Комаров Алексей Никанорович

Комаров Алексей Никанорович (13 октябрь 1879 йыл31 март 1977 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, скульптор, анималист.

Комаров Алексей Никанорович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 (13) октябрь 1879 или 13 октябрь 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2]
Тыуған урыны Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2] (97 йәш)
Вафат булған урыны Пески[d], Коломенский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Конев-Бор[d]
Һөнәр төрө рәссам, скульптор
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Жанр иллюстрация[d], плакат[d], графика[d] һәм Скульптура
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
народный художник РСФСР РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Комаров Алексей Никанорович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Никанорович Комаров Тула губернаһының Скородный ауылында тыуған. Тула эргәһендәге атаһының имениеһында йәшәй, һуңынан ғаиләләре менән ҡалаға күсәләр. Тула реаль училищеһында, МУЖВЗ-да уҡый. Тулала, Ҡазанда, Мәскәүҙә йәшәй. 1906 йылда күп сәйәхәт итә. Балалар өсөн сығарылған китаптар, «Мурзилка» журналы иллюстраторы булараҡ билдәле.

А. Н. Комаров яҙыусы-натуралистар: Петр Мантейфель, Георгий Скребицкий, Евгений Спангенберг, Чаплина Вера китаптарына иллюстрациялар яһай.

Уның эштәре Дарвинов Дәүләт музейы (Мәскәү), Курск өлкә картиналар галереяһы, Мәскәү өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Истра), Коломен районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Коломна), К. А. Тимирязев исемендәге Биология музейы (Мәскәү) , Тарус картиналар галереяһы (Таруса) һ. б. музейҙарҙа һаҡлана[3].

Ижадында Башҡортостан

үҙгәртергә

А. Н. Комаров күп сәйәхәт итә. Әстрхан, Ҡырым, Ҡаҙағстан, Кавказ, Алтай ерҙәрен гиҙә. Булған ерҙәрендә хайуан, кейек, ҡоштарҙың һүрәттәрен төшөрә. 1912 йылда Урал буйлап йөрөй. Сәйәхәттәре тураһында хикәйәләр яҙа. Башҡортостанда ҡунаҡта булған осорҙағы ғүмер хәтирәләрен «Пикник», «Ещё одно воспоминанье», «Табынская икона», «Мулла», «Чёрный аист» хикәйәләрендә яҙып ҡалдыра. «Пикник» хикәйәһендә Торатауға менеүҙәре тасуирлана.

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Вальтер Наталья Александровнаға өйләнә.

Балалары Ейәндәре
Анна Николаевна Ян Александрович
Александр Николаевич Маргарита Радионовна

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ганкина Э. З. «Русские художники детской книги» — М., 1963
  • Комаров А.Н. «Рассказы старого лешего» — М., 1998

Һылтанмалар

үҙгәртергә