Клименко Екатерина Андреевна

Клименко Екатерина Андреевна (25.12.1933 —) — 2-се балалар йорто директоры, Бийск ҡалаһы, Алтай крайы.

Клименко Екатерина Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны Старая Меловая[d], Петропавловский район[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1933 йылдың 25 декабрендә Воронеж өлкәһе Петропавловский районының Старая Меловая ауылында тыуған. Милләте урыҫ.

1952 йылда Воронеж өлкәһенең Богучар ҡалаһындағы Н. К. Крупская исемендәге педагогия училищеһын тамамлай. 1952—1956 йылдарҙа Алтай крайының Целинный районы Победа ҡасабаһында ете йыллыҡ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

1956 йылда Алтай крайының Бийск ҡалаһына күсеп бара. 1956—1957 йылдарҙа — 18-се мәктәптә тәрбиәсе; 1957—1958 йылдарҙа — төҙөүселәр клубының балалар секторы мөдире; 1958—1970 йылдарҙа — 18-се мәктәптә уҡытыусы, өлкән пионервожатый; 1970—1971 йылдарҙа — 2-се балалар йортонда өлкән пионервожатый, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, 1971—2000 йылдарҙа —директоры.

Е. А. Клименко Алтай крайында берҙән-бер ғаилә тибындағы «Гнездышко» балалар йортон ойоштороу инициаторы булып сығыш яһай. Етем балалар бөтә крайҙан йыйыла һәм ғаиләләргә ойошторола.

СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1987 йылдың 16 декабрендә, етем балаларға һәм ата-әсә бағыуынан мәхрүм ҡалған балаларға коммунистик тәрбиә һәм белем биреүҙә, аяҡҡа баҫтырыуҙа өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн, Екатерина Андреевна Клименкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1988 йылдан алып 15 йыл дауамында В. И. Ленин исемендәге Үҙәк Совет балалар фондының идара ағзаһы итеп һайлана. 1988 йылда халыҡ мәғарифы буйынса Бөтә Союз советына Алтай крайынан вәкил итеп тәғәйенләнә: балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз съезы делегаты.

«Ғаилә тибындағы балалар йорттарында балаларҙы йәшәтеү һәм тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу» темаһы буйынса байтаҡ методик эштәр, ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү, йәштәргә әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреү тураһында мәҡәләләр авторы. Хеҙмәттәре «Воспитание школьников» һәм башҡа журналдарҙа баҫылып сыға.

Уның исеме РСФСР Мәғариф министрлығының һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюздары республика комитетының Почет китабына индерелгән.

2000 йылдан алып — хаҡлы ялда. Алтай крайының Бийск ҡалаһында йәшәй. Бийск ҡалаһының почетлы гражданы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- Ленин ордены,

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы»,

- 1-се дәрәжә «Бийск ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» түш билдәһе,

- миҙалдар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Екатерина Андреевна Клименко. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 1 сентябрь 2014.

  • Ведомости Верховного Совета СССР
  • Болотова И. Под теплым крылом. // Бийский рабочий. — 1993. — 24 декабря.
  • Брюхов В. Материнское счастье. // Бийская неделя. — 2001. — № 18.
  • Ефанова Н. Клименко Екатерина Андреевна // Бийск: энциклопедия. — Бийск, 2009. — С.145.
  • Ильченко И. Под крылом Екатерины Андреевны // Алтайская правда. — 2008. — 3 марта. — С.3.
  • Ильченко И. Признание в любви. // Бийский рабочий. — 2003. — 25 декабря.
  • Ильченко И. «Я сердце оставляю детям». // Бийский рабочий. — 2000. — 31 августа.
  • Клименко Екатерина Андреевна. // Сибирь в лицах. — Новосибирск, 2001. — С. 35.
  • Клименко Екатерина Андреевна // Самотохин В. М. Алтайское созвездие. — Барнаул: Алтайское книжное издательство, 1990. — С.172 — 173.
  • Клименко Екатерина Андреевна. // Галерея выдающихся людей Бийска. — Бийск, 2002.
  • Вып. 4. Почетные граждане города Бийска. — С. 15.
  • Сырбу Р. "Сбылось, о чем мечталось в юности. // Галерея выдающихся людей Бийска. — Бийск, 2002. Вып. 4. Почетные граждане города Бийска. — С. 64.
  • Храмцова Н. Екатерина Андреевна и ее дети. // Алтайская правда. — 1987. — 19 декабря.