Ковардак Прасковья Ивановна
Ковардак Прасковья Ивановна (1913—2000) — совет ауыл хужалығы эшсеһе, Ленин исемендәге совхоз МТС-ы тракторист-стахановсыһы[1], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Ковардак Прасковья Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2000 |
Вафат булған урыны | Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1913 йылда Кубань өлкәһенең Ейск бүлеге Канеловская станицаһында (хәҙерге Краснодар крайының Староминский районында) тыуған[2] .
Канеловская станицаһында йәшәй[3]. Бында тракторсылар курсын тамамлай һәм 1931 йылдан Канеловская МТС-ында ЧТЗ тракторында эшләй башлай. 1937 йылғы сәсеү миҙгелендә напарнигы менән иң юғары эш күрһәткесенә өлгәшәләр — 5143 гектар, трактор бригадалары Бөтә Союз социалистик ярышында беренсе урын яулайҙар.
1937 йылда Прасковья Ивановна К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң агроном булып эшләй. 1938 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуңынан Мәскәү өлкәһенең Ленин районы Ленин исемендәге совхозында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшлә. Ауыл хужалығында стахановсылар хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, СССР Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты була[4][5].
СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 22 сентябрендәге указы менән, күмәк социалистик ярышты киң йәйелдереүҙә күрһәткән ҙур уңыштары, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкәне, ауыл хужалығында алдынғы эш алымдарын индереү буйынса күп йыллыҡ эшмәкәрлеге өсөн һәм стахановсылар хәрәкәтенең 40 йыллығы менән бәйле, Ковардак Прасковья Ивановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[6].
2000 йылда вафат була.
Уның ире — Павлов Павел Николаевич (1902—1985) — Ленин исемендәге совхоздың директоры була[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
- Ленин ордены (1975),
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены,
- «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы[8].
- башҡа миҙалдар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ангелина, Прасковья Никитична
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ковардак Прасковья Ивановна 2020 йыл 12 февраль архивланған.
- ↑ Наброски к портретам о первых секретарях Краснодарского крайкома ВКП(б), КПСС на Кубани 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ История района 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР I созыва 1937—1946 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР I созыва, избранные 12.12.1937
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22.09.1975 г. «О присвоении звания Героя Социалистического Труда тов. Ковардак П. И.» 2014 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Павлов Павел Николаевич
- ↑ Список рабочих и служащих совхоза имени Ленина, награждённых орденами и медалями