Са́йма (фин. Saimaa, швед. Saimen) — Финляндиялағы иң ҙур күл. Европала майҙаны буйынса дүртенсе сөсө күл. Майҙаны яҡынса 4400 км². Яр һыҙығының оҙонлоғо 15 мең километр. Күлдә 13710 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1850 км² тәшкил итә. Күлдән берҙә-бер сығыусы йылға — Вуокса Ладога күленә ҡоя.

Озеро
Сайма
фин. Saimaa
Морфометрия
Абсолют бейеклеге76 м
Майҙаны4380 км²
Яр һыҙаты14 850 км
Иң тәрән урыны84 м
Уртаса тәрәнләк17 м
Бассейн
Площадь бассейна61 054 км²
Урынлашыуы
61°15′54″ с. ш. 28°19′32″ в. д.HGЯO
Ил
 Сайма Викимилектә

География

үҙгәртергә
 
Йыһандан күренеш

Күлдең тектоник сығышлы котловинаһы боҙланыу осоронда киңәйтелгән һәм тигеҙләнгән[1]. Яҡынса 9 000 йыл элек күлдең бер өлөшө Балтик диңгеҙенең ҡултығы булып торған[2]. Яҡынса 8 000 йыл элек күл тулыһынса Балтик диңгеҙенән айырылған. Сайманан сыҡҡан хәҙерге Вуокса йылғаһының Ладога күленә ҡойоуы 5 000 йыл элек формалашҡан[3] (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 5 700 йыл элек[4]).

1791—1792 йылдарҙа А. В. Суворов күл буйлап хәрбис форпосттар төҙөй. Был осорҙа Рәсәй империяһы һәм Швеция араһындағы сик күл буйлап үткән[5]. Рәсәй һалдаттары һәм төбәктәге кешеләр күлдең эске өлөштәрендәге ҡултыҡтарҙы тоташтырыусы 4 бәләкәй канал төҙөй: Кутвеле, Кяюхкяя, Куконхарью һәм Телатайпале[6]. Саймалағы башҡа каналдар көнсығыш Финляндияның бәләкәй күлдәре менән тоташтыра һәм һыу юлдары селтәрен барлыҡҡа килтерә. 1856 йылда Сайма күлен Фин ҡултығы менән тоташтырыусы Сайма каналы төҙөлә.

Ресурстары

үҙгәртергә

Күлдә балыҡтар бик күп[7].

Сайма күлендә юҡҡа сығыу хәүефе янаған сайма нерпаһы тереклек итә, уның иҫәбе 2012 йылғы баһалама буйынса 310 зат тәшкил итә[8][9].

Яр буйҙарында асбест ятҡылыҡтары бар.

Күлдең панорамаһы. Котасаари утрауынан күренеш

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [ Сайма] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. Tikkanen, M, Oksanen, J Late Weichselian and Holocene shore displacement history of the Baltic Sea in Finland (инг.) // Fennia - International Journal of Geography : журнал. — Helsinki: Geographical Society of Finland, 2002. — № 1-2. — ISSN 0015-0010.
  3. Tikkanen, M Long-term changes in lake and river systems in Finland (инг.) // Fennia - International Journal of Geography : журнал. — Helsinki: Geographical Society of Finland, 2002. — № 1-2. — С. 31-42. — ISSN 0015-0010.
  4. Герасимов Д. В., Сейтсонен О., Нордквист О. Береговая хронология» и история Ладоги в свете результатов раскопок археологического комплекса Комсомольское 3 в 2007 г // Радловский сборник: научные исследования и музейные проекты МАЭ РАН в 2007 г. : Журнал / Ответственный редактор: Чистов Ю.К., Рубцова М.А.. — СПб.: МАЭ РАН, 2008. — С. 188-193. — ISBN 978-5-88431-154-1.
  5. Коренев Л. И. Братья-созидатели. Дата обращения: 20 ғинуар 2014.
  6. Суворовские каналы. Музейное ведомство Финляндии. 2014 йыл 7 май архивланған.
  7. В озере Саймаа обнаружен новый вид рыб // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 7 июль 2014. (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2014)
  8. Сайменская кольчатая нерпа. — WWF Финляндия
  9. Материалы Лесного управления Природоохранной службы Финляндии
  • Esko Kuusisto: Lake District in Finland. In: Matti Seppälä (Hg.): The Physical Geography of Fennoscandia. Oxford University Press 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә