Кицунэ (япон. ), япон телендә төлкө. Японияла төлкөләрҙең ике төрө бар: ерән төлкө (Хонсюла тереклек итеүсе хондо кицунэ; Vulpes vulpes japonica) һәм Хоккайдо төлкөһө ( Хоккайдола тереклек итеүсе кита кицунэ; Vulpes vulpes schrencki).

Кицунэ
Рәсем
Телгә алынған хеҙмәттәр Помпоко: Война тануки[d]
 Кицунэ Викимилектә
Буддизм ғибәҙәтханаһы Тодайдзи янында урынлашҡан Инари ғибәҙәтханаһында кицунэ һыны; Нара ҡалаһы, Япония

Фольклоры

үҙгәртергә

Япон фольклорында был хайуандар ҙур белемгә эйә, оҙон ғүмерле һәм тылсымлы һәләттәргә эйә. Улар араһында иң мөһиме — кеше ҡиәфәтен ҡабул итеү һәләте; төлкө, риүәйәттәр буйынса, быны билдәле бер йәшкә еткәс эшләргә өйрәнә (ғәҙәттә, йөҙ йәштә, ҡайһы бер риүәйәттәрҙә-илле йәштә). Кицунэ ғәҙәттә үтә һөйкөмлө һылыуҡай, матур йәш ҡыҙ ҡиәфәтен ала, әммә ҡайһы берҙә ир-аттарға ла әйләнә. Япон мифологияһында төлкөнө алиһә Инари атрибуты тип һүрәтләгән төп япон ышаныуҙары (мәҫәлән, «Лис-весовая гиря» легендаһында[1]) һәм төлкөләрҙе иблистәргә яҡын ырыу, әүермән тип һанаған ҡытай ышаныуҙары бутала.

Ғәҙәттә кицунэға хас тип иҫәпләнгән мөмкинлектәр сит тәндәргә үтеп инеү, ут бөркөү йәки башҡа төрлө ут барлыҡҡа килтереү, сит кешенең төшөнә инеү һәм шул тиклем ҡатмарлы иллюзиялар тыуҙырыу һәләттәрен үҙ эсенә ала, хатта улар ысынбарлыҡтан айырылғыһыҙ тиерлек. Ҡайһы бер хикәйәттәр, арауыҡты һәм ваҡытты боҙоу, кешеләрҙе аҡылдан яҙҙырыу, йә иһә әйтеп бөтөргөһөҙ бейек ағастар йәки һауалағы икенсе ай кеүек фантастик формаларҙы ҡабул итеү һәләттәре булған кицунэ тураһында һөйләп, ары китә. Ҡайһы берҙә кицунэға вампирҙарҙы хәтерләтеүсе сифаттар хас тип иҫәпләнә: улар аралашҡан кешеләрҙең тормош һәм рухи көсө менән туҡланалар. Ҡайһы берҙә кицунэны түңәрәк йәки груша һымаҡ объектты һаҡлаусылар тип тасуирлайҙар (хоси но тама, йәғни «йондоҙло шар»); был шарҙы яулап алған кеше кицунэны үҙенә ярҙам итергә мәжбүр итә ала тип раҫлана. Теорияларҙың береһе кицунэ әүерелгәндән һуң тылсымының бер өлөшөн ошо шарҙа «запаста тота» тип раҫлай. Кицунэ үҙенең вәғәҙәләрен үтәргә тейеш, юғиһә уларға рангын йәки көс кимәлен кәметеү рәүешендә яза биреләсәк.

Кицунэ синтоизм шулай уҡ буддизм диндәре менән бәйле. Синтола кицунэ дөгө баҫыуҙарын һәм эшҡыуарлыҡты ҡурсалаусы алиһә Инари менән ассоциациялаша. Башта төлкөләр был алиһәнең илселәре (цукай) булалар, әммә хәҙер улар араһында айырма шул тиклем юйылған, хатта Инари үҙе ҡайһы берҙә төлкө рәүешендә һүрәтләнә. Буддизмда улар IX—X быуаттарҙа Японияла популяр булған йәшерен буддизм мәктәбе Сингон арҡаһында билдәлелек алалар. Уның төп алиһәләренең береһе, Дакини, күк йөҙө буйлап төлкөгә атланып йөрөгән итеп һүрәтләнә.

 
Туғыҙ ҡойроҡло төлкө кенәз Хандзокуға һөжүм итә. XIX быуат гравюраһы

Фольклорҙа оҙаҡ йәшәгән һәр төлкө «төлкө рухы» булып китергә мөмкин. Кицунэның ике төп төрө бар: мебу, йәки йыш ҡына Инари менән ассоциациялаштырылған илаһи төлкө; һәм ногицунэ йәки ҡырағай төлкө (һүҙмә-һүҙ «ялан төлкөһө»), йыш ҡына яуыз, яуыз ниәткә эйә итеп тасуирлана.

Кицунэның ҡойроҡтары туғыҙға тиклем етеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, төлкө ни тиклем олораҡ һәм көслөрәк булған һайын уның ҡойроғо ла күберәк була. Ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, кицунэ һәр йөҙ йәки мең йыл һайын өҫтәмә ҡойроҡ үҫтерә. Әммә әкиәттәрҙә осраған төлкөләрҙең һәр ваҡыт тиерлек бер, биш, йәки туғыҙ ҡойроғо була.

Кицунэ туғыҙ ҡойроҡ алғас, уларҙың тиреһе көмөш, аҡ, йәки алтын булып китә. Был кюби но кицунэ («туғыҙ ҡойроҡло төлкөләр») сикһеҙ зирәклек көсө алалар. Оҡшаш рәүештә Кореяла мең йыл йәшәгән төлкө кумихоға (Kumiho) (һүҙмә-һүҙ «туғыҙ ҡойроҡло төлкө») әүерелә, әммә Корея төлкөһө, ҡағиҙә булараҡ, япон төлкөһенән айырмалы рәүештә яуыз булып һүрәтләнә, ул яҡшы ла, насар ҙа була ала. Ҡытай фольклорында шулай уҡ «төлкө рухтары» (хули-цзин) бар, улар күп осраҡта кицунэ менән оҡшаштар, шул иҫәптән туғыҙ ҡойроҡҡа эйә булыу мөмкинлектәре бар.

Туғыҙ ҡойроҡло төлкөләр йәш «аҙашҡан» йәндәргә ағымдағы инкарнацияла ярҙам итеүсе, рух-һаҡлаусылар булараҡ һүрәтләнәләр. Кюби, ғәҙәттә, оҙаҡҡа түгел, бер нисә көнгә генә ҡала, әммә бер йән эйәһенә эйәләшкән осраҡта, уны йылдар буйы оҙатып йөрөй ала. Был үҙенең булыуы һәм ярҙамы менән бәхетлеләрҙе бүләкләй торған бик һирәк кицунэ тибы. Кюби тәбиғәт күренештәре, ваҡыт менән идара итә алалар һәм кешеләрҙе башҡа донъяларға алып китә алалар, унан кешеләр ныҡ ҡарт булып әйләнеп ҡайталар. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, бындай төлкөләр кешеләргә һирәк зарар килтерәләр.

Ҡайһы бер тарихтарҙа кицунэ кеше ҡиәфәтендә булғанда ҡойроғон йәшереү менән ҡыйынлыҡтар кисерәләр (ғәҙәттә, бындай тарихтарҙа төлкөләрҙең бер генә ҡойроғо була, был төлкөнөң көсһөҙлөгөн һәм тәжрибәһеҙлеген күрһәтә). Иғтибарлы герой кешегә әйләнгән иҫерек йәки һаҡһыҙ төлкөнө, кейеме аша уның ҡойроғон күреп, фашлай ала.

Япон фольклорында кицунэ йыш ҡына алдаҡсы, ҡайһы берҙә бик яуыз тип һанала. Кицунэ-алдаҡсылар үҙҙәренең тылсымлы көсөн шаяртыуҙар өсөн ҡулланалар: изгелекле итеп һүрәтләнгәндәре сиктән тыш ғорур самурайҙарҙы, ҡомһоҙ сауҙагәрҙәрҙе һәм тәкәббер кешеләрҙе һайларға тырышалар, ә аяуһыҙыраҡ кицунэ ярлы сауҙагәрҙәрҙе, крәҫтиәндәрҙе һәм буддий монахтарын яфаларға тырыша

Шулай уҡ кицунэны йыш ҡына һөйгән йәр итеп һүрәтләйҙәр. Бындай тарихтарҙа ғәҙәттә йәш ир һәм ҡатын — ҡыҙ ҡиәфәтенә ингән кицунэ ҡатнаша, кицунэға арбаусы ҡатын-ҡыҙ роле бирелә, әммә йыш ҡына бындай тарихтар романтик. Бындай осраҡтарҙа ир кеше ғәҙәттә сибәр ҡыҙға өйләнә (уның төлкө икәнлеген белмәй) һәм уның тоғролоғона ҙур әһәмиәт бирә. Бындай тарихтарҙа фажиғәле элемент бар: улар төлкөнөң асылын асыҡлау менән тамамлана, шунан һуң кицунэ ирен ташлап китергә тейеш.

«Кицунэ» һүҙенә фольклор этимологияһы биргән төлкө- ҡатындар тураһында билдәле тарихтарҙың иң боронғоһо, был мәғәнәлә ташлама булып тора. Бында төлкө ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтен ҡабул итә һәм егеткә кейәүгә сыға, шунан һуң был икәү, бер нисә йыл бергә бәхетле ғүмер кисереп, бер нисә балаға ғүмер бирәләр. Көтмәҫтән уның төлкө асылы фашлана, күп кенә шаһиттар алдында ул эттән ҡурҡып, һәм йәшенеү өсөн, үҙ ҡиәфәтненә ҡайта. Кицунэ өйҙән сығып китергә йыйына, әммә ире уны туҡтата: «Хәҙер, бер нисә йыл бергә булғанда, һин миңә бер нисә бала бирҙең, мин һине онота алмайым. Зинһар, әйҙә кил, йоҡлайыҡ». Төлкө ризалаша, һәм шул ваҡыттан алып һәр төндө ҡатын рәүешендә иренә ҡайта, иртәнсәк төлкө образында сығып китә. Шунан һуң уны кицунэ тип атағандар, сөнки классик япон телендә кицу-нэ «барайыҡ һәм йоҡлайыҡ» тигәнде аңлата, шул уҡ ваҡытта ки-цунэ «һәр ваҡыт килеүсе» тигәнде аңлата.

Кешеләр һәм кицунэ араһында никахтар нәҫеленә ғәҙәттә үҙенсәлекле физик йәки иҫ киткес һәләт хас. Әммә был үҙенсәлектәрҙең аныҡ тәбиғәте бер сығанаҡтан икенсеһенә ныҡ үҙгәрә. Шундай экстраординар мөмкинлектәре булғандар араһында билдәле оммедзи Абэ-но Сэймэй ҙа бар, ул ханъе (ярымдемон), кеше һәм кицунэның улы[2].

Сығарылма атамалары

үҙгәртергә

Кицунэ удон исеме аҫтында билдәле япон аш-һыуы бар, ул удон ашының бер төрө. Риүәйәттәр буйынса, кицунэ унда булған ҡыҙҙырылған туралған тофуны (абураагэ йәки усуагэ) айырыуса ярата, шуға ла исеме шулай аталған

Аяҙ күк йөҙө араһында яуған ямғырҙы ҡайһы берҙә кицунэ-но ёмэири, йәки «кицунэ туйы» тип атайҙар.

Тышҡы ресурстарға һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
Башҡа илдәрҙең мифологияһында аналогтары
Другое

Ҡалып:Японская мифология

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Светоч дружбы Восточный альманах № 14 М Художественная литература 1986 стр. 665—669
  2. В.Маркова. Десять вечеров. Японские народные сказки, сказка "жена-лисица" и комментарии к ней.