Колемасова Анастасия Дмитриевна
Колемасова Анастасия Дмитриева (23 ноябрь 1923 йыл — 13 май 2012 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Пенза өлкәһе Земетчинский районындағы СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығына ҡараған «Заметчинский» шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхоздың звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Колемасова Анастасия Дмитриевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 ноябрь 1923 |
Тыуған урыны | Пенза өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 май 2012 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Пенза өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | колхозник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАнастасия Дмитриевна Колемасова 1923 йылда Пенза өлкәһе Заметчинский районының Үрге Матчерка ауылында тыуа.
Башланғыс белемле. Бик иртә эшләй башлай. 1941 йылда Заметчинский шәкәр заводының шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхозға эшкә килә. Ул эшсе, сусҡа ҡараусы, звеньевой ҙа булып эшләй. Һәр эшендә ҙур теләк менән эшләй һәм егәрлелек күрһәтә. 1947 йылда уның етәкселегендәге арыш үҫтереүсе звеноһы 9 гектар майҙандың һәр бер гектарынан уртаса 43,42 центнер уңыш ала.
1948 йылдың 18 майында СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм игендән рекордлы уңыш алғаны өсөн Анастасия Дмитриева Колемасоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
Анастасия Дмитриевна совхоз яңынан ойошторолғандан һуң Заметчинский районының Урицкий совхозына эшләргә күсә. Һуңғараҡ пенсияға сыға.
Метчерка ауылында йәшәй. 2012 йылдың 13 майында вафат була, ауыл зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (18.05.1948)
- Ленин ордены (18.05.1948)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1971)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Пенза кешеләре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары. Пенза, 1988.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Колемасова Анастасия Дмитриевна . «Герои страны» сайты.