Комо (итал. Como, ломбе. Comm [ˈkɔm:], лат. Novum Comum, Novocomum, бор. грек. Κώμον) — Италияның Ломбардия төбәгендәге ҡалаһы, шул уҡ исемдәге провинцияның административ үҙәге. Был ҡала Комо күленең көньяҡ-көнбайыш осонда Альп тауҙары менән уратылып урынлашҡан.

Комо
итал. Como
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Como
Этнохороним comaschi, comacini, comensi һәм lariani
Рәсми тел Итальян
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Италия[1]
Административ үҙәге Комо[d]
Административ-территориаль берәмек Комо[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығы Alessandro Rapinese[d]
Халыҡ һаны 83 184 кеше (1 ғинуар 2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 201 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Нетания[d][3], Фульда, Токамати[d], Наблус[d] һәм Елгава[d][4]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Palazzo Cernezzi[d], Комо, Ломбардия[d], Италия
Сиктәш Брунате[d], Каснате-кон-Бернате[d], Черноббьо[d], Грандате[d], Липомо[d], Масльянико[d], Сан-Фермо-делла-Батталья[d], Тавернерио[d], Торно[d], Блевио[d], Монтано-Лучино[d], Капьаго-Интимьано[d], Сенна-Комаско[d], Кьяссо[d] һәм Вакалло[d]
Майҙан 37,12 км² (9 октябрь 2011)[5]
Почта индексы 22100
Рәсми сайт comune.como.it
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге list of buildings and structures in Como[d]
Изге ҡурсалаусы Авундий из Комо[d]
Сейсмическая классификация 4[d][6][7]
Урындағы телефон коды 031
Номер тамғаһы коды CO
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Como[d]
Карта
 Комо Викимилектә

Comum борон, моғайын, галлдар ҡалаһы булған, ул Рим республикаһы составына б. э. тиклемге 193 йылдарҙа ингән. Хәҙерге урынына Юлий Цезарь күрһәтеүе буйынса күсерелгән. Уның әһәмиәте һәр быуатта тайпылышһыҙ арта барған һәм 379 йылда ҡаланың үҙ епискобы булған.

XI быуаттан башлап Комо менән идара итеүҙе ҡала халҡы үҙ ҡулына алған. Фридрих Барбаросса Комола Миланға ҡаршы торған үҙе яғында тороусыһын тапҡан. 1183 йылда Комо Милан менән килешкән һәм уның хакимдары (Висконта һәм Сфорца) власы аҫтына күскән. Урындағы хужалыҡ ебәк һәм йөн етештереү менән кәсеп иткән. 1470-се йылдарҙа Комо Италияның беренсе китап баҫыу үҙәктәренең береһенә әүерелгән.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә

Заманса ҡаланың үҙәге булып Ковур майҙаны тора, уның иң ҙур бинаһы — мәрмәр Санта-Мария-Ассунт мәрмәр һарайы. Был һарай, барокко архитекторы Ювара тарафынан 1399 йылда һалынған. Уның стилендә готика һәм ренессанс стилдәре элементтары ла килешле урын тапҡан. Собор эргәһендә — Бролетто, элекке ратушаның матур бинаһы (1215, фасад 1435). Ҡала нығытмаларынан Порт-Витториа манараһы һаҡланып ҡалған (1192).

Ҡаланың боронғо ҡоролмаһы — Сан-Карпофоро (IV быуат, артабан үҙгәртеп ҡоролған) сиркәүе— ул элекке рим Меркурий ҡорамы урынында тора. Роман стилендәге Санта-Аббондио сиркәүе Урбан II тарафынан 1095 йылда изгеләндерелгән. Был сиркәү ҡалала яңы собор төҙөлгәнгә тиклем ҡаланың төп ғибәҙәтханаһы булып иҫәпләнгән. Ломбард стиленең саф өлгөһө — XII быуатта төҙөлгән СаФеделе базиликаһы.

Замансараҡ биналар булып Халыҡ йорто (1932, арх. Джузеппе Терраний); Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар һәйкәле (шул уҡ архитектор); ҡасандыр Одескалька кенәздәренә ҡараған Ольмо виллаһы (1797)тора. Шулай уҡ Комо провинцияһында билдәле Карлотта виллаһы (яҡынса 1690 й.), Белладжо ҡалаһы янындағы Ференц Лист йәшәгән Мельци виллаһы (1808—1810) бар.

Ҡала тауҙар менән уратып алынған, уларҙың береһенә — Брунатеға — фуникулерҙа күтәрелергә һәм күҙәтеү майҙансығынан ҡаланың матур күренештәре менән һоҡланырға мөмкин.

Ҡалала боронғо рим мунсаларының диуар ҡалдыҡтары табылған.

Демография

үҙгәртергә

Халыҡ динамикаһы:

Коммуна хакимиәте

үҙгәртергә

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә