Красноусол минераль сығанаҡтары

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Ғафури районы Красноусол (1965 йылдан) ҡасабаһында урынлашҡан гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Красноусол минераль сығанаҡтары
Сығанаҡ төрөшишмә 
Ил
РегионБашҡортостан
 Красноусол минераль сығанаҡтары Викимилектә

Һаҡлау объекты: Уникаль шифалы сығанаҡтар. Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһының тәғәйенләнеше:

1. Шифалы сығанаҡтарҙы һаҡлау.

2. Минераль сығанаҡтарының дауалауҙа файҙаланыуы[2].

Красноусол минераль һыуҙары Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгенең Көгөш йылғаһы үҙәнендә, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сығанаҡтарҙың һыуы Усолка йылғаһына ағып төшөп, уны өлөшләтә тоҙло итә.

 
Красноусол минераль сығанаҡтары, Көгөш

Красноусол минераль сығанаҡтары XVI быуаттан билдәле. Иван Грозный дәүере риүәйәттәренән, Кама һәм Ағиҙел буйлап стругаларҙа Башҡортостанға Өфө зинданын (острог) төҙөргә килгән стрелецтар һәм казактар отряды Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап өҫкә Тоҙйылғаның инешенә тиклем барып еткән. Ошо ерҙә Табын исемен алған острогҡа нигеҙ һалына.

1924 йылда Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ Комиссариаты Красноусол сығанаҡтарына табип Петр Степанович Зотовты, ике шәфҡәт туташын һәм аш бешереүсене йүнәлтә. Сығанаҡтар эргәһендә килгән ауырыуҙар өсөн ағас өйҙәр төҙөлә. «Красноусол» курорты барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң курорт һуғыш инвалидтарын дауалау өсөн файҙалана. Эргәлә балалар щифаханаһы төҙөлә. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында эсәр һыу сифатында «Горький ключ» һыуын шешәләргә ҡойоу ойошторола.

Килеп сығышы

үҙгәртергә

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары ер аҫтынан сығыусы сығанаҡтарға ҡарай. Яҡынса һаны 250 еткән Красноусол сығанаҡтары 3 төркөмгә бүленә: • 1-се төркөм сығанаҡтары карбон эзбисташ ҡатламдарынан торған Тоҙйылғаның ярҙарынан; • 2-се төркөм сығанаҡтары — дүртенсел система тоҡомдары ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән йылға үҙәненең һул һөҙәгенән; • 3-се төркөм сығанаҡтары — йылғаның Көнгөр ярусының гипс ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән уң ярында урынлашҡан. 1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы тектоник ярыҡтарҙан 500—600 метр тәрәнлектән үҙ-ара ҡушылмай өҫкә күтәрелә.

Характеристикалары

үҙгәртергә

1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы юғары кимәлдә — 77,5 г/л тиклем минераллашҡан. 11-се сығанаҡта — уртаса минераллашҡан (7,6—13,5 г/л). Горький Ключ сығанағында — аҙ минераллашҡан (2,2 г/л).


Һылтанмалары

үҙгәртергә

Статья в Башкирской энциклопедии 2018 йыл 28 март архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  2. CD Econet 2018 йыл 25 ғинуар архивланған.