Кирин Иван Семёнович

Иван Семенович Кирин (26 ғинуар 19121974) — совет химигы, техник фәндәр кандидаты (1950).

Кирин Иван Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 26 ғинуар 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Кинель-Черкассы[d], Кинель-Черкасский район[d]
Вафат булған көнө 1976
Һөнәр төрө химик, ғалим
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d] (1950)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

1912 йылдың 26 ғинуарында Һамар губернаһының Кинель-Черкассы ауылында тыуған.

1938 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлай.

1938 йылдан алып 1948 йыл буйынса тәүҙә Дәүләт оптика институтында (ДОИ), һуңынан ғилми-тикшеренеү институты-13-тә эшләй, 1946 йылдан кесе ғилми хеҙмәткәр.

Техник фәндәре кандидаты (1950), диссертация темаһы «Химико-термическая обработка быстрорежущих сталей». Өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1958 йылдың октябренән 1948 йылдың декабренә тиклем КБ-11-ҙә ғилми хеҙмәткәр, лаборатория начальнигы, өлкән ғилми хеҙмәткәр,бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы, бүлек начальнигы булып эшләй.

1958 йылдың декабрендә СССР Фәндәр академияһының Физика-техник институтының Ленинград филиалына (буласаҡ Ленинград ядро физикаһы институты, Орлова Роща, Гатчина янында) ебәрелә. Дөйөм радиохимия лабораторияһына етәкселек итә (1975 йылда лаборатория СССР Фәндәр академияһының Радий институтына тапшырыла.

1974 йылда үпкә яман шешенән вафат була.

1976 йылда затлы газдар берләшмәләрен синтезлағаны һәм физик-химик үҙенсәлектәрен тикшергәне өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (27.04.46), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (06.02.1954) миҙалдары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (14.11.1956) менән бүләкләнә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә