Коваленко Константин Иосифович

Коваленко Константин Иосифович (14 ғинуар (27 ғинуар) 1912 йыл, Юзовка ҡасабаһы Екатеринослав губернаһы — 23 ноябрь 1988 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың инженер-нефтсеһе, ғалим. Фәнни-производство эшмәкәрлеге БАССР-ҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү менән бәйле. Уның етәкселегендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары: һыу ебәреү, файҙалы ҡатламдарға реагенттар ҡыуҙырыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ эксплуатациялау индерелә. Биш фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. Ике Ленин (1959, 1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948), СССР миҙалдары менән бүләкләнгән.

Коваленко Константин Иосифович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 (27) ғинуар 1912
Вафат булған көнө 23 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Кемдә уҡыған Яблонский Всеволод Сергеевич
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971). Техник фәндәре кандидаты (1964).

Биографияһы

үҙгәртергә

1940 йылда Мәскәү нефть институтын тамамлай һәм Ишембай газокомпрессор хужалығында (1943 йылдан — «Ишимбайгаз» тресы) эшләй башлай. 1940-45 «Ишембайнефть» НГДУ (1940—1946). Һуңынан «Ишембайнефть» НГДУ-һы начальнигы (1946—52), «Октябрьскнефть» (1952—54); «Башнефть» предприятиһының баш инженеры, начальнигы (1954—1966).

РСФСР Мингео Баш нефть разведкаһының начальнигы урынбаҫары (1966—1972); Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү нефть геологияһы институтының секторы мөдире (1972—1982); ВНИПИМорнефтегазда эшләй (1982—1988).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1963 йылдан РСФСР Юғары Советы депутаты (Бөрө округы)
  • Ишембай ҡалаһының 32-се Промысла һайлау округы буйынса БАССР-ҙың өсөнсө (1947) һәм 52-се Промысла һайлау округы буйынса дүртенсе (1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты

Библиография

үҙгәртергә
  • О применении карбонированной воды при разработке нефтяных месторождений [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата технических наук / Моск. ин-т нефтехим. и газовой пром-сти им. И. М. Губкина. — Москва ; Уфа : [б. и.], 1964. — 16 с
  • К вопросам автоматизации и диспетчеризации нефтепромыслов Башкирии [Текст] / Инж. К. И. Коваленко ; Башкир. респ. науч.-техн. о-во нефт. пром-сти. — Уфа : [б. и.], 1957. — 27 с.; 21 см.
  • Новые методы разработки и нефтеотдача пластов [Текст]. — Москва : Недра, 1964. — 159 с. : ил.; 21 см
  • Материал к лекции на тему «Технический прогресс и передовой опыт новаторов в нефтяной промышленности» [Текст] / Инж. К. И. Коваленко ; О-во по распространению полит. и науч. знаний РСФСР. — Москва : [б. и.], 1956 [вып. дан. 1957]. — 24 с.; 20 см.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Ишембайҙың 51-се үҙәк һайлау округы буйынса БАССР Юғары Советына икенсе депутат итеп Лаврентий Павлович Берия һайлана.
  • Мәскәү нефть институтын, тау инженеры һәм инженер-иҡтисадсыға уҡып, ике ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә