Нефтсе — Ишембай ҡалаһы биҫтәһе[1][2], уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Тирмәнйылға йылғаһы яры буйында һәм Сараж инеше эргәһендә, Ташлығыртау, Ҡыҙылтау, Әтәстау тауҙары янында урынлашҡан. Элекке Тирмән-Йылға ауылының, 1-се нефть промыслаһы тораҡ районының һәм ярҙамсы хужалыҡтары менән бергә «Нефтсе» совхозының ҡушылыуынан барлыҡҡа килә.

Нефтсе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай һәм Ишембай районы
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1760
Карта
 Нефтсе Викимилектә

Ишембай автовокзалынан 7 километр алыҫлыҡта ята. Биҫтә эргәһендә Тирмәнйылға быуаһы бар.

Биҫтәгә Тирмән-Йылға ауылы булараҡ 1760 йылда нигеҙ һалына, ул йылға исеме менән атала. Юрматы ҡәбиләһенән аҙнайсылар йәшәй. XVIII быуаттың аҙағына 17 ихатала 137 кеше тәшкил итә. 1839 йылда 321 кеше йәшәй, IX ревизия буйынса 43 ихатала 437 кеше булыуы асыҡлана[3], 1877 йылда 93 ихатала 190 ир-ат, 202 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә[4]; 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса — 102 йорт, 491кеше була. Традицион һөнәрҙәре — малсылыҡ, умартасылыҡ, шулай уҡ «саналар эшләү».

Ауыл Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе, һуңынан Маҡар районы составына инә.

XIX быуатта ауылда училище һәм мәсет булған[5]. Күптән түгел Чайковский урамының 15-се һанлы йортонда яңы мәсет асыла.

 
Мәсет

1940 йылда Тирмән -Йылға ауылы Ишембай ҡалаһы составына инә һәм уның биҫтәһе була. «Ишембайнефть» тресының 1-се нефтепромысла нефтселәре тарафынан стихиялы рәүештә төҙөлә. Бигерәк тә 1932 йылда Тирмән-Йылға нефть ятҡылығы табылғандан һуң төҙөлөш йәнләнә. 1950 йылдарҙа алып нефть сығарыу яйлап икенсе райондарға күсә[6].

Фенина Людмиланың шул ваҡыт тураһындағы хәтирәләренән:

Һоро бурәнәле өйҙәрҙән торған өс урамлы ҙур булмаған ҡасаба. Тик ике бина ғына яңы ине: 17-се һанлы ете йыллыҡ мәктәп, һәм әсәйем, тол һалдат ҡатыны Карпова Екатерина Григоьевна эшләгән балалар баҡсаһы. Ҡасабаның киң урамдары ҙур еләк яланы араһынан үтә ине. Яландың бер яғынан ҡалҡыулыҡтар теҙмәһе, бер тау итәгенән тымыҡ ҡына йылға аға. Беҙҙә бигерәк тә яҙ һәм йәй айҙары матур. Ҡар ирей башлаһа, ҡарҙан әрселгән ерҙәрҙә, беҙҙең өй эргәһендә йәшел үлән ҡалҡа һәм миләүшә сәскәләре күренә. Ә йәшәреп ятҡан ҡалҡыулыҡтар һары умырзая менән ҡаплана. Апрель аҙағында әремдең алһыу сәскәһе менән ҡаплана —бейек булмаған ҡыуаҡлыҡтар мул үҫә. Алһыу сәскәләр тирә-яҡты яҙғы шатлыҡ менән һуғара.

Эшселәр ҡасабаһынан алыҫ түгел башҡорт ауылы Тирмән-Йылға ята.

Эшселәр ҡасабаһы күп милләтле була, кешеләр татыу һәм асыҡ йәшәй. Күршеләр араһындағы ыҙғышты, дошманлыҡты мин иҫләмәйем. Балалар менән ҡаты мөрәжәғәт итеүҙе һәм урлашыуҙы ла иҫләмәйем. Ҡасабаның тормошо беҙҙең республиканың һәм ҙур илдең тормошонан айырылғыһыҙ булды. Һәр өйҙә радио бар ине. Ҡаланан лекторҙар килә ине, бер ваҡыт Мәскәүҙән дә килде. Ҡасабаға сит ил һәм үҙебеҙҙең кинофильмдарҙы килтерә торғайнылар[7].

1962 йылда биҫтә халҡы «Башнефть» производство берекмәһенең ярҙамсы хужалыҡ булып ойошторолған «Нефтсе» совхозына эшкә күсә, һөҙөмтәлә биҫтәне Нефтсе тип атай башлайҙар. Әммә ике атама ла осрай[8].

1998 йылда году «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте агропредприятиены Ишембай ҡалаһы муниципаль милкенә тапшыра[9]. 2000 йылдарҙа «Нефтсе» МУСХП совхозын бөтөрәләр, уның урынына «ПКФ „Нефтсе“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторалар. Совхоз бөтөрөлгәндән һуң агропредприяте майҙаны ҡыҫҡара, шул иҫәптән магазин менән икмәкхана ла юҡҡа сыға.

2010 йылдың 27 мартында Нефтселә үҫеп килгән быуындың алкоголизмға һәм наркоманияға ҡаршы көрәшенә бағышланған ауыр атлетика буйынса 1995 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Республикаһының беренселеге үтә.

Һайлауҙар

үҙгәртергә

4-се һанлы һайлау округы.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Тирмәнйылға быуаһы

Нефтсе биҫтәһендә «Нефтсе» Мәҙәниәт йорто, 1968 йылда асылған Николай Иванович Кузнецовҡа арналған хәрби дан музейы менән 17-се һанлы мәктәп урынлашҡан. Биҫтә янында нефть эшкәртеү заводының ташландыҡ «Аҡсарлаҡ» санаторий-профилакторийы бар[10].

Н. И. Кузнецовтың хәрби дан музейы 1968 йылда барлыҡҡа килә. Тирмәнйылға совхозының «Нефтсе» клубына легендар разведчик Константин Постаногов килә. Советтар Союзы Геройының хәрби эшмәкәрлеге башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Т. Стебянскаяны ҡыҙыҡһындыра. Екатерина Тимофеевна Кузнецов музейы булған Львов ҡалаһына, батырҙың Өфөлә йәшәгән һеңлеһе Л. И. Брюхановаға, Белоретта йәшәгән ҡустыһы В. И. Кузнецовҡа, Воронеждан элекке радист В. К. Догверға хат яҙа. Йырҙар яҙыусы шағир В. М. Дундуков музейға Кузнецов тураһында шиғырын ебәрә, ә бер партизан — Николай Ивановичтың көрәштәше Кутаисинан К. В. Нижарадзе отряд тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлаша, шул йылдарҙағы фотоһүрәттәрҙе бүләк итә. Һөҙөмтәлә «Еңеүсе» отряды командиры Д.Медведевтың ҡатыны Татьяна Ильинична һәм элекке 12 йәшлек разведчик, «Ҡайҙа осаң, торнаҡай?» китабы геройы Володя Саморука менән хатлашыу булдырыла. Һуңынан шул асыҡлана: партизан отрядының табибы болгар коммунисы Т. Д. Павловтың ҡыҙы— Вера Тодоровна Павлова була.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Олег Кошевой урамы
  • Ҡыҙыл таң урамы
  • Халыҡ урамы
  • Сараж урамы
  • Сатурн урамы
  • Свердлов урамы
  • Чайковский урамы
  • Көньяҡ урамы
  • Юпитер урамының
  • Ишембай урамы
  • Софья Ковалевская урамы
  • Һыу күтәреү урамы
  • Киң урам

Тирмән-Йылға ауылының билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Ауылдан Хисамовтар 1931 йылда ауылда кулак мөһөр тағылып, һөргөнгә ҡыуылғандар[12]: Хисамов Ғизәтулла Шәмсетдин улы(1888), Хисамов Садиҡ (1892).
  • Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы — Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары башҡорт театрҙары режиссёры.
  • Ильясова Луиза Мозафар ҡыҙы (Луиза Коряковцева — Лоу-Кунгур; 5.03.1951) — хеҙмәт ветераны, Башҡортостан телекомпанияһының элекке режиссёры.
  • Үзбәк Сирбаев ? — журналист, яҙыусы
  • Сәғәҙиева Сөйөмбикә Сәхи ҡыҙы — педагог, хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы

Транспорт

үҙгәртергә
  • 5-се һанлы ҡала маршрут автобусы

Палеобиология

үҙгәртергә

Лаврентьева Валентина Даниловна «Мшанки подотряда Phylloporinina» монографияһында (1985, Тр. ПИН, 214. Т.)[13] 56-сы б., 96 б. Тирмән-Йылғала 17/20 скважинаһынан Вashkirella төрөндәге мшанка табылыуы тураһында һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — В. 2. — № 3. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014.
  3. Термень-Елга. Генеалогия и архивы. Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 март 2012 года.(рус.). Генеалогия и архивы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 март 2012. 29 октябрь 2011 тикшерелгән.
  4. 239 | Генеалогия и архивы
  5. Список поселенных мест 1877. Генеалогия и архивы. Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 март 2012 года.(рус.). Генеалогия и архивы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 март 2012. 29 октябрь 2011 тикшерелгән.
  6. Сагадеев Р. Есть проблема! Любовь к малой родине — мудрость поколений (рус.) // KM.RU : газета. — 2002. — 12 июля.
  7. Фенина Л. Даны нам эти дали... (рус.) // Бельские просторы : журнал. — 2007. — № 7.
  8. Прокуратура в судебном порядке потребовала от администрации г. Ишимбая поставить на баланс водопроводную сеть 2016 йыл 5 март архивланған.
  9. Постановление Кабинета Министров РБ от 20.02.1998 г. № 31 (ред. от 17.04.1998 г.) «О передаче совхозов и подсобных сельских хозяйств акционерной нефтяной компании „Башнефть“ в муниципальную собственность». Портал News-City (20 февраль 1998). Дата обращения: 18 декабрь 2013.
  10. Никулочкин Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 1. — № 21. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  11. Жертвы политического террора в СССР. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 март 2012 года.(рус.). Международное общество «Мемориал». Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 март 2012. 29 октябрь 2011 тикшерелгән.
  12. Жертвы политического террора в СССР. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 март 2012 года.(рус.). Международное общество «Мемориал». Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 март 2012. 29 октябрь 2011 тикшерелгән.
  13. Палеонтологический институт РАН | Сотрудники

Һылтанмалар

үҙгәртергә