Косово кухняһы

иртәнге аш, икенсе блюдолар, ҡамыр аштары төрҙәре

Косово кухняһы (албанса: Kuzhina kosovare, сербса: Косовска кухиња, Косовска kuhinja) әйләнә тирәләге илдәр (Черногория, Көньяҡ Сербия, Албания, Төньяҡ Македония) кухняларына оҡшаш. Кухня төрөк һәм албан кухнялары йоғонтоһонда була. Был кухняларҙың бөтәһендә лә булған блюдолар: бурек, бәлештәр, шешлек, суджук, бәләкәй колбасалар, үткәрелгән ит тултырылған борос, һарыҡ ите, фасоль, сарма, бирьяни, пите һәм дөгө[1]. Һәр төбәк кухняһының үҙ үҙенсәлектәре бар.

Косово кухняһы
Рәсем
Дәүләт  Косово
Ил  Косово
 Косово кухняһы Викимилектә

Икмәк һәм һөт ризыҡтары Косово кухняһында иң мөһим аҙыҡ булып тора. Блюдоларҙа һөт ризыҡтарынан һөт, кефир, айран, спред, сыр һәм ҡаймаҡ киң ҡулланыла. Косовола ит (һыйыр, һарыҡ һәм тауыҡ иттәре), фасоль, дөгө һәм борос — төп диетик ризыҡтар. Йәшелсә миҙгелгә ҡарап ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, бында ҡыяр, помидор һәм кәбеҫтәне маринадлайҙар[2]. Үләндәр, ҡара борос, ҡыҙыл борос популярлыҡ менән файҙалана[3].

Йыл миҙгеленә ҡарап, кухня ла үҙгәрә. Киң таралған блюдолар: бурек, бәлештәр, шешлек, бәләкәй колбасалар, үткәрелгән ит тултырылған борос, һарыҡ ите, фасоль, сарма, дөгөнән блюдалар һәм башҡалар. Көндәлек кухняла мотлаҡ һөт ризыҡтары була. Йышыраҡ ҡулланылғандары: һөт, йогурт, айран, спредтар, сыр и ҡаймаҡ. Ҡышын Косовола тоҙланған йәшелсә һәм айвар (эҫе йәки йомшаҡ ҡыҙыл борос) йышыраҡ ҡулланыла.

Иртәнге аш

үҙгәртергә

Иртәнге аш Косовола ябай һәм йыш ҡына икмәк менән сыр, айвар йәки һөтлө омлеттан тора.

Бәлештәр

үҙгәртергә

Косовола бәлештәрҙең бихисап төрөн бешерәләр:

  • Кульпите (Kullpite) — эсе буш һәм өҫтөнә йогурт ҡойолған;
  • Бурек — күп ҡатлы печеньенан бешерелә, эсенә ит, брынза, шпинат тултырыла;
  • Бакласарм (Bakllasarm) — күп ҡатлы ҡамырҙан йогурт һәм һарымһаҡ соусы ҡойоп бешерелгән бәлеш[4];[5]
  • Ҡабаҡ бәлеше;
  • Шпинатлы бәлеш.

Салаттар

үҙгәртергә
 
Таратор

Салаттарҙың күбеһе тиҙ һәм ябай ғына итеп эшләнә. Салатҡа һалына торған ғәҙәти ингредиенттар: помидор, һуған, һарымһаҡ, борос, ҡыяр, картуф, кәбеҫтә, салат, кишер һәм фасоль. Салат төрҙәре:

  • Картуф салаты
  • Таратор — ҡыяр, һарымһаҡ һәм йогурттан әҙерләнгән ғәҙәти салат
  • Ҡыяр һәм помидор салаты
  • Киптерелгән кесерткән салаты
  • Фасоль салаты
  • Шоп салаты — помидор, ҡыяр, һуған һәм брынзанан.

Икенсе блюдолар

үҙгәртергә
 
Тава
 
Кәбеҫтә япраҡтарында сарма 
 
Сарма
  • Сарма — төшкө ашҡа йыш бирелә торған блюдо. Ул кәбеҫтә йәки виноград япраҡтарына төрөлгән иттән тора[6].[7]
  • Үткәрелгән ит тултырылған борос — ит, дөгө һәм йәшелсәле блюдо;
  • Суджук — [8]Балҡан төбәгендәге ғәҙәти колбаса;
  • Таве гор[9] — һарыҡ бәрәсе итенән традицион блюдо;
  • Таве кози — һарыҡ бәрәсе итенә йогурт ҡушып бешерелә;
  • Йомортҡалы бурьян — дөгө, шпинат һәм йомортҡаларҙан традицион ризыҡ[10];[11]
  • Шешлек.

Туҡланыуҙа ҡурылған балыҡ йыш ҡулланыла — һыла һәм һаҙан. Гарниры һарымһаҡ, лавр япрағы, помидор һәм петрушканан тора. Һаҙан балығының башы төп ҡунаҡҡа бирелә[12].[13]

Десерттар

үҙгәртергә
 
Халва

Традицион десерттар йыш ҡына шәкәр һәм лимон йәки ваниль ҡушып әҙерләнелә [14].[15] Десерттар:

  • Пахлава — ҡамыр ҡатламдарына ваҡланған сәтләүек һалып, сироп йәки бал менән ҡойоп бешерелгән татлы ҡамыр ашы[16];
  • Дөгө пудингы — һыу йәки һөткә буталған дөгө блюдоһы, өҫтәп йөҙөм һәм дәрсен ҡушыла. Десерттарға һәм киске ашҡа пудингтарҙың төрлө варианты ҡулланыла. Десерт булараҡ ҡулланылһа, татлашдырыла[17][18][19];
  • Кнафе — көнсығыштан килгән десерт, шәкәрҙән һәм сәтләүектән йәки емдәренән әҙерләнә, ә классик албан десерты - ваҡланған ҡамырға ваниль шәкәре һәм грек сәтләүектәре һибеп бешерелә. Йөҙө алтын төҫөнә ингәнсе мейестә тотола[20];
  • Кэк;
  • Тулумба;
  • Хәлүә — шәкәр һәм сәтләүектән йәки емдәренән әҙерләнелгән десерт.

Эсемлектәр

үҙгәртергә
 
 Бозы ҡойолған стакан
 
Айран
  • Косовола кукуруз һәм бойҙайҙан әҙерлән ҡурлы эсемлек популяр эсемлектәрҙең береһе.
  • Компот — һыуға туралған емеш-еләк шәкәр ҡушып ҡайнатыла. Был эсемлек ғәҙәттә көҙ көндәрендә әҙерләнә.
  • Ракия — алкоголле эсемлек, йорт янында үҫкән, шулай уҡ ҡырағай емеш-еләктән, йышыраҡ виноградтан әҙерләнә.
  • Боза — татлы эсемлек, маистан (кукуруз) һәм бойҙай ононан әҙерләнә, һыуытылған йәйге эсемлек.
  • Aйран — йогурт, һыу һәм тоҙ ҡушылмаһы.
  • Һыра — «Бирра Пеже», «Бирра Эреники», «Бирра Приштины» һыраның урындағы сорттары.
  • Төрөксө кофе.
  • Тау сәйе — үләндәрҙән сәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ukelli Fikrije. 1001 Receta për çdo familje.
  2. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 6 июнь 2013. Архивировано 28 май 2013 года. 2013 йыл 28 май архивланған.
  3. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 6 июнь 2013. Архивировано 28 май 2013 года. 2013 йыл 28 май архивланған.
  4. http://www.kosovoguide.com/?cid=2,227,1011 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  5. http://www.kosovoguide.com/?cid=2,227,1011 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  6. Kosovo Kosovar Cuisine — KosovoGuide 2018 йыл 6 июль архивланған.
  7. Kosovo Kosovar Cuisine — KosovoGuide 2018 йыл 6 июль архивланған.
  8. 1000 receta per cdo familje
  9. 1000 receta per cdo familje
  10. Burani me Spinaq e Vezë — ArtiGatimit
  11. Burani me Spinaq e Vezë — ArtiGatimit
  12. Tavë Krapi Shkodrane. 2016 йыл 11 июнь архивланған.
  13. Tavë Krapi Shkodrane. 2016 йыл 11 июнь архивланған.
  14. http://rebibneenun.blogdetik.com/embelsira-kosovare/ 2017 йыл 17 август архивланған.
  15. http://rebibneenun.blogdetik.com/embelsira-kosovare/ 2017 йыл 17 август архивланған.
  16. Bakllava
  17. Rice pudding
  18. Bakllava
  19. Rice pudding
  20. Kadaif Recipe & Video | Martha Stewart

Һылтанмалар

үҙгәртергә

In Kosovo, a Thirst for Progress, and Beer, Too, New York Times (20 August 2015).