Кириков Сергей Васильевич
Кириков Сергей Васильевич (15 (27) сентябрь 1899 йыл — 27 август 1984 йыл) — ғалим-зоогеограф, эколог. 1937—1947 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының ғилми бүлеге мөдире. Биология фәндәре докторы (1947).
Кириков Сергей Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 (27) сентябрь 1899 |
Тыуған урыны | Алексино[d], Дорогобужский район[d] |
Вафат булған көнө | 28 август 1984 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, биолог, зоолог, тәбиғәт фәндәре белгесе |
Эшмәкәрлек төрө | рустар, биология[1], зоология[1] һәм биогеография[1] |
Эш урыны | Институт географии РАН[d] |
Уҡыу йорто | Белорусская сельскохозяйственная академия[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә- Сергей Васильевич Кириков 1899 йылдың 15 сентябрендә элекке Смоленск губернаһы Алексино ауылында тыуған. Бала сағы шунда үтә.
- 1919—1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
- 1920—1922 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй.
- 1922—1926 йылдарҙа Горецкий ауыл хужалығы институтының урмансылыҡ факультетында уҡый (уҡыу йорто ошо уҡ йылдарҙа Белорус ауыл хужалығы академияһы итеп үҙгәртелә. Студент йылдарында орнитология менән ныҡ ҡыҙыҡһына, диплом эшен дә «Смоленск өлкәһенең Дорогобужский өйәҙе ҡоштары» темаһына яҙа.
- Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1926 йылда Башҡортостандың хәҙерге Йылайыр районына инеүсе Ҡана тәжрибә урмансылығында эшләй.
- Фәндең төрлө өлкәләренә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуы йәш ғалимды эш урынын йыш алмаштырып торорға мәжбүр итә (Березники, Аскания-Нова биология станцияларында мөдир вазифаһын башҡара, Полесье мелиорация экспедицияһында эшләй һәм ҡапыл ғына, башҡалар көтмәгәндә, Мәскәү ҡиммәтле йәнлек тиреләре институтына уҡырға инә.
- Бер нисә йыл педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
- Аҙаҡ, 1937, 1939—1945 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының фәнни бүлегенә етәкселек итә, шул уҡ йылдарҙа (1938—1939)Ленинградта СССР Фәндәр академияһының Зоология институты доктарантураһында уҡый.
- 1945—1947 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының А. Н. Северцов исемендәге хайуандарҙың эволюцион морфологияһы институты докторанты.
- 1947 йылда «Ҡоштар менән һөтимәр хайуандар Уралдың көньяҡ сиге ландшафты шарттарында» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
- 1948 йылдан СССР Фәндәр академияһының География институты хеҙмәткәре.
- 1948—1957 йылдарҙа «Урал һәм Урал алды», «СССР-ҙың тәбиғәт һәм тәбиғи ресурстары» тигән коллектив монографияларҙы яҙыуҙа ҡатнаша. «Ҡорҙар һәм уларҙың йәшәү мөхите» тигән темаға ғилми тикшеренеү эштәренә етәкселек итә.
- 1957 йылдан алып ҡоштар һәм һөтимәр хайуандарҙың (һунарсылыҡ-промысла төрҙәрен) Боронғо Рустең тарихи документтары, йылъяҙмалары, Урта быуат ҡулъяҙмаларын өйрәнеү аша тарихи күҙлектән сығып тикшерә.
- С. В. Кириков ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында эшләгән, башҡорттар араһында йәшәгән йылдарын сағылдырған «Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан буйлап» тигән автобиографик китабын яҙа. Ул, үҙе мәрхүм булғас, 1989 йылда донъя күрә.
- 1984 йылдың 27 авгусында, 85 йәше тулырға 18 көн ҡалғас, Мәскәүҙә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәС. В. Кириковтың ғилми эшмәкәрлеге тарихи география, зоогеография, экология һәм СССР-ҙа, шулай уҡ Башҡортостанда ҡурсаулыҡтар ойоштороу проблемаларына арналған. С. В. Кириков тарафынан СССР-ҙың дала, урман-дала, урман зоналарында кешеләр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә фаунаның тарихи үҙгәрештәре мәсьәләләре өйрәнелә.
С. В. Кириков — Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының хайуандар донъяһын иң төплө өйрәнгән, шулай уҡ Яутүбә тауҙарының (Шайтантау һырттарының) үҫемлектәрен, ҡош-ҡорттарын, йәнлектәрен беренселәрҙән булып тикшергән ғалим. Ул Шайтантау ҡурсаулығына нигеҙ һалған зоогеограф та булды.
С. В. Кириков һәм башҡорттар
үҙгәртергәҒүмеренең ҡырҡ йылын Көньяҡ Урал тәбиғәте, Башҡорт иле һәм башҡорттар менән бәйләгән билдәле Мәскәү ғалимы урындағы халыҡтың тормошо, яҙмышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Ул башҡорттарҙың ҡыуаныстарын да, уй-хәсрәттәрен дә үҙенеке итеп ҡабул итә. Кириковтың исеме юҡҡа ғына башҡорт халҡы хәтеренә уйылып ҡалмаған. Һаҡмар буйҙарындағы, Бөрйән, Белорет яҡтарындағы ҡайһы бер ауылдарҙа уны хәҙер ҙә «Сергей олатай» тип ҡәҙерләп иҫкә төшөрәләр.
Йәнлектәрҙең, үҫемлектәрҙең башҡортса исемдәрен белеп барыу, ер-һыу атамаларының мәғәнәләренә төшөнә йөрөү ғалимдың ҡанына һеңгән була.
Ғалимдың башҡорт йырҙары, башҡорт легендаларына ла күңеле тартылып тора. Уларҙы бик тә яратып тыңлай; башҡорттарҙың көнкүреш рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихлас өйрәнә. Был хаҡтағы уй-фекерҙәре, тәьҫораттары аҙаҡ автобиографик китабында урын ала.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Изменение животного мира в природных зонах СССР (XIII—XIX вв.): Степная зона и лесостепь. — М.: Издательство АН СССР, 1959.
- Промысловые животные, природная среда и человек. — М.:Наука, 1966.
- Человек и природа восточно-европейской лесостепи в X — начале XIX в. — М.: Наука, 1979.
- Человек и природа степной зоны, конец X — середина XIX в.: Европейская часть СССР. — М.: Наука, 1983.
- По Южному Уралу и Башкирии / Под ред. и совступ. ст. Н. Н. Воронцова. — М.: Издательство МГУ, 1989.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Б. Мәһәҙиев. Сергей олатай. // Ватандаш, 1999, № 12.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кириков Сергей Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2019)
- Сергей Васильевич Кириков — орнитолог и эколог в Башкортостане/Сайт ИНСТИТУТА ЭКОЛОГИЧЕСКОЙ ЭКСПЕРТИЫ И БИОИНФОРМАЦИОННЫХ ТЕХНОЛОГИЙ (рус.)