Китап графикаһы — графика сәнғәтенең бер төрө. Уға, атап әйткәндә, китап иллюстрациялары, виньеткалар, заставкалар, башбиҙәктәр, тышлыҡтар, супертышлыҡтар һәм башҡалар инә. Боронғо һәм урта быуаттарҙан уҡ ҡулъяҙма китап менән һүрәт тарихы бәйләнеп килә, ә гравюра һәм литография үҫеше баҫма китаптан айырылмай. Боронғо донъяла шрифт барлыҡҡа килә, ул да графикаға ҡарай, сөнки хәреф график тамға булып тора.

Китап графикаһы
Рәсем
 Китап графикаһы Викимилектә

Башҡортостанда китап графикаһының тарихы

үҙгәртергә

Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанlf китап графикаһының ике йүнәлеше — мосолман ҡулъяҙма китабы һәм Европа, рус ҡулъяҙма, баҫма китап традициялары була. 1801 йылда Өфөлә губерна типографияһы, XIX быуаттың 60‑сы йылдары аҙағында шәхси типография асыла. Ошо шарттарҙа Башҡортостанда баҫма китап графикаһы үҫешә башлай. Типография оҫталары тәүге баҫмаларҙың биҙәүселәре лә була. Улар өлгөлө шрифтар, виньеткалар, орнаменттар ҡуллана, «анкер», «лавр», «сильвина», «француз» орнаменттары айырыуса йыш осрай[1](недоступная ссылка).

XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы баҫмаларҙың титул биттәрендә Европа (классицизм, барокко, модерн, һуңғы осор авангарды) һәм көнсығыш стиль элементтарының берләшеүенән барлыҡҡа килгән синтетик художестволы өлгөләр ҡулланыла.

1917 йылда республикала Графика сәнғәте эшселәренең профессиональ йәмғиәте ойошторола. Йәмғиәт китап графикаһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уның тәҡдиме буйынса бөтә типографиялар 1922 йылда бер полиграфик предприятиеға берләшә.

XX быуаттың 20‑се йылдарында китап графикаһы өлкәһендә эшләгән билдәле белгестәр: гравёр В.Костарев, литограф Фредерикс, Ҡазан рәссамдары Н. Н. Кроневальд, Сөләймәнова.

Ғәрәп графикалы китаптарҙы биҙәгәндә конструктивизм экспрессияһы ҡулланылып, тышлыҡтарҙа һәм титул биттәрендә динамикалы композициялар төшөрөлә; киңлекте һүрәтләү төҙөлөшө, ритм һәм төҫтәр бирелеше үҙгәрә. Совет орнаменты мотивтары киң ҡулланыла. 1932 йылда профессиональ рәссамдар әҙерләү өсөн Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә һәм Өлкә гәзит һәм журналдар нәшриәтендә рәссам‑графиктар төркөмө ойошторола. Төркөмгә Ленинград рәссамы В. А. Власов етәкселек итә. Уҡыусылар Башҡорт сәнғәт техникумынан һайлап алына.

30‑сы йылдарҙа нәшриәттәрҙә китап рәссамы вазифаһы булдырыла. Был йылдарҙа эшләй башлаған рәссамдар: Р.Ғ.Ғүмәров, Фролова, Г.Хәлисов.

Ғүмәров беренселәрҙән булып башҡорт әкиәттәренә иллюстрацияларҙа милли типажды һүрәтләй.

50‑се йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең художество мөхәррире итеп А. А. Астраханцев тәғәйенләнә, ул китап графикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ул биҙәгән «Һинд әкиәттәре» китабы 1958 йылда РСФСР-ҙа китапты художестволы биҙәүҙең иң яҡшы өлгөһө тип таныла.

60‑сы йылдарҙа билдәлелек алған китап биҙәүселәр: В. Д. Дианов; С. Р. Ковалёв; А. А. Холопов, В. Н. Баскаков, В. Г. Воронин, В. А. Рудаков.

70‑се йылдарҙа китап биҙәү өлкәһендә А. В. Веселов, Э. Зарипов, И. Ф. Кибальник, А. Г. Королевский, Ә. Ш. Лутов, Э. М. Сәйетов, С. А. Фадеев, Б. Ә. Хәйбуллин таныла, уларҙың һәр береһе үҙ стилен табып ижад итә.

Хәҙерге осорҙа

үҙгәртергә

80—90‑сы йылдарҙа өлкән быуынға А. Ә. Василов, А. Р. Ғарипов, А. Ф. Ғәлин, В. П. Ковалёв, А. А. Костин, М. Л. Ҡәйүмова, С. В. Маджар, А. Р. Мөхтәруллин, У. Т. Мәсәлимов, И. С. Фәйрушин ҡушыла. И. Я. Ниғмәтйәнов, А. Л. Чудинов, И. Р. Әхмәҙуллина һәм башҡалар үҙ ижадында компьютер технологияларын ҡуллана башлай.

Башҡортостан китап графиктарының эштәре бөтә Рәсәй (1981, 1987, 1991) һәм халыҡ‑ара (1981, 1985, 1999) күргәҙмәләрҙә юғары баһа ала.

Китап графикаһын үҫтереү өсөн 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында «графика, китап сәнғәте» тигән махсус курс асыла.

2001 йылдан бирле Өфөлә йыл һайын реклама, дизайн, полиграфия буйынса «Я!года» төбәк фестивале үткәрелә[2](недоступная ссылка).