Койдула Лидия

эстон шағирәһе, прозаик, эстон драматургияһына нигеҙ һалыусы

Лидия Ко́йдула (эст. Lydia Koidula; ысын исеме Ли́дия Эми́лие Я́ннсен эст. Lydia Emilie Florentine Jannsen; 1843 йылдың 12 (24) декабре, Вяндра, Пярну өйәҙе, Лифляндия губернаһы1886 йылдың 30 июле (11 авгусы), Кронштадт, Рәсәй империяһы) — эстон шағирәһе, прозаик, эстон драматургияһына нигеҙ һалыусы.

Койдула Лидия
эст. Lydia Koidula
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Имя в браке Lydia Emilie Florentine Michelson[2]
Тыуған көнө 12 (24) декабрь 1843[1]
Тыуған урыны Вяндра[d]
Вафат булған көнө 30 июль (11 август) 1886[1] (42 йәш)
Вафат булған урыны Кронштадт, Петергофский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Үлем сәбәбе рак молочной железы[d]
Ерләнгән урыны Лесное кладбище[d]
Атаһы Яннсен, Йохан Вольдемар[d]
Хәләл ефете Eduard Michelson[d]
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, журналист, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт һәм журналистика
Уҡыу йорто Q31275457?
 Койдула Лидия Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәғрифәтсе һәм журналист Йоһан Яннсендың ҡыҙы, Лидия мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ атаһына «Пярну почтальоны» (эст. «Perno postimees») гәзитен нәшер итергә ярҙам итә — тәржемәләр эшләй, нәфис әҙәби әҫәрҙәрҙе матбуғатта баҫып сығарыу өсөн яраҡлаштыра. Шул уҡ ваҡытта ул тәүҙә немец телендә беренсе шиғырҙарын яҙа. «Койдула» (йәғни «Таң ҡыҙы») исемен уға шағирәнең әҫәрҙәрен үҙенең әлифбаһында баҫтырған милли уяныу эшмәкәре Карл Роберт Якобсон бирә.

Гәзиттә эшләгәндә, Койдула IXй быуат уртаһында әнләнгән милли хәрәкәт теңйәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыа унларҙы йоғонтоһо аҫтында уның да ҡараштары яңыра. 1860-сы йылдарҙың икенсе яртыһында, гражданлыҡ һәм патриотик әҫәрҙәр авторы булараҡ, уның исеме популяр була.

1873 йылда Тарту университеты студенты латыш Эдуард Михельсонға кейәүгә сыҡҡандан һуң, Койдула Кронштадтҡа күсә. Ире хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1874 йылда Лидияның беренсе балаһы — Ханс Вольдемар тыуа, ике йылдан ҡыҙы Хедвиг тыуа. 1878 йылда Венала өсөнсө ҡыҙы — Анна (1878—1964) күренә[4]. Койдула Эстонияла йыш булһа ла, ул тыуған иленән ситтә йәшәүен ауыр кисерә.

Күкрәк яман шеше уның ғүмерен өҙә. Шағирә Кронштадт вафат була һәм шунда ерләнгән. 60 йәше уңайынан уның һөйәктәре тантаналы рәүештә Эстонияға күсерелә һәм Таллиндың Метсакальмисту зыяратында ерләнә. Тантанала Эстониянан СССР Юғары Советы депутаттары Герман Пресс һәм Юлиана Тельман, яҙыусылар Антс Лаутер һәм Март Рауд һәм башҡа эстон мәҙәниәте эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Йәш ғаиләләр Шул уҡ ваҡытта иренең һәм йәшләй үлгән балаһының ҡәбере Кронштадт ҡалаһы зыяратының ғаилә участкаһында ҡала.

1929 йылдың 9 июнендә Пярну ҡалаһында шағирәнең скульптор Адамсон ижад иткән һәйкәле асыла. Шунда уҡ уның иҫтәлегенә мемориаль музей урынлашҡан. Кронштадт Лидия Койдул йәшәгән йорттоң стенаһына мемориаль таҡта ҡуйылған[5].

Пярну драма театрына Койдула исеме бирелә.

 
Лидия Койдула хөрмәтенә ҡуйылған мемориал таш. Уның тыуған ере Вяндрала урынлашҡан.
 
Лидия Койдула һәйкәле. Пярну, скульптор Адамсон Амандус, 1929 йыл.
 
Кронштадта эстон шағирәһе йәшәгән йорт стенаһындағы мемориал таҡта.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Койдула эстон әҙәбиәтендә иң элек шиғриәттә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Патриотик лирикаһы яңы тормошҡа уяныусы эстон халҡы өсөн юғары дәрәжәлә көнүҙәк булды, һәм халҡы хис-тойғоларын сағылдырыусы Койдуланы «Эмайыга яр буйҙарының һандуғасы» (эст. "Emajõe ööbik") тип атаны (1867 йылда баҫылған йыйынтығының исеме) Уның күпселек әҫәрҙәре романтик характерҙа: эстон халҡының бәләләрен һәм михнәттәрен күңеле менән кисереү, тыуған илгә һәм йортҡа мөхәббәт, ватандаштарына нисек булһа ла ярҙам итеү һәм уларҙың яҙмышын еңеләйтеү теләге.

Койдула шиғриәтенең Кронштадт осоронда элегик шиғырҙар, тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы өҫтөнлөк итә. Шиғыр техникаһы өҫтөндә ентекле эшләп, ул киләһе быуын шағирҙарына юл яра. Койдула шиғриәтенең төп мөһим сифаты — ихласлыҡ һәм нәзәкәтлек.

Койдула прозала ла эшләй, нигеҙҙә гәзит өсөн — башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен эстон уҡыусыһына яҡынайта, ирекле тәржемәләр яһай.

Эстон драматургияһында ла Койдула яңы һүҙ әйтте: беренсе комедия «Племянник с Сааремаа» (эст. "Saaremaa onupoeg", 1870) комедияһы немец драматургы Т. Кернер сюжеты буйынса яҙылған, ләкин Койдуланың икенсе комедияһы бөтөнләй үҙенсәлекле — «Сватушки» (эст. "Kosjakased" или "Maret ja Miina", 1870) һәм «Этакий мульк, или сто вак соли» (эст. "Säärane mulk", 1872). Эстон театры Койдула комедияларынан йәшәп китә.

Койдуланың ҡыҫҡа, әммә емешле һәм драматизмға тулы тормошо, үҙ ваҡытында уҡыусылары араһында популярлығы, эстон йәмғиәтендә XIX быуат ҡатын-ҡыҙы өсөн ғәҙәти булмаған урыны, бөтә мәҙәни башланғыстарҙа әүҙем ҡатнашыуы уның исемен легендаға әйләндерҙе. Шағирәгә һәм уның ғаиләһенә бер нисә әҙәби әҫәр — Яан Кросстың «Час на стуле, который вращается», М. Унттың «Час духов на улице Яннсена», «Койдул Вируский йырсы һәм» А. Ундла-Пылдмяэның «Вируский певец и Койдула», Т. Тувикесеның «Той весной в Тарту» һ. б. арналған; билдәле эстон шағирҙарының тиҫтәләгән шиғырҙары уға бағышланған; уның шиғырҙарының һүҙҙәренә бик күп йырҙар ижад ителгән. Фин яҙыусыһы Хелла Вуоллиёканың пьесаһы Лидия Койдулаға арналған.

Урыҫ телендә баҫтырылған әҫәрҙәре: «Стихи» (Мәскәү, 1945, 1950), «Избранное» (Таллин, 1950, Мәскәү, 1961), «Венок из слез души» (Таллин, 1993). Шағирәнең «Осенние думы» һәм «Вечерняя тишина» тигән шиғырҙарын урыҫ теленә Игорь Северянин тәржемә иткән (1990 йылда «Ээсти раамат» таллин нәшриәтендә донъя күргән «Игорь Северянин. Сочинения» шиғри йыйынтығына индерелгән).

Китаптары исемлеге (тулы түгел)

үҙгәртергә
 
  • «Луговые цветы» (эст. "Waino-lilled", 1866).
  • «Соловей с берегов Эмайыги» (эст. "Emajõe ööbik", 1867).
  • «Собранные стихи» (эст. "Kogutud luuletused", 1925).
  • «Избранные песни» (эст. "Valitud laulud", 1934).
  • «Избранные стихи» (эст. "Valitud luuletused", 1943).
  • «Избранные стихи» (эст. "Valitud luuletused", 1949).
  • «Маленькая книга стихов» (эст. "Väike luuleraamat", 1967).
  • «Стихотворения» (эст. "Luuletused", 1969).
  • «Моё отечество — моя любовь» (эст. "Mu isamaa on minu arm", 1978, 1993).

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Лидия Койдуланың «Моё отечество — моя любовь» (эст. "Mu Isamaa on minu arm") шиғырының һүҙҙәренә эстон композиторы Густав Эрнесакс (эст. Gustav Ernesaks) яҙған йыр Эстонияның рәсми булмаған гимнына әйләнгән.
  • 100 эстон кроны банкнотаһының бер яғында Лидия Койдула һандуғас менән һүрәтләнгән, ә икенсе яғына уның шиғырынан дүрт юллыҡ яҙылған була.

Silla otsad ühendatud,
Kandes ühte isamaad,
Tõe templiks pühendatud…
Nägu — millal tõeks saad?!

Эстон 100 кронлы банкнотаһы
 
Лидия Койдула Һүрәте
 
Лидия Койдула шиғыры юлдарынан
  • «Кто есть Кто в культуре Эстонии» / сост. и подг. текста «Авенариус». — 1996.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Койдула Лидия // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Лидия Койдула и её дочь в воспоминаниях Т. П. Милютиной (фрагмент книги).
  5. Сайт Натальи Лайдинен 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.