Козлов Вячеслав Анатольевич
Козлов Вячеслав Анатолий улы (рус. Козлов Вячеслав Анатольевич; 3 май 1972 СССР Воскресенск) — СССРҙың һәм Рәсәйҙәң хоккейсы. Һул һөжүмсе. Әлеге ваҡытта үҙенең тыуған Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенск ҡалаһынан «Химик» хоккей клубының баш тренеры.
Вячеслав Козлов | |
рус. Козлов Вячеслав Анатольевич | |
Вячеслав Козлов «Атланта» составында (уң яҡта) | |
Эшмәкәрлек төрө: |
хоккейсы |
---|---|
Тыуған ваҡыты: |
03.05.1972 |
Тыуған урыны: | |
Ауырлыҡ: |
87 кг |
Буй: |
178 см |
Урын: |
һул һөжүмсе |
Карьера | |
Клубтар: |
1988—1991 Химик |
Гражданлығы: | |
Бүләктәр | |
Биографияһы
үҙгәртергәВячеслав Козлов 1972 йылдың 3 майында Воскресенск ҡалаһында тыуған. Һул һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Химик», ЦСКА, НХЛ-дың «Детройт Ред Уингз», «Баффало Сэйбрз», «Атланта Трэшерз», һуңынан «Аҡ барс» һәм йәнә ЦСКА клубтары өсөн сығыш яһай. 1991 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя беренселегенең бронза миҙал призеры исемен яулай. НХЛ-да «Детройт» командаһы составында, 1997, 1998 йылдарҙа ике йыл рәттән Стэнли кубогына эйә була. Һәр бер уйынсы һымаҡ, Вячеслав та яратҡан шөғөлө менән кесе йәштән шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта атаһы «Химик» командаһы өсөн сығыш яһай. Малай көн дә тиерлек урам буйында шайба ҡыуалай торғас, ете йәшендә хоккей мәктәбенә барып эләгә. Тағы килеп олатаһы ла шул спорт һарайында хеҙмәткәр булып эшләй. Дөрөҫөрәге, Вячеславҡа хоккей уйнауҙан башҡа сара ҡалмай. Ялҡып китеп күнекмәләргә бармай ҡалған осраҡтары ла булғылай, тик шул ғаилә династияһы ғына уны ошо ҙур юлға сығара. Хәҙер инде слава атаһы менән олатаһына рәхмәт уҡый. Шулай йылдар уҙа тора, кесе Козлов, хоккейҙы үҙләштереп, 15 йәшендә уҡ "Химик"тың төп составына эләгә башлай. Әлбиттә, унда уның өсөн урын әҙерләп ҡуймайҙар, әммә тырышлығы үҙенекен итә. Ул, Андрей Квартальнов Роман Оксюта менән йәштәр "тройкаһы"нда боҙҙа йыш күренә. 17 йәшендә төп составта ныҡлы урын ала. Бер йылдан һуң, уны данлыҡлы тренер Виктор Тихонов йыйылма командаға саҡыра. Күптәргә эләкмәй торғайны әле ул ваҡытта ундай ышаныс. Ә инде унан һуң ЦСКА-ға тура юл асыла. Тик ЦСКА өсөн Вячеслав ни бары 11 генә уйын уҙғарып өлгөрә. Ул иптәше, шулай уҡ өмөтлө уйынсы Тарасов менән автоһәләкәткә осрай. Иптәше аңына килмәй мәрхүм булып ҡала, ә Козлов, күп йәрәхәт алып, дауаханаға барып эләгә. Күптәр өмөтлө уйынсының карьераһына нөктә ҡуйып өлгөрһә лә, Вячеслав аяҡҡа баҫып, уйынын дауам итә. Тик Рәсәйҙә түгел, ә НХЛ-да. Сөнки фажиғәгә тиклем НХЛ-дың «Детройт» клубы уға күҙ һалып ҡуйған була һәм улар Вячеславты үҙендә дауаланырға әйҙәй. Шулай итеп, Хоҙай тарафынан имен ҡалған геройыбыҙ, дауахананан «Детройт»ҡа барып юлыға. Тик унда ла эштәре шунда уҡ бешеп китмәй. Оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән шөғөлө менән шөғөлләнмәгәс, Славаға башлап ебәреүе ауыр була. Клуб етәкселеге лә уны ҡабаландырмай. Яйлап формаға килгәс, боҙға сыға башлай һәм тәүге уйынын «Миннесота»ға ҡаршы уҙғара. Бер звенола яҡташы ул ваҡытта билдәле Сергей Федоров менән уйнай. Гол индереүҙә уға булышлыҡ итә. Шулай ҙа ул миҙгелдә «Детройт» өсөн бары дүрт кенә осрашыу уҙғара. Әлбиттә, барыһы ла еңел бирелмәй. Шул уҡ сит тел, йәшәйеш, тормош, туҡланыу — барыһы ла икенсе була. Тик уға яҙмыш йөҙө менән борола. Ул, билдәле Вячеслав Фетисов, Владимир Константинов, Сергей Федоров һәм Игорь Ларионов менән бергә бер звенола уйнай. Урыҫ «пятерка»һы "Детройт"та иң алдынғыһы булып китә. Шулай уҡ Айзерман, Коффи, Сисарелли кеүек билдәле уйынсылар менән дә бер рәттә сығыш яһарға тура килә. «Детройт» клубында ун йыл уйнап, ике тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс, Козлов үҙен икенсе командала һынап ҡарамаҡсы була. Ул "Атланта"ны һайлай. Унда шундай уҡ лидерға әйләнә. Сөнки быға тиклем уйнаған клубта «йондоҙ»ҙарҙың күп булыуы уға асылып китергә кәртә була. Был, йәһәттән "Атланта"ла төшөп ҡалғандарҙан булмай. Уның составында Илья Ковальчук, Дени Хитли, Мариан Госс кеүек көслө уйынсылар сығыш яһай. НХЛ-дағы локаут ваҡытында «Химик» менн «Аҡ барс» составында ла уйнап өлгөрә. НХЛ-дағы дөйөм карьераһында Вячеслав Козлов 1127 уйын уҙғарып, 827 (378 гол индерә, 479 осраҡта гол индереүгә булышлыҡ итә) мәрәй яулай. «Атланта» командаһында алты миҙгел уйнағандан һуң, 38 йәшлек хоккейсы карьераһын Рәсәйҙә тамамларға уйлай. Ул, уҙған миҙгелдә ЦСКА-ға килеп, улар менән бер йылға килешеү төҙөй. Маҡсаттары Гагарин кубогы була. Тик, ниндәй генә уйынсы булыуына ҡарамаҫтан, ЦСКА үҙ тарихында тәүге плей-оффтан да төшөп ҡалды. Козлов даими беренселек бөтмәҫ борон, ЦСКА менән килешеүен өҙөп, үҙенә ярашлы икенсе команда эҙләй башлай. Һәм "Салауат Юлаев"тың тәҡдимен хуплай, миҙгел аҙағына тиклем Өфөлә уйнарға ризалығын белдерҙе. Уның составында беренсе уйында уҡ гол индереп, өмөттәр уята. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында һәм 2012 йылда «Динамо» составында Гагарин Кубогына эйә була. 2014 йылдан Атланттың уйынсыһы.
2017/2018 йылдар миҙгеле барышында Вячеслав Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воскресенскиҙан «Химик» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла.
Карьера
үҙгәртергә- 1988—1991 Химик
- 1991 ЦСКА
- 1992—2001 Детройт Ред Уингз
- 1994 ЦСКА
- 2001—2002 Баффало Сейбрз
- 2002—2009 Атланта Трэшерз
- 2004—2005 Химик
- 2005 Аҡ Барс
- 2010—2011 ЦСКА
- 2011 Салауат Юлаев
- 2011—2012 Динамо Мәскәү
- 2012—2014 Спартак
- 2014—2015 Атлант
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Донъя чемпионатты бронза призеры (Финляндия 1991).
- Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1997).
- Стэнли кубогына эйә була (Детройт Ред Уингз 1998).
- Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
- Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы эйәһе (Динамо Мәскәү 2012).
Статистика
үҙгәртергәЛегенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
5 март 2014
Регуляр сезоны | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Сезон | Команда | Лигаһы | Уйын | Г | П | М | Штр | Уйын | Г | П | М | Штр | ||
1987-88 | Химик Вк | СССР чемпионаты | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1988-89 | Химик Вк | СССР | 14 | 0 | 1 | 1 | 2 | — | — | — | — | — | ||
1989-90 | Химик Вк | СССР | 45 | 14 | 12 | 26 | 38 | — | — | — | — | — | ||
1990-91 | Химик Вк | СССР | 45 | 11 | 13 | 24 | 46 | — | — | — | — | — | ||
1991-92 | ЦСКА | СНГ чемпионаты | 11 | 6 | 5 | 11 | 12 | — | — | — | — | — | ||
НХЛ 1991—1992 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 7 | 0 | 2 | 2 | 2 | — | — | — | — | — | ||
1992-93 | Эдирондек Ред Уингз | АХЛ | 45 | 23 | 36 | 59 | 54 | 4 | 1 | 1 | 2 | 4 | ||
1992-1993 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 17 | 4 | 1 | 5 | 14 | 4 | 0 | 2 | 2 | 2 | ||
1993-94 | Эдирондек Ред Уингз | АХЛ | 3 | 0 | 1 | 1 | 15 | — | — | — | — | — | ||
1993-94 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 77 | 34 | 39 | 73 | 50 | 7 | 2 | 5 | 7 | 12 | ||
1994-95 | ЦСКА | МХЛ | 10 | 3 | 4 | 7 | 14 | — | — | — | — | — | ||
1994-95 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 46 | 13 | 20 | 33 | 45 | 18 | 9 | 7 | 16 | 10 | ||
1995-96 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 82 | 36 | 37 | 73 | 70 | 19 | 5 | 7 | 12 | 10 | ||
1996-97 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 75 | 23 | 22 | 45 | 46 | 20 | 8 | 5 | 13 | 14 | ||
1997-98 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 80 | 25 | 27 | 52 | 46 | 22 | 6 | 8 | 14 | 10 | ||
1998-99 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 79 | 29 | 29 | 58 | 45 | 10 | 6 | 1 | 7 | 4 | ||
1999-00 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 72 | 18 | 18 | 36 | 28 | 8 | 2 | 1 | 3 | 12 | ||
2000-01 | Детройт Ред Уингз | НХЛ | 72 | 20 | 18 | 38 | 30 | 6 | 4 | 1 | 5 | 2 | ||
2001-02 | Баффало Сэйбрз | НХЛ | 38 | 9 | 13 | 22 | 16 | — | — | — | — | — | ||
2002-03 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 79 | 21 | 49 | 70 | 66 | — | — | — | — | — | ||
2003-04 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 76 | 20 | 32 | 52 | 74 | — | — | — | — | — | ||
2004-05 | Химик Вк | Рәсәй чемпионаты | 38 | 12 | 18 | 30 | 69 | — | — | — | — | — | ||
2004-05 | Аҡ Барс | РСЛ | 8 | 2 | 4 | 6 | 0 | 4 | 1 | 0 | 1 | 8 | ||
2005-06 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 82 | 25 | 46 | 71 | 33 | — | — | — | — | — | ||
2006-07 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 81 | 28 | 52 | 80 | 36 | 4 | 0 | 0 | 0 | 6 | ||
2007-08 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 82 | 17 | 24 | 41 | 26 | — | — | — | — | — | ||
2008-09 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 82 | 26 | 50 | 76 | 44 | — | — | — | — | — | ||
2009-10 | Атланта Трэшерз | НХЛ | 55 | 8 | 18 | 26 | 33 | — | — | — | — | — | ||
2010-11 | ЦСКА | КХЛ | 40 | 11 | 14 | 25 | 20 | — | — | — | — | — | ||
2010-11 | Салауат Юлаев | КХЛ | 4 | 1 | 1 | 2 | 0 | 21 | 2 | 7 | 9 | 14 | ||
2011-12 | Динамо Мск | КХЛ | 44 | 8 | 15 | 23 | 22 | 6 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
2012-13 | Спартак Мск | КХЛ | 13 | 4 | 4 | 8 | 10 | 5 | 1 | 2 | 3 | 6 | ||
2013-14 | Спартак Мск | КХЛ | 54 | 8 | 19 | 27 | 51 | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Атлант | КХЛ | 46 | 5 | 8 | 13 | 18 | — | — | — | — | — | ||
Бөтәһе НХЛ-да | 1182 | 356 | 497 | 853 | 704 | 118 | 42 | 37 | 79 | 82 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 201 | 37 | 61 | 98 | 121 | 27 | 2 | 7 | 9 | 16 |
Халыҡ-ара карьера
үҙгәртергә- СССР — 1988 — Европа юниор чемпионаты.
- СССР — 1989 — Европа юниор чемпионаты.
- СССР — 1990 — Донъя йәштәр чемпионаты.
- СССР — 1990 — Европа юниор чемпионаты.
- СССР — 1991 — Донъя йәштәр чемпионаты.
- СССР — 1991 — Донъя чемпионаты.
- СССР — 1991 — Канады Кубогы.
- Рәсәй — 1994 — Донъя чемпионаты.
- Рәсәй — 1996 — Донъя Кубогы.
Йыл | Йыйылма команда | Турнир | Урын | Уйын | Г | П | М | Штр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1990 | СССР (йәш.) | Донъя йәштәр чемпионаты | 7 | 4 | 7 | 11 | 0 | ||
1991 | СССР (йәш.) | Донъя йәштәр чемпионаты | 7 | 3 | 9 | 12 | 12 | ||
1991 | СССР | Донъя чемпионаты | 10 | 3 | 4 | 7 | 10 | ||
1991 | СССР | Канада Кубогы | 5 | 5 | 1 | 2 | 3 | 6 | |
1994 | Рәсәй | ДЧ | 5 | 1 | 0 | 0 | 0 | 4 | |
1996 | Рәсәй | Донъя Кубогы | 3-4 | 5 | 1 | 2 | 3 | 8 | |
Бөтәһе (йыйылма) | 21 | 5 | 8 | 13 | 28 |