Кристина Мария «Крис» Эверт (ингл. Christine Marie «Chris» Evert, 1954 йылдың 21 декабрендә тыуа) — америка тенниссыһы. Үҙ карьераһында Ҙур шлемдың турнирҙарында яңғыҙ разрядта 18, шул иҫәптән «Ролан Гарростың» 7 һәм ЮС Опендың 6 титулын яулай. Ҡаҙаныштары араһында Ҙур шлем турниры серияһында парлы разрядта 3 еңеүе бар.

Крис Эверт
ингл. Chris Evert
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Christine Marie Evert
Тыуған көнө 21 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][4][5][…] (69 йәш)
Тыуған урыны Форт-Лодердейл, Флорида, Америка Ҡушма Штаттары[3]
Атаһы Jimmy Evert[d][6]
Бер туғандары Джин Эверт[d]
Хәләл ефете Энди Милл[d][7], Гре­г Норман[d][7] һәм Джон Ллойд[d][7][8][9]
Һөнәр төрө теннисист
Уҡыу йорто St. Thomas Aquinas High School[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 5 сентябрь 1989
Спорт командаһы ағзаһы United States Wightman Cup team[d][3][7] һәм сборная США по теннису в Кубке Федерации[d][7]
Масса 56 килограмм
Спорт төрө теннис
Спорт дисциплинаһы одиночный разряд[d] һәм парный разряд[d]
Спорт рейтингы 1 һәм 13
Одиночные матчи (в/п) 1304–144[10]
Парные матчи (в/п) 117–39[10]
Рабочая рука праворукость[d][6]
Играющая рука праворукость[d][11] һәм двуручный бекхенд[d][11]
Ҡатнашыусы Теннис на летних Олимпийских играх 1988[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 168 сантиметр
Приз фонды 8 896 195 $[10]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 305 995
 Крис Эверт Викимилектә

«XX быуаттың бөйөк матчтары» китабында Стив Флинк Эвертты Штеффи Граф һәм Мартина Навратилованан ҡала 20-се быуаттың өсөнсө ҡатын-ҡыҙ тенниссыһы тип атай. Крис Эверт Ҙур шлем турнирҙарының беренсе даирәләрендә бер ваҡытта ла еңелмәгән, шундай турнирҙарҙағы иң тәүге еңелеүе бәйгеләрҙең өсөнсө раундында була.

Карьераһы

үҙгәртергә

Эверт атаһы Джимми Эверт етәкселегендә теннис менән 5 йәштән алып шөғөлләнә башлай.

1969 йылға ул 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында АҠШ-тың беренсе ракеткаһы була. 1970 йылда 16 йәшкә тиклем үҫмерҙәр араһында милли турнирҙа еңә, шунан һуң уны Төньяҡ Каролинаға Шарлотт турнирында уйнарға саҡыралар. Ун биш йәшлек Эверт Франсуаза Дюррҙы 6-1, 6-0 иҫәбе менән беренсе даирәлә ҡыйрата, ә ярымфиналда беренсе ракетка булып иҫәпләнгән һәм Ҙур шлемдың яңғыҙ разрядында еңеүсе Маргарет Смитты 7-6, 7-6 иҫәбе менән еңеп сыға. Ошо еңеү арҡаһында Эверт Wightman Cup-та ҡатнашыу мөмкинлеге ала, ул унда иң йәш ҡатнашыусы була.

Беренсе тапҡыр Эверт АҠШ Чемпионатында 16 йәшендә ҡатнаша. Эдда Бадинг өҫтөнән еңел генә яулап алған еңеүҙән һуң, Мэри-Энн Эйзель менән осрашыу көтөлә. Эверт биреүҙә Эйзелдан 6-4, 6-5 (40-0) иҫәптәре менән 6 матчболлды отоп ала, ә аҙаҡ 4-6, 7-6, 6-1 иҫәбе менән матчта еңеүгә ирешә. Һуңыраҡ ул Дюррҙы (2-6, 6-2, 6-3) һәм Лизи Хантты (4-6, 6-2, 6-3) еңә, әммә ярым финалда Билли-Джин Кингтан еңелә.

Эверттың артҡы һыҙыҡ аҫтынан теүәл һуғыуҙары грунтта (тупраҡта) уйнау өсөн бик һәйбәт, әммә ул башҡа төр япмаларҙа ла насар уйнамауын иҫбат итә. Юниорҙар араһында уйнай башлағанда, ул ике тотҡалы бэкхенд ҡулланып уйнай, сөнки бер ҡул менән һуғып ебәреү өсөн, бик сибек һәм бәләкәй була. Был уның айырмалы һыҙаттарының береһе була, һәм киләһе быуын тенниссылары йыш ҡына уға оҡшатып уйнай башлай. Эверттың күркәм образы, күңелгә ятышлы тышҡы ҡиәфәте, үҙен тыныс тотоуы матбуғат өсөн асыш була, һәм ул фанаттарҙың яратҡан кешеһенә әүерелә.

1973 йылда Эверт Уимблдондың һәм Франция Чемпионатының финалсыһы була. Бер йылдан һуң был турнирҙарҙың еңеүсеһе була. Уның был беренсе Ҙур шлем титулдары. Уның кейәү егете, Джимми Коннорс, шул уҡ йылда Уимблдонда еңеү яулай, һәм матбуғат иғтибарҙы уларҙың мөнәсәбәтенә туплай. 1974 йылда ҡатнаш разрядта бергә уйнағанда, Коннорс һәм Эверт никахлашҡан булалар. Эверт бындай ярыштарҙа бик һирәк ҡатнаша. Ул ваҡытта Эверт, бөтә көсөн яңғыҙ карьераға юнәлтеп, парлы уйындарға әҙ иғтибар итә,

Һуңғы биш йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Эверт донъяла беренсе ракетка була (тәнәфестәр менән). 1975 йылда Франция Чемпионатында йәнә еңә һәм беренсе тапҡыр АҠШ Чемпионатында өс партиялы финалда Гулагонг Эвоннды отоп, еңеү яулай. 1976 йылда, тағы ла Гулагонгты еңеп, Уимблдонды яулай. Гулагонг менән Эверт араһында дәғүәселек әле бер нисә йыл дауам итә. Улар барлығы 33 матч уйнайҙар, шуларҙың 21-дә Эверт еңеп сыға. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы теннис буйынса өҫтөнлөгө, тыныс холҡо, майҙансыҡта ҡоростай түҙемлеге өсөн уны «Ҡарһылыу» тип атайҙар.

Бер нисә йылдан һуң Эверттың ярышташы булып Мартина Навратилова була. Майҙандан тыш улар яҡшы дуҫтар булып иҫәпләнә, әммә майҙанда ҡара-ҡаршы торошо әлегә тиклем теннис донъяһында ғәйәт ҙуры тип һанала. Тәүге осрашыуҙарында Эверт йыш ҡына көслө була, әммә Навратилова 80-се йылдар башына ҡеүәтле сығыштар яһай башлай. Ләкин ябай ерҙә Эверт шулай ҙа көслөрәк була. 1973 йылдың авгусынан алып ул тупраҡ ябай ерҙә бер-бер артлы 125 матчта еңә, был ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында рекорд булып ҡалыуын дауам итә. Еңеүҙәр һыҙаты 1979 йылдың 12 майында туҡтап ҡала, Италия Чемпионатының ярымфиналында Эверт Остин Трэйсинан 6-4, 2-6, 7-6 иҫәбе менән еңелә. Эверт матчтан һуң былай ти: «Еңеүҙәр һыҙаты өҙөлгәс миңә, әлбиттә, еңелерәк, шулай ҙа үкенесле». Һуңынан Эверт тупраҡта бер рәттән 72 еңеү яулай, Франция Чемпионатының ярым финалында Гана Мандликованан ҡалышып, еңеүҙәр сылбырын өҙә.

Эверт Франция Чемпионатында 7 тапҡыр еңеү яулай. Турнирҙағы ике иң ҙур еңеүе — был 1980 йылдарҙағы Навратиловаға ҡаршы өс партиялы алышы булып тора. 1985 йылда Эверт 6-3, 6-7, 7-5 иҫәбе менән еңеп сығып, донъяла беренсе һәм һуңғы ракетка булып ҡала. 1986 йылда Эвертҡа 31 йәш тула, ул Ҙур шлем турнирында, Навратилованы еңеп (2-6, 6-3, 6-3), һуңғы еңеүен яулай.

Эверт һөнәри карьераһын 1989 йылда, Уимблдон турнирында ярымфиналда Штеффи Графтан һәм АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында еңелеп, тамамлай. Тамашасылар, был турнирҙың Эверт өсөн һуңғыһы икәнен белеп, уның өсөн көйә, икенсе даирәлә Эвертҡа ҡаршы беренсе партияла 4-1 менән алда барған Элис Берджинға ризаһыҙлыҡ белдереп һыҙғыра. Эверт һөҙөмтәлә был уйында ла, һәм 1/8 финалда ла йәш Моника Селештан өҫтөн сыға, әммә аҙаҡ Зина Гаррисондан ҡалыша. Һалҡын ҡанлылыҡ менән еңеүҙе матч ахырына тиклем еткереүсе Гаррисон, уйын бөткәс, илап ебәрә, ә Эверт майҙандан йылмайып китә[12].

Һөнәри тенниста яңғыҙ разрядта Эверт бөтәһе 157 еңеү яулай, ә парлы сығышта — 8. Финал осрашыуҙары статистикаһы: 157 еңеү — 72 еңелеү. Ул 303 турнирҙың 273 ярымфиналына барып етә. Дүрт тапҡыр WTA Чемпион ярышында еңә, 8 тапҡыр АҠШ командаһына Федерация Кубогында еңеү яуларға ярҙам итә. Эверттың һуңғы матчы Федерация Кубогына Кончита Мартинесҡа ҡаршы 1989 йылда үтә, ул 6-3, 6-2 иҫәбе менән еңә. Эверт 13 йыл дауамында йыл һайын кәмендә бер тапҡыр еңеү яулай (1986 −1974). Ҙур шлем турнирҙарында 18 титулға эйә була, 7 еңеү Франция Чемпионатында, 6 — АҠШ чемпионатында (3 — ябай ерҙә, 3 — хардта), 3 — Уимблдонда, 2 — Австралия Чемпионатында (2 — үләндә) яулай.

Эверт Ҙур шлем турнирҙарының 34 финалына, 52 ярымфиналына етә.1976 йылда уға «Йыл спортсыһы» титулы бирелә. 1985 йылдың апрелендә ул «Һуңғы 25 йыл эсендә иң яҡшы спортсы» тип таныла. Эверт 1975—1976 һәм 1983—1991 йылдарҙа Ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис берекмәһенең Президенты була. 1995 йылда берҙәм хупланып, Теннис данының халыҡ-ара залына һайлана. 2005 йылда «Tennis Magazine» журналында Эверт 40 бөйөк спортсы исемлегендә дүртенсе була.

Уйын карьераһы тамамланғас, Эверт теннис комментаторы булып китә. Тәү башлап сығыш яһауы Family Circle Cup-та 1990 йылға тура килә. [13]

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Эверт Флорида штатының Форт Лодердейл ҡалаһында тыуған. Карьераһының башында, Ҙур шлем турнирында еңеүенән алда, ул Puritan Fashions Corp компанияһы менән контракт төҙөй. Атаһы, Джимми Эверт, теннистың профессиональ тренеры була. Эверттар өсөн теннис ғаилә эше кеүек була: Кристина һәм уның һеңлеһе Джинни Эверт тенниссылар булып китә, ә уларҙың ҡустыһы Джек Эверт теннис буйынса бәйгеләрҙә үҙенең университеты өсөн сығыш яһай.

Эверттың тенниссы Джимми Коннорс менән мөхәбәт бәйләнештәре 70-се йылдарҙа, бигерәк тә улар 1974 йылда Уимблдонда икеһе лә чемпион титулын яулағандан һуң, халыҡтың иғтибарын йәлеп итә. Ваҡыт ваҡыты менән Эверт һәм Коннорс парлы разрядта сығыш яһайҙар. 1974 йылда улар АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында финалсы булып китә. Аҙаҡ улар никахлашалар, әммә мөнәсәбәттәре оҙаҡҡа һуҙылмай. 1974 йылдың 8 ноябренә планлаштырылған туй тантанаһы ғәмәлгә ашырылмай. Һуңғы йылдарҙа Эверттың бер нисә билдәле ир заттары менән романдары башлана. , Булған мәғлүмәттәр буйынса, улар араһында актёр Бёртон Леон Рейнольдс һәм Джон Форд (АҠШ президенты Джеральд Фордтың улы) була. 1979 йылда ул британ тенниссыһы Джон Ллойдҡа кейәүгә сығып, Кристина Эверт-Ллойд булып китә. 1987 йылда улар айырылыша. 1988 йылда ул ике тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашҡан тау саңғысыһы Энди Миллға тормошҡа сыға. Туй алдынан улар 18 ай буйына осрашып йөрөйҙәр, өҫтәүенә романдарының башланғысы икеһе лә рәсми рәүештә никахта булған сағына тура килә[14]. Уларҙың өс улы тыуа: Александр Джеймс (1991), Николас Джозеф (1994), Кольтон Джек (1996). 2006 йылдың 13 ноябрендә Эверт айырылышыуға ғариза бирә. Процесс 2006 йылдың 6 декабрендә тамамлана. Эвертҡа Миллға 7 миллион доллар түләргә тура килә. Хәҙер Эверт ҡустыһы Джон Эверт менән берлектә теннис академи 2021 йыл 8 май архивланған. яһы менән етәкселек итә.

2007 йылдың 15 декабрендә агентлыҡтың мәғлүмәт таҫмаларына көтөлмәгән хәбәр килә. Крис Эверт һәм гольф уйынсыһы Грег Норман үҙҙәренең йәрәшеүе тураһында Көньяк Африкала гольф буйынса турнирҙың матбуғат кәңәшмәһендә иғлан итәләр. Парҙар 9 декабрҙа, йәкшәмбелә, АҠШ-тан Көньяк Африкаға сәйәхәте ваҡытында никахлаша. Туй тантанаһының ваҡытын һорауға, Эверт былай тип яуап бирә: «Был…никах балдағы. Әлегә беҙ ҡасан һәм ҡайҙа өйләнешеүебеҙҙе белмәйбеҙ».

Ҙур шлем турнирҙарында яңғыҙ разрядта еңеүҙәре. (18)

үҙгәртергә
Йыл Турнир Дәғүәсе Иҫәп
1974 Францияның Асыҡ чемпионаты   Ольга Морозова 6-1 6-2
1974 Уимблдон турниры   Ольга Морозова 6-0 6-4
1975 Францияның Асыҡ чемпионаты (2)   Мартина Навратилова 2-6 6-2 6-1
1975 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты   Эвонн Гулагонг 5-7 6-4 6-2
1976 Уимблдон турниры (2)   Эвонн Гулагонг 6-3 4-6 8-6
1976 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты (2)   Эвонн Гулагонг 6-3 6-0
1977 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты (3)   Уэнди Тернбулл 7-6 6-2
1978 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты (4)   Пэм Шрайвер 7-5 6-4
1979 Францияның Асыҡ чемпионаты (3)   Уэнди Тернбулл 6-2 6-0
1980 Францияның Асыҡ чемпионатыи (4)   Вирджиния Рузичи 6-0 6-3
1980 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты (5)   Хана Мандликова 5-7 6-1 6-1
1981 Уимблдон турниры (3)   Хана Мандликова 6-2 6-2
1982 Австралияның асыҡ чемпионаты   Мартина Навратилова 6-3 2-6 6-3
1982 АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты (6)   Хана Мандликова 6-3 6-1
1983 Францияның Асыҡ чемпионаты (5)   Мима Яушовец 6-1 6-2
1984 Австралияның Асыҡ чемпионаты (2)   Хелена Сукова 6-7 6-1 6-3
1985 Францияның Асыҡ чемпионаты (6)   Мартина Навратилова 6-3 6-7 7-5
1986 Францияның Асыҡ чемпионаты (7)   Мартина Навратилова 2-6 6-3 6-3

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #1158143 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Tingay L. 100 years of Wimbledon (ингл.)London Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 211.
  4. Chris Evert // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Chris Evert // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 576. — ISBN 978-0-942257-70-0
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 577. — ISBN 978-0-942257-70-0
  8. https://www.latimes.com/archives/la-xpm-1987-04-14-mn-311-story.html
  9. https://www.latimes.com/archives/la-xpm-1986-12-20-sp-4321-story.html
  10. 10,0 10,1 10,2 сайт WTA
  11. 11,0 11,1 сайт ITF
  12. John Feinstein. Hard Courts: Real Life on the Professional Tennis Tours. — New York: Villard Books, 1992. — P. 172. — ISBN 978-0-307-80096-1.
  13. Feinstein, 1992, p. 169
  14. Feinstein, 1992, p. 171

Һылтанмалар

үҙгәртергә