Корела ере
Корела ере (Кирьялаланда, Корел, Карела ере) — X — XVI быуаттарҙағы төньяҡ-көнбайыш Ладога буйы территорияларының тарихи атамаһы. Корела ере исеме корел ырыуы атамаһынан — хәҙерге замандағы карелдарҙың б. э. тиклемге I мең йыллыҡта йәшәгән ата-бабаларының исеменән алынған.
Тарих
үҙгәртергәКирьялаланда (Корела ере) тураһында иң тәүге яҙма көнбайыш европа сығанаҡтарында, атап әйткәндә — «Легендарная сага об Олаве Святом », «Красивая кожа» һәм башҡаларҙа телгә алына. Был сығанаҡтарҙа норвег конунгтарының X-XI быуатта Кирьялаландҡа хәрби походтары тураһында тәфсирләп һөйләнә.
…ярл говорит, что хочет воевать летом на Восточном пути. Затем он так [и] поступает. И осенью он был на востоке в Кирьялаланде, отправился оттуда вверх в Гардарики[1], опустошая страну…
Корела тәүге тапҡыр боронғо рус яҙма сығанаҡтарындағы новгород туҙ грамоталарында № 590[5] (1075-1100 йыл тип билдәләнгән) телгә алына,
…Литва встала на Корелу…— Берестяная грамота (№ 590)
в Новгородской первой летописи в 1143 году[6].
В лѣто 6699 [1191]. Ходиша новгородци в лоивахъ на ѣмъ с Корѣлою, и воеваша землю ѣмьскую и пожгоша и скот исѣкоша…— Новгородская первая летопись
XIII быуатҡа тиклем Новгород менән Корела ере мөнәсәбәттәре союздаш-конфедератив формаһында була. Был бәйләнештәр Новгород һәм Корела мәнфәғәттәренең тап килеүе һәм швед экспансияһына ҡаршы тороуға нигеҙләнеп ҡоролған һәм үтәлгән. Корела ере, вассаллылыҡты үтәп, Новгородҡа яҫаҡ түләп торған.
1270 йылдан алып Корела ере Новгород улусы составында була.
XIV быуат башында был ерҙәрҙе шведтарҙан һаҡлап тороу өсөн бында Корела ҡәлғәһе төҙөлә.
1323 йылда, 30 йыл дауамындағы хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә Швед короллеге һәм Новгород республикаһы араһында Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе төҙөлә: уға ярашлы итеп Корела ере көньяҡтан төньяҡҡа бүленә. Швед короллеге менән Новгород республикаһы араһында Фин ҡултығынан башлап Сестра йылғаһы буйлап, төньяҡта Сайма күле һәм артабан төньяҡ-көнбайышта Ботнический ҡултығы ярына тиклем шартлы һыҙыҡ-сик булдырыла. Кореланың Новгород ерендәге өлөшө Водский пятинаһы составына инә, ә шведтарҙыҡы — Швед короллеге Финляндия герцоглығының Выборгский лены составына инә. Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе беренсе тапҡыр рәсми рәүештә яңы исемде — Кореле ерен атай, Корела ере туранан-тура Новгородҡа буйһона.
1478 йылда, Бөйөк Новгород кенәз Бөйөк Иван III державаһына мәскәү-новгород һуғышында (1477-1478) урыҫтарҙың еңеүе һөҙөмтәһендә ҡушыла, ә Ладога буйы Новгород наместниклығы административ рәүештә Корела өйәҙе тип атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Древнескандинавское название Руси
- ↑ Здесь юго-западная часть территории современной Финляндии
- ↑ Территория современной Эстонии
- ↑ Территория современной Латвии
- ↑ Письменные известия о племенах Карелии
- ↑ Новгородская первая летопись
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Панкрушев Г. А. Племена Карелии в эпоху неолита и раннего металла. — М.,Л.: Наука, 1964. — 150 с.:табл.
- А. И. Сакса Карельская земля в XII—XIV вв. — Л., 1984.
- А. И. Сакса Комплекс археологических памятников деревни Ольховки. — Л., 1984.
- А. И. Сакса Город Корела — центр Приладожской Карелии // Рукопись из фондов Приозерского краеведческого музея. 1988
- А. И. Сакса Корела. // Финны в Европе VI—XV вв. — М., 1990. (в соавт. в В. А. Тюленевым)
- А. И. Сакса 100 лет археологического изучения корелы // Современное финно-угроведение. Опыт и проблемы. — Л., 1990.
- А. И. Сакса Русь и Корела // Памятники старины. Концепции. Открытия. Версии. — Псков-СПб., 1997.
- А. И. Сакса Поселенческие центры как фактор расцвета Карелии в XII—XIV вв. // Поселения: Среда. Культура. Социум. — СПб., 1998.
- А. И. Сакса Итоги изучения карельских крепостей эпохи средневековья // Раннесредневековые древности Северной Руси и её соседей. — СПб., 1990.
- История Карелии с древнейших времён до наших дней / Науч. ред. Н. А. Кораблёв, В. Г. Макуров, Ю. А. Савватеев, М. И. Шумилов. — Петрозаводск: Периодика, 2001. — 944 с.: ил. ISBN 5-88170-049-X
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. — 464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
- С. И. Кочкуркина История и культура Карелии и их соседей (средние века). — Петрозаводск, 2011. — 240 с. ISBN 978-5-7545-1572-7
- С. И. Кочкуркина Корела и Русь. — Ленинград, 1986.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Предметы археологии X—XVI веков в Национальном музее Республики Карелия 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.