Мәйәрҙәк (һырт)
Мәйәрҙәк — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт[1].
Мәйәрҙәк | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 14 км |
Киңлеге | 10 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Яндыҡ |
Абсолют бейеклеге | 929 м |
Урынлашыуы | |
52°34′30″ с. ш. 57°52′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Белорет районы буйлап Буғанаҡ һәм Яндыҡ йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге яҡынса 3—10 км, абсолют бейеклеге 929 м (Яндыҡ тауы). 700—900 м бейеклектәге 5 түбәһе айырылып тора (Шыршылы, Ыласынтау һ.б.). Битләүҙәре текә. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт.
Тау битләүҙәрендә Буғанаҡ, Ҡаҙыш, Яндыҡ йылғалары (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдыҡтары) һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана; төньяҡ‑көнбайыш итәгендә Һүренйәк йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) аға. Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле‑көлһыу тау тупраҡтарындағы ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан тора[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәТопонимист-ғалим А. К. Матвеев үҙенең «Вершины каменного пояса. Названия гор Урала» хеҙмәтендә былай тип яҙған: «Башҡортостандың Белорет районында Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан һырт. «Башҡорт АССР-ы топонимдары һүҙлеге»ндә ҙәк - «тау» һәм мәғәнәһе билдәһеҙ мәйәр нигеҙенән торған формант билдәләнә. Топонимик экспедиция яҙмаларында Мәйәрҙәк - башҡорт ир-ат исеме тиелгән. Был халыҡ этимологияһына оҡшаған. Әрҙәк (ардак) компонентын ошо типтағы башҡа атамалар (ҡара: Елмерҙәк) менән бәйләү ышаныслыраҡ»[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Япаров И. М. Мәйәрҙәк (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- [2]
- А.К. Матвеев А.К. Вершины каменного пояса. Названия гор Урала
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Япаров И. М. Мәйәрҙәк (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [1]
- ↑ А.К. Матвеев А.К. Вершины каменного пояса. Названия гор Урала