Косово географияһы
Косово Республикаһы — Европаның көньяҡ-көнсығышында Балҡан ярымутрауында урынлашҡан өлөшләтә танылған дәүләт.
Косово географияһы | |
Дәүләт | Косово |
---|---|
Топографик карта | атлас Косово[d] |
Косово географияһы Викимилектә |
Майҙаны — 10 887 км², халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәДиңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 550 метр тирәһе. Косово башлыса тауҙар менән ҡапланған, иң бейек нөктәһе — Албания менән сик буйында урынлашҡан Джяравица тауы (бейеклеге — 2656 метр). Шар-Планина тауҙары көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Македония Республикаһы сиге уйлап урынлашҡан. Башлыса Сербияла ятҡан Капаоник тауҙары Косовоның төньяҡ өлөшөн биләй. Республиканың баш ҡалаһы Пришитинанан көнбайышҡа табан ятҡан Дреница убалы өлкәһе ике тигеҙлекте айырып тора — көнбайыштан Аҡ Дрин йылғаһы буйлап һуҙылған Метохия тигеҙлеге һәм көнсығыштан Ситница йылғаһы буйлап һуҙылған Косово яланы тигеҙлеге.
Косово биләмәләрендә бер нисә ҙур йылғалар бар: Аҡ Дрин, Ситница, Көньяҡ Морава һәм Ибар. Уларҙан иң оҙоны — Аҡ Дрин (оҙонлоғо 175 км), ул Албанияның Кукес ҡалаһы эргәһендә Ҡара Дрин йылғаһы менән ҡушыла һәм Дрин йылғаһын барлыҡҡа килтерә. Аҡ Дрин йылғаһы бассейнының майҙаны 4964 км² тәшкил итә.
Иң ҙур һыу ятҡылығы — Газивода һыуһаҡлағысы, уның күләме — 380 млн м³. Икенсе урында 113 млн м³ күләме менән Радонич һыуһаҡлағысы тора. Республикала Батлава (40 млн м³) һәм Бадовац (26 млн м³) күлдәре бар.
Шарлауыҡтары:
- Радовац ауылы янында Аҡ Дрин йылғаһындағы шарлауыҡ (бейеклеге 25 метр).
- Метохияла урынлашҡан Мируша шарлауыҡтары.
- Климаты
Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ, әммә ул Адриатик диңгеҙҙән алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Климаты дымлы континенталь[1]. Был төбәк өсөн йылы йәй һәм һалҡын, ҡарлы ҡыш хас. Максималь йәйге температура — +30 °C, минималь ҡышҡы температура — −10 °C[2].
- Халҡы
Халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше. Иң ҙур ҡала — республиканың баш ҡалаһы Приштина (яҡынса 200 мең кеше), икенсе урында — Призрен (180 000). Халыҡ тығыҙлығы — яҡынса 200 кеше/км2. Этник составы: башлыса албандар (88 %), сербтар (7 %), шулай уҡ төрөктәр, босняктар һәм сиғандар йәшәй[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Strahler и Strahler. «Физическая география»
- ↑ Geography 2013 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Population. Kosovo State of the Environment Report 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.