Киндерле мәмерйәһе
Киндерле мәмерйәһе (рус. Пещера Победа) — Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында торған мәмерйә. Ул Ғафури районының «Еҙем» тәбиғәт паркы биләмәһендә, Ташаҫты ауылынан 5 км йырыҡлыҡта Еҙем йылғаһының уң яҡ ҡушымтаһы Киндерле[1]. йылғаһының тамағында урынлашҡан.
Киндерле мәмерйәһе | |
---|---|
урыҫ Киндерлинская пещера | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тораҡ пункт | Ташаҫты |
Тәрәнлеге | яҡынса 215 м |
Оҙонлоғо | оҙонораҡ 8130 м |
Күләме | яҡынса 229 900 м³ |
Асылған йылы | ≈1940 |
Тип | тектоник |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбезташ |
Мәмерйәгә инеү юлы | 1 |
Доступно для посетителей | еңел үтә алырлыҡ ≈300 м |
Яҡтыртыу | юҡ |
Киндерле мәмерйәһе Викимилектә |
Мәмерйә юғары Девон осоро эзбизташтарында өңөлгән дүрт ҡатлы горизонталь юлдар галереялар систамаһын хасил итә. Мәмерйәгә ингән урында 720 кв. м. майҙанды боҙ ҡатламы биләп тора, уның оҙонлоғо 720 м, ҡалынлығы 8 м-ға етә.Боҙ өҫтөнән төрлө ҡиәфәттәге сталагмиттар ҡалҡып тора.
Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 8130 м (шуның 230 м һыу аҫтында), күләме 229600 куб.м, иҙәненең майҙаны 39400 кв.м., юлдарының уртаса киңлеге 5,4 м, бейеклеге 7,1 м. Киндерле Уралдың иң тәрән мәмерйәһе. Уның амплитудаһы 215 м. Мәмерйәгә инеү урыны трапецияға оҡшаған.
Ерле халыҡ был мәмерйәне тирә яғында киндер үҫкәнгә күрә Киндерле тип атаған. Мәңгелек боҙлоғонда йәйен ит һаҡлағандар.
Тәү башлап мәмерйәне 1974 йылда А. Андреев етәкселегендәге Стәрлетамаҡ спелеологтары тикшерә. Фашист Германаяһын еңеүҙең 30 йыллығына Киндерле мәмерйәһен Башҡортостан туризм экскурсиялар өлкә советы экспедицияһы ентекләберәк өйрәнеп «Еңеү мәмерйәһе» тигән яңы исем бирә.
Еҙем тәбиғәт паркы биләмәһендә барлығы 67 мәмерйә булыуы билдәле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ А. Р. Калмурзин. Гафурийский район. Природные условия, население, хозяйство и экология. — Уфа, 1999 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Киндерле мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Фото-сайт Андрея Устюжанина]