Копетдағ
Копетда́ғ (төрки «күп таулыҡ» (күп әт-тау) тигәндән алынған; фарс. کپهداغ, төркм. Köpetdag) — Иран һәм Төркмәнстандағы иң ҙур тау системаһы, Төркмән-Хөрәсән тауҙары|ның бер өлөшө. Оҙонлоғо 650 километр тирәһе, бейеклеге 3117 метрға тиклем етә. Параллель һырттары, ҡырастары, үҙәндәре арҡырыға-буйға Атрек һәм Сумбар йылғалары менән бүлгеләнеп бөткән.
Копетдағ | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт |
Төркмәнстан Иран |
Иң юғары нөктә | Q20726071? |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3211 метр |
Оҙонлоҡ | 650 km |
Копетдағ Викимилектә |
Тәбиғәте
үҙгәртергәСейсмик хәүефлелек юғары, Ашхабадтағы 1948 йылғы көслө ер тетрәү ваҡытында бөтә ҡала халҡының яҡынса өстән ике өлөшө һәләк була.
Тау битләүҙәре ярымсүллек үҫемлектәре менән ҡапланған. Совет осоронда Төркмәнстанда Копетдағ ҡурсаулығы булдырылған.
- йәнлектәре
Сүллек булған лёс тау итәктәрендә гепард, леопард, сүл бүреһе, буйлы гиена, һинд балашарҙары (медоед), бүрекле дикобраз йәшәй. Бейек түбәләрҙәге асыҡлыҡтарҙа һарыҡ, ҡая тарлауыҡтарында безоар кәзә көтәләр[1].
Рекреация һәм туризм мөмкинлектәре
үҙгәртергәФирүзә тарлауығында, Ашхабадтан йыраҡ түгел, Фирүзә курорты урынлашҡан . 2000 йылда Ашхабад эргәһендә Копетдаг тау һырты булап Сәләмәтлек һуҡмағы һалынған — бетон түшәлгән йәйәүле юлдарҙың оҙонлоғо 36 км [2].2006 йылда Копетдаг тауы аша аҫылмалы канат юлы төҙөлгән[3]. 2011 йылда Копетдаг тау һырттарының береһендә 211 метр бейеклектәге «Төркмәнстан» телерадио үҙәге төҙөлгән[4][5].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Вальбе С. П., Основные черты тектоники Копетдага, «Известия АН СССР. Серия геологическая», 1970, № 6;
- Ефремов Ю. К., О рельефе Копетдага, в книге: Вопросы географии, сб. 40, М., 1957;
- Резанов И. А., Тектоника и сейсмичность Туркмено-Хорасанских гор, М., 1959;
- Коровин Е., Основные черты в строении растительного покрова горной и подгорной части Копетдага, «Известия института почвоведения и геоботаники Средне-Азиатского государственного университета», 1927, в. 3.
- [ 'Копетдаг'] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Животный мир Туркмении
- ↑ Туркменбаши поведёт Тропой здоровья
- ↑ Президент Туркмении принял участие в приуроченном к 15-летию независимости страны открытии трёх объектов
- ↑ Новая телебашня получила название Центр телерадиовещания «Туркменистан»
- ↑ Две архитектурные достопримечательности Ашхабада отмечены на международном конкурсе
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Копетдаг в книге: Н. А. Гвоздецкий, Н. И. Михайлов. Физическая география СССР. М., 1978.
- У подножий Копетдага