Кнедлик
Кнедлик - (чех knedlík, словак. knedľa) — ҡамырҙан йәки бәрәңгенән бешерелгән ризыҡ. Кнелик һыуға һалып йәки боҫта тотоп бешерелә. Кнедликтың эсенә берәй нәмә һалып та, һалмай ҙа әҙерләнә. Уларҙы йоморсаҡ йә оҙонса итеп әүәләйҙәр.
Кнедлик | |
Ил |
Австрия Италия Германия |
---|---|
Кнедлик Викимилектә |
Чехтарҙың һәм словактарҙың милли аш-һыуы төрө. Атама немец телендәге «knödel» һүҙенән килеп сыҡҡан, ул чех телендә XIX быуат башында нығынған[1].Кнедликтарҙың классик рецептары XIX быуаттағы Вена рецептарынан алынған, улар үҙгәрешһеҙ йәки әҙ генә үҙгәртеп Чехияла һәм Словакияла ҡулланылған.
Ҡайһы саҡ табынға үҙен генә айырым ризыҡ итеп бирәләр.
Кнедликтарҙы ҡамырҙан (чех houskové knedlíky) һәм бәрәңгенән (чех bramborové knedlíky) эшләйҙәр. Шулай уҡ емеш менән бешерелә торғандары ла бар(чех ovocné knedlíky).
Кнедлик төрҙәре
үҙгәртергәҘур йоморсаҡ итеп эслек һалып эшләнгән кнедликтар үҙаллы ризыҡ төрө һанала. Улар татлы йәки шәкәрһеҙ булыуы мөмкин, барыһы ла эсенә нимә һалыныуынан тора.
-
Сливалы кнедликтар
-
Кәбеҫтәле бәрәңге кнедликтары
Оҙонса итеп бешерелгән кнедликтар ғәҙәттә ҡырҡып, өлөшләп ҡайнар ит ризығына гарнир итеп бирелә, йыш ҡына ҡуйы тоҙлоҡтар (соус) менән тәмләтелә.
-
Кнедлик, һыйыр ите һәм йомортҡа укроплы соус менән
-
Һыйыр ите менән кнедлик
-
Томат соусы һалынған кнедлик
-
Кнедлик менән бешерелгән һыйыр ите
-
Соус һәм кнедлик менән бирелгән кролик бото
Шулай уҡ ваҡ ҡына йоморсаҡ кнедликтар була, уларҙы «кнедлички» тип атайҙар, уларҙы һурпаға аш әҙер булыр саҡта төшөрөп бешерәләр.
-
Кнедликлы аш
Галерея
үҙгәртергә-
Ҡыҙҙырылған бәрәңге һәм сусҡа ите менән әҙерләнгән кнедлик
-
Венгрса эремсек, ҡаймаҡ һәм шәкәр менән эшләп, шөкәрәгә манып эшләнгән кнедликтар
-
Эремсекле кнедлик
-
Бәрәңгеле кнедлик
-
Өрөклө, шафталылы кнедлик
-
Ашҡа һалып бешерелгән кнедлик
-
Ит менән бирелгән кнедлик
-
Бауыр ашы менән кнедлик
-
Мәк һибелгән татлы кнедлик
-
Һурпала бешкән кнедлик
-
Телемләп ҡырҡылған кнедлик
-
Беконлы кнедлик
-
Ит менән телемләп ҡырҡып бирелгән кнедлик
-
Һурпала бешерелгән тироль кнедлигы
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Клёцки
- Галушкалар
- Гермкнёдль
- Сүсбәрә (рус. Вареники)
- Билмән
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чеканова, Ася Это опасное оружие кнедлик... «Радио Прага» (24 апрель 2010). Дата обращения: 24 апрель 2010. Архивировано 14 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- KALITA, I. Notes on the life of words. «hairy (shaggy)» dumplings. [О жизни слов. «Волосатый (лохматый)» кнедлик] // Xlinguae. 2016, Volume 9, Issue 3, pp. 2- 24. DOI: 10.18355/XL.2016.09.03.2-24.[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кнедлики — феномен чешской кухни 2019 йыл 25 апрель архивланған.