылда, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, район аграрийҙары дәүләткә иген һатыу буйынса йөкләмәне 30 %, картуф — 10 %, йәшелсә — 19,5 % арттырып үтәй, йыл йомғаҡтары буйынса Дмитровский районы КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Ҡыҙыл байраҡтары менән бүләкләнә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 11 декабрендәге указы менән «1973 йылда производствоны үҫтереүҙә һәм дәүләткә иген һатыу буйынса йөкләмәләрҙе арттырып үтәгәндә хеҙмәт батырлығы күрһәткәне һәм Бөтә Союз социалистик ярышта өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» Нина Васильевна Кудряшоваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].
1978 йылға тиклем район комитетының беренсе секретары булып эшләй[5], һуңынан Мәскәүгә Мәскәү өлкәһе мелиорация һәм һыу хужалығы производство идаралығы начальнигы вазифаһына күсерелә. 1984 йылда пенсияға сыға[1].
Дмитров ҡалаһында йәшәй, 2014 йылдың 22 июнендә вафат була, шунда урындағы «Красная горка» зыяратында ерләнә[1].
Наградалары
үҙгәртергәЛенин ордены (11.12.1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1971), «Почёт Билдәһе» ордены (22.03.1966), миҙалдар менән бүләкләнә:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы;
- «СССР-ҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн»;
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл»;
- «Хеҙмәт ветераны»;
- «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә»;
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ айҡанлы»[3];
- «Дмитров 850-йыл»;
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн»;
- «Мәскәү 850»;
- «Дмитровтың почётлы гражданы».
05.09.1997 йылдан Мәскәү өлкәһе Дмитров районы депутаттары советы 40/9 ҡарары[6] менән Нина Васильевна Кудряшова «Дмитров ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була (05.09.1997)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 С. Каргапольцев. Кудряшова Нина Васильевна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 март 2020.
- ↑ Кудряшова Н.В.Сайт Дмитровской центральной межпоселенческой библиотеки. Дата обращения 20 марта 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Л. Куликова. «Уважения достоин всякий, кто трудится во имя общего блага» // 100 интервью с советскими женщинами. — Москва, 1975.
- ↑ Фонд № 284. Фонд личного происхождения Нины Васильевны Кудряшовой - Героя социалистического труда, Первого секретаря Дмитровского ГК КПСС, Почетного гражданина города Дмитрова Московской области . Проект «Архивный путеводитель». Дата обращения: 20 март 2020. 2020 йыл 20 март архивланған.
- ↑ Вечер памяти Н.В. Кудряшовой. Сайт Дмитровской центральной межпоселенческой библиотеки им. Георгия Жукова(Сентябрь 2017). Дата обращения 21 марта 2020.
- ↑ Почетные граждане города Дмитров. Сайт Администрации Дмитровского городского округа Московской области.Дата обращения 20 марта 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. Куликова. «Уважения достоин всякий, кто трудится во имя общего блага» (из кн. «100 интервью с советскими женщинами»). — Москва, 1975.
- Н. Ищенко «Труд и ответственность», газ. «Дмитровский вестник» (к 85-летнему юбилею Н. В. Кудряшовой)
- А. Поливанов «Работа была её счастьем…», газ. «Дмитровский вестник» (в связи со смертью Н. В. Кудряшовой).