Коровкин Павел Петрович
Коровкин Павел Петрович (9 июль 1913 йыл — 11 август 1985 йыл) — совет математигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор.
Коровкин Павел Петрович | |||||||||
Файл:Коровкин Павел Петрович.jpg | |||||||||
Тыуған көнө |
9 (16) июль 1913 (110 йәш) | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат көнө | |||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы | ||||||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||||||
Награда һәм премиялары |
| ||||||||
50-нән ашыу хеҙмәт авторы, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр ("Математик анализ"дың 2 томлыҡ курсы), ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Биографияһы үҙгәртергә
1913 йылдың 9 июлендә (яңы стиль буйынса 16 июль) Тверь губернаһының Весьегонск ҡалаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1914 йылдан алып 1920 йылға тиклем Весьегон приютында тәрбиәләнә, унда әсәһе приютта кер йыуыусы булып эшләй. Һуңынан малай 2-се баҫҡыс Весьегон мәктәбендә уҡый, математикала һәләттәрен күрһәтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Ленинградҡа эшкә китә, унда тәүҙә фабрикала эшләй, ә 1931 йылда Ленинград дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. 1936 йылда университетты тамамлағандан һуң, аспирантурала уҡыуын дауам итә. 1939 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Калинин педагогия институтына (хәҙерге Тверь дәүләт университетына) эшкә ебәрелә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та[2], үҙ теләге менән фронтҡа китә. Артиллерия взводы командиры, батарея командиры, полк командирының хәрби часть буйынса урынбаҫары була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң совет-япон һуғышында ҡатнаша, унда фронттың һауа оборонаһы начальнигы була.
Һуғыштан һуң Калинин педагогия институтының математик анализ кафедраһын етәкләй. 1947 йылда «Полиномдарҙың оҡшашлыҡ рәттәре. Оргональ полиномдар» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1948 йылда Коровкинға профессор исеме бирелә. Бер ни тиклем оборона комплексы предприятиеларында эшләй һәм бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетында юғары математиканан уҡыта. 1953 йылдан — Мәскәү автоюлдар институты (хәҙерге Мәскәү дәүләт автомобиль-юл техник университеты) профессоры, юғары матем. кафедраһы мөдире, 1970—1985 йылдарҙа Калуга педагогия институтының (хәҙерге К. Э. Циолковский исемендәге Калуга дәүләт университеты) математик анализ кафедраһы мөдире.
1985 йылдың 11 авгусында Калугала вафат була.
Хәтер үҙгәртергә
- 2007 йылда МЭДИ-ның Весегонский бүлексәһенең уҡыу бинаһында П. П. Коровкинға ғалимдың барельефы менән мемориаль таҡтаташ асыла (авторы — рәссамы В. Г. Арефьев).
- 2015 йылда Калугала күренекле ғалим иҫтәлегенә Светлана Гусеваның «Весьегонскиҙан математик: документаль һәм нәфис повесть» тигән китабы донъя күрә. Китаптың презентацияһы К. Э. Циолковский исемендәге Калуга дәүләт университетында П. П. Коровкин иҫтәлегенә арналған Математиктарҙың халыҡ-ара конференцияһында үтә, унда Рәсәйҙең 23 юғары уҡыу йорто ғалимдары һәм донъяның биш иле вәкилдәре ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә
- Хәрби наградалары:
- Тыныс ваҡыттағы хеҙмәте өсөн:
- «Почет Билдәһе» ордены
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы[1]
- «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме (1981)
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы»
- «СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәләре[1]
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Коровкин Павел Петрович
- ↑ КОРОВКИН ПАВЕЛ ПЕТРОВИЧ 2021 йыл 26 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт үҙгәртергә
- Altomare, Francesco (12 September 2010), "«Korovkin-type Theorems and Approximation by Positive Linear Operators»", «Surveys in Approximation Theory» Т. 5: 92–164, <http://www.emis.de/journals/SAT/papers/13/13.pdf>