Корнилаев Сергей Григорьевич

Корнилаев Сергей Григорьевич (20 февраль 1955 йыл) — СССР-ҙың ирекле стилдәге көрәшсеһе. 48 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Корнилаев Сергей Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Сыуаш-Ҡобау, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө көрәшсе
Масса 48 килограмм
Спорт төрө Спорт көрәше[d] һәм Ирекле көрәш
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 1980
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 154 сантиметр
 Корнилаев Сергей Григорьевич Викимилектә

Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры  (1978), дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1978, 1979, 1981, 1982), Европа чемпионы (1984), XXII олимпия уйындарының бронза призеры (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Григорьевич Корнилаев 1955 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Сыуаш-Ҡобау ауылында сыуаш ғаиләһендә тыуған.

«Витязь» спорт клубының (Мәскәү) Почетлы президенты, Мәскәү ирекле көрәш федерацияһының попечителлек советы рәйесе.

Йыл һайын көрәшсе хөрмәтенә үткәрелә:

  • Ирекле көрәш буйынса Сергей Григорьевич Корнилаев исемендәге халыҡ-ара турнир (Мәскәү, «Хеҙмәт резервтары» спорт комплексы),
  • Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына Бөтә Рәсәй турниры (Сыуаш Республикаһы, Канаш районы).
  • Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына республика турниры (Башҡортостан Республикаһы, Иглин районы).
  • Ирекле көрәш буйынса Яңы йыл турниры (Мәскәү, Перово, «Луч» спорткомплексы).

Һылтанмалар үҙгәртергә