Колесников Гавриил Семёнович
Колесников Гавриил Семёнович (11 июнь 1907 йыл — 7 ғинуар 1991 йыл) — рус совет яҙыусыһы. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1991 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Колесников Гавриил Семёнович | |
Исеме: |
Колесников Гавриил Семёнович |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
<!— Дондағы Ростов--> |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
иҡтисадсы, яҙыусы |
Ижад йылдары: |
1955-1990 |
Йүнәлеше: |
проза |
Жанр: |
очерк, повесть, хикәйә |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус теле |
Биография
үҙгәртергәГавриил Семёнович Колесников 1907 йылдың 11 июнендә Һамар ҡалаһында тыуған. 1917 йылда гимназияның ике класын тамамлағандан һуң телеграмма таратыусы булып эшләй. Күп ваҡыт талап итмәгән эш уға уҡыу мөмкинлеге бирә.
1922 йылда, хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, Г. Колесников затонға эшкә урынлаша һәм бер үк ваҡытта Фабрика-завод мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һамар үҫмерҙәрҙәре, улар араһында Колесников та була, һуғыш йылдарында емерелгән фабрика-завод мәктәбенең бинаһын тергеҙә, унда станоктар, верстактар монтажлай. 1925 йылда Г. Колесников, пароход машиналарын ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен алып, был уҡыу йортон тамамлай. Әммә уға һөнәре буйынса эшләргә насип булмай, сөнки уны Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенә комсомол эшенә ебәрәләр. Ул Ивановка, Оло Глушица ауылдарында комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй. Буласаҡ яҙыусы начдив Василий Чапаев, яҙыусы Фурманов менән бәйле был урындарҙағы ауылдар менән ҡыҙыҡһына һәм ныҡлап таныша.
Ауылда саҡта ул үҙ белемен арттырыу өҫтөндә шөғөлләнә, 1928 йылда Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтына уҡырға инә. Үҙ ваҡыттында был институттың бер бүлеге И. М. Губкин исемендәге нефть институтының иҡтисад факультеты итеп үҙгәртелә. Ошо факультетты Г. Колесников 1933 йылда тамамлай. 1935 йылда, туберкулезы көсәйеүгә ҡарамаҫтан, ул ҡулға алына һәм төрмәгә бикләнә. Ул "Совет власын диверсия яһау һәм зыян килтереү методы менән ҡолатырға тырышыу өсөн " һәм шулай уҡ «Наркомтяжпромдың контрреволюцион Главнефть ойошмаһының эшендә ҡатнашлығы өсөн» (РСФСР енәйәт кодексының 58 статьяһындағы 7, 8 һәм 11 пункттары) 17 йыл буйына төрмәлә тотола, шуларҙың яҡынса ун йылын, 1939—1948 йылдарҙа, Колыма лагерҙарында үткәрә. Колымала күп йылдар йәшәй һәм эшләй[1]. 1955 йылда аҡлана.
1965 йылдың 1 ноябрендә, Борис Пастернакты эҙәрлекләү ваҡытында, Г. Колесников «Литературная газета» мөхәррире Александр Чаковскийға Пастернакты яҡлап асыҡ хат яҙа.
Һуңғы йылдарҙа яҙыусы Г. Колесников Ростов өлкәһенең Сальск һәм Дондағы Ростов ҡалаларында йәшәй[2].
1991 йылдың 7 ғинуарында Дондағы Ростовта вафат була.
Ижады
үҙгәртергәГ. Колесников 1926 йылдан алып, ауыл гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлағандан һуң, әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. 30-сы йылдарҙа нефть буйынса белгес булып, ул иҡтисади темаларға мәҡәләләр яҙа.
ХХ быуаттың 50-се йылдарынан алып Ростов нәшриәтендә, «Дон», «Вокруг света», «Смена» журналдарында,өлкә,үҙәк һәм ведомстволар гәзиттәрендә очерк, хикәйә, мәҡәләләр, ауыл тураһында яҙмалар баҫтыра. Уның яҙғандарының төп темаһы — экономлы һәм экологиялы хужалыҡ эш итеп, ерҙәрҙе һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу. Был турала ул «Преображенная степь», «Бег времени», «Степной лес», «Многоэтажная деревня» һәм башҡа китаптарында яҙа. 1954 йылда уның «Дело прокурора Громобоева» сатирик повесы донъя күрә.
Төньяҡ темаһы өҫтөндә Г. Колесников оҙаҡ ваҡыт дауамында эшләй. Был тема сиктәрендә ул төньяҡ тәбиғәтен, геологтарҙы, һунарсыларҙы, болансылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе тасуирлай. 1954 йылда «Вокруг света» журналында уның «Северные истории» китабы баҫылып сыға. Был китап һуңынан Ростовта, Магаданда, Мәскәүҙә сыҡҡан «Северные рассказы», «Бивни мамонта», «Яблоновый перевал», «Поклонитесь колымскому солнцу», «Рассказы о таежном друге», «Белая западинка» йыйынтыҡтарының нигеҙендә ята. Ул 1974 йылда дон тәбиғәте тураһында балалар өсөн «Судьба степного орла» китабын яҙа.
Г. Колесников китаптары геологтарҙың ауыр хеҙмәте тураһында һөйләй. Уның яҙған һәр бер тарихы кеше, уның йәмғиәттәге урыны тураһындағы уйҙарҙан ғибәрәт.Ҡурҡаҡлыҡҡа һәм һатылыуға һәләтле булған кешенең тышҡы йөҙө лә Колесников һүрәтләүендә йәмһеҙ, ҡотһоҙ булып күренә(«Рассказ геолога»). 1979 йылда Ростиздат нәшриәтендә яҙыусының «Солнце степь греет» проза йыйынтығы баҫылып сыға.
Әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, автор "Слово о полку Игореве"ны тәржемә итә, мемуарҙар яҙа.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәЯҙыусының түбәндәге әҫәрҙәре сығарыла:
- Перемены на колхозном току. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1955.
- Северные рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1955.
- Северные рассказы. — Магадан: Обл. кн. изд-во, 1956.
- Раздельным способом. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1957.
- Бивни мамонта. Повесть. Рассказы о моем друге. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1958.
- Преображенная степь. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1958.
- Бег времени. Рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1962.
- Рассказы о таежном друге. — М.: Сов. Россия, 1967.
- Степной лес. — Ростов Кн. изд-во, 1967.
- Многоэтажная деревня. — Ростов Кн. изд-во, 1969.
- Яблоневый перевал. Рассказы о таежном друге. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1972.
- Поклонитесь колымскому солнцу. — Магадан: Кн. изд-во, 1973.
- Белая западинка. Рассказы о таежном друге. — М.: Дет. лит. 1974.
- Судьба степного орла. Рассказы о донской природе. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1974.
- Солнце степь греет. Очерки и рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1979.
- Судьба степного орла. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1983.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поклонитесь колымскому солнцу.
- ↑ Гавриил Семенович Колесников 2020 йыл 5 декабрь архивланған.