Костенко Лина Васильевна

Ли́на Васи́льевна Косте́нко (укр. Лі́на Васи́лівна Косте́нко; 1930) — украин яҙыусыһы һәм шағиры, алтмышынсы йылдар эшмәкәре.

Лина Васильевна Костенко
укр. Лiна Василівна Костенко
Тыуған урыны:

Ржищев,
Киев округы,
УССР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Украина Украина

Эшмәкәрлеге:

прозаик, шағир

Жанр:

шиғыр, роман

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

украин теле

Премиялары:

Ҡалып:Шевченковская премия (1992 йылға тиклем)

Наградалары:
V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1930 йылдың 19 мартында Ржищевта (хәҙер Киев өлкәһе, Украина) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда ғаилә Киевҡа күсенә, был ҡалала Лина 123-се һанлы урта мәктәпте тамамлай, М. П. Драгоманов исемендәге Милли педагогика университетында уҡый, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын 1956 йылда тамамлай. Киев — Могилянск Академияһының Почетлы профессоры, Львов һәм Черновцы университеттарының Почетлы профессоры. Украина Геройы исеменә лайыҡ булған.

Лина Костенко йәш украин шағирҙар плеядаһында 1950—1960 йылдарҙа килеп сыҡҡан иң тәүгеләрҙән һәм күренеклеләренән була. Уның «Ер нурҙары» («Проміння землі») (1957) һәм «Парустар» («Вітрила») (1958) шиғыр йыйынтыҡтары уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын уятты, ә 1961 йылда донъя күргән «Йөрәк сәйәхәте» («Мандрівки серця») исемле китабы уңышты нығытты ғына түгел, шағирәнең ысын ижади өлгөргәнлеген күрһәтте, уның исемен украин шиғриәтенең иң атаҡлы оҫталар араһына ҡуйҙы. Ижади фекерләүҙең сикләнеүе, застой ваҡытындағы төрлө йәберҙәр арҡаһында Л. Костенконың шиғырҙары байтаҡ ваҡыт баҫылмай. Әммә нәҡ ошо йылдарҙа шағирә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, лирик жанрҙарҙан башҡа, «Маруся Чурай» романы өҫтөндә арымай — талмай эшләй. Л. Костенконың «Мәңгелек йылғаның ярҙары өҫтөнән» («Над берегами вічної ріки»)(1977), «Маруся Чурай» (1979), «Тиңһеҙ» («Неповторність» ) (1980) китаптары ғәҙәттән тыш бөгөнгө украин шиғриәте күренеше булып тора. Шағирә шулай уҡ «Батмай торған скульптуралар» («Сад нетанучих скульптур») (1987) йыйынтығы һәм балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы «Мәрүәр батшаһы» («Бузиновий цар»)(1987) авторы. А. Добровольский менән бергә «Сәғәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ» («Перевірте свої годинники») (1963) киносценарий яҙған. 2010 йылда уның тәүге эре проза әҫәре — «Украин хыялыйы яҙмалары» («Записки українського самашедшого») романы сыға, уның темаһын нәшриәтсе Иван Малкович донъяның аҡылдан яҙыуына украин ҡарашы тип билдәләй[1]

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә
  • Киево — Могилянск Академияһы Милли университетының Почетлы профессоры
  • Черновцы Милли университетының Почетлы профессоры (2002)

Львов Милли университетының Почетлы профессоры

  • Тарас Шевченко исемендәге Украина милли премияһы (1987) — «Маруся Чурай» романы һәм «Неповторність» йыйынтығы өсөн
  • Петрарка премияһы (Италия, 1994)
  • Олена Телига исемендәге Халыҡ — ара премияһы (2000)
  • Украина Президенты отличие билдәһе (1992)
  • Кенәз Ярослав Мудрый ордены, V дәрәжә (2000)
  • күмәк кеше алдында Украина Геройы исеменән баш тарта: «Сәйәси бижутерия таҡмайым»[2].

Лина Костенконың әҫәрҙәре инглиз, белорус, эстон, итальян, немец, рус («Книга избранных стихов» («Һайланма шиғырҙар китабы»), Василий бетаки тәржемәһе, Париж, 1988 йыл), словак һәм француз телдәренә тәржемә ителгән. Кеше араһында бик һирәк була, ситләшеп йәшәү рәүешен алып бара. Бөгөнгө көндә Лина Костенко Киевта йәшәй.

Украин хыялыйы яҙмалары

үҙгәртергә

«Украин хыялыйы яҙмалары» («божевiльного»; укр. "Записки українського самашедшого") — Лина Костенконың тәүге прозалы романы. Был китап уҡыусылар араһында бик ҙур ажиотаж тыуҙыра. 2010 йылдың 17 декабрендә Украинала беренсе 10 меңлек тираж иенән китап һатыуға сығарыла. 2011 йылда китап рәсми рәүештә 80 меңлек тираж менән сығарыла.[8][9].

Украинаның егерме йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғона бәйле Лина Костенконың сығышы

үҙгәртергә

Украинаның бойондороҡһоҙлоғон байрам итеүгә әҙерләнгән көндәрҙә Лина Костенко үҙенең аскетлығын туҡтата. Лина Костенко үҙе һәм уның ҡыҙы, Тарас Шевченко исемендәге Украина Милли премияһы лауреаты (2010 йыл) Оксана Пахлевская оппозиция лидеры Юлия Тимошенконы «Көн»(«День») гәзите аша Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланылар: "Украина Бойондороҡһоҙлоғо менән Һеҙҙе ҡотлайбыҙ. Байрам кәйефе өсөн нигеҙ юҡ, ә Һеҙҙе сәләмәләр өсөн — бар. Сөнки күп кеше үҙен иректә лә ҡулға алынған кеше һымаҡ тота. Ә Һеҙ төрмәлә лә бойондороҡһоҙ булып ҡалаһығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирекле Украинаның егерме йыллығының символы төрмәләге оппозиционерҙар йөҙҙәре булды. Әммә һәр бер Берлин диуары иртәме — һуңмы емерелә. Уны сувенирҙарға таратасаҡтар. Яҡын арала сувенир сифатында Лукьянов төрмәһенең киҫәге Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә ятыуын теләйбеҙ. Ниһайәт, мәғәнә, хөкөм һәм намыҫҡа буйһонған ғына Украинала. «.[3] Икенсенән, Лина Костенко „День“ гәзитендәге интервьюһында бойондороҡһоҙлоҡ ошолай итеп һүрәтләне: Крещатик буйлап үтергә тейеш кемгә Украина» "Кемдәр арҡаһында Украина әллә Гвинеяна, әллә Гондурас ты ҡыуып етеп бара, шулар Крещатик буйлап үтергә тейеш. Алдарында кем нимә урлағаны яҙылған «тушкәләр» — һатлыҡ йәндәр, төрлө коррупционерҙар. Улар, дүрт президент (уларҙың муйынында плакаттар: кем флотты урлаған, кем ядерлы ҡоралды тапшырған, кем Хәнәүәт революцияһын һатҡан, ә кем — бөтә Украинаны) торған трибунаға ҡарап тигеҙләнеп үтергә тейеш. Гонгадзе, журналист Александров, Черновол һәм Гетьман, үҙ — үҙен үлтергән генерал Кравченко һәм Кирпаның портреттарын тотоп, милиция һәм судтар үтергә тейеш. Ә һуңынан майҙанға «Юлия Тимошенконың портреттары йәбештерелгән көлһыу төҫтәге автозак» килеп инһен һәм уны протест белдергән халыҡ аша, ҡара икра һымаҡ ҡара каскалары менән уға йәбешеп, кемгәлер ҡабырғалыран һындырып, кемделер аяҡтан йығып, кемделер асфальттан һөйрәп «Беркуттар» һәм «Грифондар» үтһен".[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә