Тарато́р (болг. таратор, макед. таратур) — йәйге көндәрҙә Болғар аш-һыуында һәм Македонияла популяр булған һыуыҡ аш. Ғәҙәттә, икенсе блюдолар бирер алдынан йәки бергә, әгәр шыйыҡ булһа, ҡайһы бер саҡтарҙа стакан менән дә бирелә.

Таратор

Таратор

Аштар

Милли аш-һыу

Болгар аш-һыуы, Македон аш-һыуы

Компоненттар
Төп

ҡатыҡ, ҡыяр, грек сәтләүеге, һарымһыҡ

Булыуы мөмкин

үҫемлек майы, тәмләткес үләндәр

Оҡшаш аҙыҡтар

Холодник, Окрошка, Ботвинья, Чалоп

Викимилектә медиафайлдар Таратор

Төп компоненттары: әсегән һөт, шәкәрһеҙ, шыйыҡ йогурт, ҡыяр, һарымһаҡ, грек сәтләүеге, укроп, үҫемлек һәм зәйтүн майы, һыу, тоҙ, тәмләткестәр. Боҙ менән дә бирелергә мөмкин. Болгарияла тәүге блюдонан айырмалы рәүештә, шыйыҡ тараторҙы ҡайһы бер саҡтарҙа стаканға ҡойоп, икенсе блюдо менән бирәләр. Тарато́рҙы боҙ менән бирергә лә, әсегән һөттө һеркә ҡушып әскелтем ителгән һыу менән алыштырырға ла мөмкин. Ҡайһы бер саҡта ҡыярҙы ла йәшел салат япрағы менән алыштырырға була. Болгарияла таратор өсөн махсус үлсәп, төрлө тәмләткестәр йыйылмаһы һатыла. Бында ла ҡайһы берҙә тараторҙы стаканға ҡойоп, икенсе блюдо менән бирәләр.

Был блюдо күрше — Төркиә (әммә ул унда ҡабымлыҡ булараҡ бирелә һәм сервировкалана) һәм Албания (ғәҙәттә бында укроп, сәтләүек, һыу файҙаланылмай) илендә лә төрлө вариантарҙа популяр. Шулай уҡ, грек соусы цацики (тартар) оҡшаш составҡа эйә. Ҡайһы берҙә тараторҙы Украинала ла ашайҙар, тик туралған ҡыярҙы ҡырылғаны менән алыштыралар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Борис Бурда. Таратор // eda-server.ru  (Тикшерелеү көнө: 31 октябрь 2010)