Кобзева Зинаида Фёдоровна

Кобзева Зинаида Федоровна (Черникова) (2 август 1946 йыл, Кузнецк, Пенза өлкәһе18 июнь 2018 йыл, Санкт-Петербург) — СССР баскетболсыһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1971). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). СССР йыйылма командаһында донъя чемпионы һәм ике тапҡыр Европа чемпионы була.

Кобзева Зинаида Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 2 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Кузнецк[d], Пенза өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июнь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө баскетболсы, баскетбольный тренер
Спорт төрө Баскетбол[1]
Ҡатнашыусы Ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса донъя чемпионаты 1971[d], Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1970[d] һәм Чемпионат Европы по баскетболу среди женщин 1972[d]
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Зинаида Федоровна Кобзева Пенза өлкәһе Кузнецк ҡалаһында 1946 йылдың 2 авгусында тыуған. Кузнецк ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә баскетбол менән шөғөлләнә, тренеры Анатолий Михайлович Хромченко була[2].

1962 йылдан 1966 йылға тиклем Пенза «Спартагы» өсөн сығыш яһай. 1967 йылда Ленинград «Спартагына» күсә, унда тренеры Станислав Гельчинский була. СССР чемпионатында команда составында биш тапҡыр көмөш призер, Кубокҡа эйә булыусыларҙың ике тапҡыр Кубок еңеүсеһе, шулай уҡ Ронкетти Кубогында еңеү яулай. 1975 йылда СССР халыҡтары Спартакиадаһында бронза призеры була[3].

СССР йыйылма командаһы составында 1969 йылдан 1972 йылға тиклем уйнай. 1970 йылда команданың баш тренеры Алексеева Лидия Кобзева Зинаиданы Нидерландта үтәсәк Европа чемпионатында ҡатнашыусылар исемлегенә индерә. Турнир йомғаҡтары буйынса Советтар Союзы командаһы чемпион була. Бер йылдан һуң Кобзева Бразилияла донъя чемпионатында ҡатнаша, унда СССР шулай уҡ алтын миҙалдар яулай. 1972 йылда совет йыйылма командаһы составында баскетбол сы, Болгарияла Европа беренселегендә ҡатнашып, икенсе тапҡыр Европа чемпионы була

Уйынсы карьераһын 1980 йылда тамамлай.

1975 йылда Ленинград караптар төҙөү институтын, ә 1981 йылда — П. Ф.Лесгафт исемендәге физик культура институтын тамамлай

1982 йылдан алып Санкт-Петербург ҡалаһы Фрунзе районының спорт мәктәбендә тренер була, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың баскетбол командаһы менән күнекмәләр үткәрә[4].

2018 йылдың 18 июнендә вафат була[5]. Санкт-Петербургтың Павловск зыяратынында ерләнә.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

«Спартак» (Ленинград)
  • СССР чемпионатының көмөш призеры , (5): 1970, 1971, 1972, 1973, 1975
  • Кубокҡа эйә булыусыларҙың Кубогы эйәһе (2): 1972, 1973
  • Ронкетти Кубогы: 1975
СССР
  • Донъя чемпионы: 1971
  • Европа чемпионы (2): 1970, 1972

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә