Кингисепп
Кингисепп[25][26] (1922 йылға тиклем — Ямбург[27]) — ҡала, (1784 йылдан алып) Рәсәй империяһы составында, артабан Рәсәйҙең Ленинград өлкәһе Кингисепп районыһәм Кингисепп муниципаль ҡала берәмеге. Новгород баяры Иван Федорович тарафынан Соҡор (Ям) ҡәлғәһе итеп 1384 йылда нигеҙ һалынған.
Кингисепп | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1384 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ямбург һәм Ям |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Кингисеппское городское поселение[d][1] һәм Кингисеппский район[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Кингисеппское городское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
2057 кеше (1856)[2], 1303 кеше (1862)[3], 1059 кеше (1863), 2153 кеше (1867), 2490 кеше (1870), 3343 кеше (1885), 4584 кеше (1897)[2], 3199 кеше (1920), 4438 кеше (1923)[2], 4800 кеше (1926)[2], 3800 кеше (1931)[2], 5800 кеше (1932), 7100 кеше (1933), 6100 кеше (1935), 7930 кеше (1939)[4], 2798 кеше (1945), 8413 кеше (1959)[5], 17 315 кеше (1970)[6], 38 784 кеше (1979)[7], 49 954 кеше (1989)[8], 51 500 кеше (1992)[2], 50 400 кеше (1996)[2], 50 600 кеше (1998)[2], 52 200 кеше (2000)[2], 52 000 кеше (2001)[2], 50 295 кеше (2002)[9], 50 300 кеше (2003)[2], 50 400 кеше (2005)[2], 50 500 кеше (2006)[10], 50 500 кеше (2007)[2], 50 167 кеше (2008)[2], 49 948 кеше (2009)[11], 48 488 кеше (2010)[12], 48 500 кеше (2011)[2], 48 640 кеше (2012)[13], 48 260 кеше (2013)[14], 48 128 кеше (2014)[15], 47 969 кеше (2015)[16], 47 705 кеше (2016)[17], 47 312 кеше (2017)[18], 46 747 кеше (2018)[19], 45 858 кеше (2019)[20], 45 216 кеше (2020)[21], 49 716 кеше (2021)[22], 49 005 кеше (2023)[23], 48 807 кеше (2024)[24] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 25,6 метр |
Туғандаш ҡала | Засниц[d], Райсио[d] һәм Кохтла-Ярве[d] |
Майҙан | 29 км² |
Почта индексы | 188455–188456 |
Рәсми сайт | kingisepp-mo.ru |
Урындағы телефон коды | 81375 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Кингисеппе[d] |
Кингисепп Викимилектә |
Исеме
үҙгәртергә1703—1922 йылдар буйына ҡала Ямбург[28], һуңынан революционер эстон Виктор Кингисепп хөрмәтенә уның исеме менән атала. (1952 йылда шулай уҡ Кингисепп тип Эстон ССр-ының Курессааре ҡалаһы атала, әммә 1988 йылда ҡаланың элекке исеме ҡайтарыла). Топономика һүҙлектәрендә баҫым беренсе ижеккә яһала — Ки́нгисепп[25][26]. Эстон теленән тәржемәһе kingisepp — «итексе» тигәнде аңлата[29].
1993 йылда Кингисеппта ҡаланың Ямбург тарихи исемен ҡайтарыу тураһында референдум үтә. Ҡаланың исемен үҙгәртергә халҡының 10 % ғына ризалыҡ бирә[30]
Тарих
үҙгәртергәПетрға тиклемге дәүер
үҙгәртергәНовгородтың тәүге йылъяҙмаларында Ям ҡалаһы 1384 йылда төҙөлгән тип яҙыла.
Шулай итеп Новгород республикаһы үҙенең сиктәрен немец һәм швед баҫҡынсылары һөжүменән һаҡлаған булған. Ҡала ҡәлғәһе тотошлай таш диуарҙан торған, уның бейек манаралары һәм ҡапҡалары булған. Ҡәлғә 1395 һәм 1444—1448 йылдарҙағы Швеция һәм Ливон конфедерацияһы ғәскәрҙәренең ҡамауында бирешмәй сыҙаған була. 1395 йылда шул уҡ йылъяҙмала Яма ҡалаһы телгә алына, 1397 йылда — Ямьский ҡалаһы, 1444 йылда—Яма (Соҡор) ҡалаһы телгә алына, ун алтынсы быуатта Ямгород атамаһы киң таралған була[31].
Ливон һәм ганзейский сығанаҡтарында Соҡор ҡалаһы Ниенслот, йәғни Яңы һарай, Яңы ҡала тип аталған, шуның өсөн оҙаҡ ваҡыттар буйына был ҡала сығанаҡтарҙа булмаған, тип иҫәпләнә. Ивангород нигеҙләнеп, уға Ниенслот исеме күсерелгәс, көнбайыш тарихсылары ҡаланы Ям тип атай башлай.
XV быуатта ҡала Төньяҡ-Көнбайыш Рустың хәрби, һөнәрселек һәм сауҙа үҙәге генә булып ҡалмайынса Төньяҡ-Көнбайыш Рустаң Новгород ерҙәрендәге Водь, Шелонь пятиналарының Ямский өйәҙенең административ үҙәгенә әйләнә. 1583 йылда ҡаланы Швецияға бирәләр, ә 1595 йылда ҡала Русҡа кире ҡайтарыла, әммә һуңынан Столбовский тыныслыҡ килешеүе буйынса 1617 йылда тағын да Швецияға күсә, ҡәлғә диуары һәм башнялары 1681 йылда шартлатыла.
Рәсәй империяһы
үҙгәртергә1700-1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышы барышында ҡала 1700 йылдың 10 сентябрендә беренсе тапҡыр рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Был турала "И. Ю Трубецкойҙың Ф. А. Головинға Ям ҡалаһын алыу һәм әсиргә төшкән һалдаттарҙың Ревель янындағы швед ғәскәрҙәренең тупланыуы тураһындағы хаты"нда яҙыла:[32] «Беҙ бөгөн Ям ҡаласығы янына килдек. Ҡала эсендәге һалдаттар, капралдар һәм ҡала коменданты, беҙҙе күреп, ҡаланан ҡасып китте. Һәм мин шул ҡаланы алдым һәм унда беҙҙең ҡырҡ казакты һәм стрелецтарҙы Григорий Неклюдов менән ҡалдырып киттем».
1703 йылдың май башында ҡала янына рус генерал-майор фон Верден етәкселегендә рус отряды Псковтан килә.14 майҙа, аҙ ғына ваҡыт ҡамауҙан һуң, ҙур булмаған швед гарнизоны капитуляция яһай. Ҡала Рәсәй составына Ништадтский тыныслыҡ килешеүенә ярашлы 1721 йылда индерелә, ошо саҡта шведтарҙың Ямбург исеме формаһы («Ям ҡәлғәһе») һаҡланып ҡалған.
1708 йылда Ямбург кенәз Меншиковтың биләмәһенә күсә, ә ул һөргөнгә ебәрелгәс, был биләмә ҡаҙнаға күсә.
XVIII быуаттың беренсе яртыһында бында быяла сәнәғәте үҫешкән була, XVIII быуат аҙағында ҡалала туҡыу фабрикаһы була, ул француз Лиондың милеге була[33].
1784 йылдан алып Ямбург — өйәҙ ҡалаһы.
1830-сы йылдарҙа Ямбургта, Романовка имениеһында, хәҙерге «Романовка» паркы урынлашҡан ерҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы генерал Карл Бистром йәшәгән (уның ҡәберенә Петр Клодт эшләгән һәйкәл һаҡланған). XХ быуат башында Ямбург — Петербург губернаһының иң ярлы ҡалаларының береһе була, ҡала кешеләре бары тик үҙ йорттарын унда килгән ғәскәрҙәргә ваҡытлыса фатирға биреп, килем алып йәшәгән. Революцияға тиклем ҡала халҡының ҙур өлөшөн хәрбиҙәр тәшкил итә. Шулай итеп, 1849 йылда ҡалалағы 2100 кешенең 1317-һен (62,7 %) «түбән чиндағы хәрбиҙәр» тәшкил итә. Был осорҙа ҡалала император I Францтың гренадер батальоны һәм өйәҙ инвалидтар командаһы фатирҙа тора. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ямбургта 37-се пехота дивизияһының Царицын 146-сы пехота полкы дислокацияла тора.
Совет осоронда
үҙгәртергәГраждандар һуғышы осоронда ҡала Ҡыҙыл армия һәм аҡтарҙың Төньяҡ корпусы менән Төньяҡ-Көнбайыш армияһы араһындағы көрәш объекты булып тора. 1919 йылдың 17 майында Төньяҡ корпусы Петроградҡа һөжүм иткәндә Ямбург ҡалаһын биләй һәм уны 5 августҡа тиклем (Советтарҙың Көнбайыш фронттының 7-се армияһы составындағы 6-сы уҡсы дивизияһы ҡаланы баҫып алғанына тиклем) үҙ ҡулында тота. Ҡала фронт һыҙығы янында тора — совет һөжүме Луга йылғаһы сигендә туҡтап ҡала. Петроградҡа I 11 октябрендә икенсе һөжүм ваҡытында ҡала Төньяҡ-Көнбайыш армияһының икенсе корпусы тарафынан алына. Ямбургты ҡалдырып сыҡҡан Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре ҡалалағы казармаларҙы яндыра , ҡала биналарына етди зыян килтерелә[34]. Ямбургты 1919 йылдың 14 ноябрендә Ҡыҙыл армия частары биләй.
Ҡалаға 1922 йылдың 17 майында эстон революционеры Виктор Кингисепптың (1888—1922) исеме бирелә.
1937-1938 йылдарҙағы Ҙур террор барышында, булған мәғлүмәттәр буйынса[35], ҡалала 155 кеше атып үлтерелгән булған.
Һуғышҡа тиклем ҡалала театр булған. Һуғыш ваҡытында театрҙы Чистополь[36] ҡалаһына эвакуациялайҙар.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец ғәскәрҙәре 1941 йылдан 14 авгусында «Төньяҡ» армиялары төркөмөнөң 18-се армияһы ҡаланы оккупациялай. Ҡала һәм уның тирә-йүнендә йәшерен партизан хәрәкәте эшләй, улар, баҫҡынсыларға ҡаршы мәкерле диверсия эшмәкәрлек алып бара һәм диверсияларҙы тормошҡа ашыра. 1944 йылдың 1 февралендә Ленинград-Новгород операцияһы барышында ҡала Ленинград фронтының 13-се һауа армияһы ярҙамы менән икенсе удар армияһы тарафынан азат ителә
1963 йылдың 25 декабрендә яңы ғына төҙөлгән «Фосфорит» тау-байыҡтырыу комбинаты фосфорит онло ашлама етештерә башлай. Һуңынан был комбинат Кингисепп ҡалаһының төп предприятиеһына әйләнә[37].
1984 йылдың 11 октябрендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала хеҙмәтсәндәренең немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән сыҙамлылығы һәм батырлығы өсөн һәм хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштәге уңыштары өсөн» Кингисепп ҡалаһы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Иң яңы тарих
үҙгәртергә1993 йылда Кингисепп Рәсәйҙә беренсе булып һыу аҫты оптик-волоконлы «Рәсәй—Дания № 1» линияһының үҙәге була[38]. Яңы тарихта был «Ростелеком» бәйләнеше операторының беренсе милли проекты була, ул СССР граждандары телефон селтәре базаһында булдырыла. Мәскәү һәм Петербургты Кингисепп менән радио релеһы линияһы тоташтыра, ә Дания артабан глобаль цифрлы элемтә һуҙыла, был төҙөлөш ике йылда Хабаровск менән Мәскәү һыҙығын тоташтыра. Был саралар Рәсәйҙе донъя интернетына сифатлы тоташтырыуҙы тәьмин итеү өсөн эшлэнелә.
2001 йылдың 13 декабрендә ҡалаға Лесобиржа һәм Касколовка ҡасабалары һәм Яңы Луцк ауылы ҡушыла[39].
Ҡала Яңы ваҡыттың Ганзей союзы ағзаһы булып тора[40].а
Географияһы
үҙгәртергәҠалалаөлкәнең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Луга йылғаһы буйында, 130 км алыҫлыҡта Санкт-Петербургтан[41][42] тора.
Климат
үҙгәртергә- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 5,4 °C
- Уртаса ел тиҙлеге — 2,3 м/с
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 8,6 | 10,3 | 16,6 | 27,0 | 33,2 | 33,9 | 33,2 | 35,3 | 29,9 | 21,0 | 12,8 | 11,6 | 35,3 |
Уртаса максимум, °C | −3 | −2,8 | 2,5 | 10,2 | 16,7 | 20,3 | 22,9 | 20,9 | 15,1 | 8,8 | 2,0 | −1,7 | 9,3 |
Уртаса температура, °C | −5,6 | −6 | −1,5 | 5,1 | 11,4 | 15,4 | 18,1 | 16,0 | 10,7 | 5,6 | −0,1 | −3,9 | 5,4 |
Уртаса минимум, °C | −8,2 | −9,3 | −5,3 | 0,6 | 5,4 | 9,9 | 12,7 | 11,3 | 7,0 | 2,9 | −2,2 | −6,4 | 1,5 |
Абсолют минимум, °C | −38,1 | −40 | −32,8 | −26,1 | −6,1 | −1,1 | 1,0 | 0,0 | −6,1 | −12,8 | −22,8 | −40 | −40 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 52 | 39 | 41 | 33 | 51 | 83 | 77 | 101 | 71 | 76 | 61 | 58 | 743 |
Сығанаҡ: «Погода и климат» |
Фотогалерея
үҙгәртергәФайл:Ямбург 0033 Екатерина соборы.jpg | Файл:Виктор Кингисеппһәйкәле.jpg | |||||
Екатерина соборы | Инжил-лютеранский мәхәлләһе «Ямбург» | Заманса торлаҡ массивтары | Партизан хәрәкәте яугирҙарына һәйкәл | К. Романовка паркында Бистром һәйкәле. Скульптор П. Клодт | Кингисепп тыуған яҡты өйрәнеү музейы (элекке коммерция училищеһы бинаһында) | Виктор Кингисепп һәйкәле |
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәРадио
үҙгәртергә- 67,67 — Радио России
- 87,8 — Радио Ваня
- 88,6 — Радио Плазма
- 90,2 — Радио Кингисепп Сегодня
- 96,5 — Радио Energy
- 98,0 — Радио ШОК
- 99,3 — Европа Плюс
- 99,8 — Радио Родных Дорог
- 100,3 — Авторадио
- 101.3 — RED FM
- 104,2 — Дорожное Радио
- 106,2 — Питер FM
- 107,1 — Радио Рекорд
Телевидение
үҙгәртергә- 06 — НТВ
- 10 — Бишенсе Канал
- 21 — Беренсе канал
- 30 — Рәсәй телевидениеһының беренсе цифрлы мультиплексы
- 32 — Телевидениеның икенсе цифрлы мультиплексы
- 37 — Рәсәй-1
- Кингисепп телевидение «ЯмТВ»
Гәзит
үҙгәртергә- Көнсығыш яры
- Ваҡыт
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергәРәсми сайтҡа ярашлы[43]
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 Народная энциклопедия «Мой город». Кингисепп (урыҫ)
- ↑ Списки населённыхъ мѣстъ Россійской Имперіи. Санктпетербургская губернія. Списокъ населённыхъ мѣстъ по свѣдѣніям 1862 года (урыҫ) — СПб.: 1864. — 214 с.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Численность наличного населения СССР по районам и городам (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Административно-территориальное деление Ленинградской области. 2007 год (урыҫ) — 2007. — 281 с.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Ленинградская область (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Численность постоянного населения в разрезе муниципальных образований Ленинградской области по состоянию на 1 января 2024 года (урыҫ)
- ↑ 25,0 25,1 Словарь географических названий СССР/ГУКГ, ЦНИИГАиК 2-е изд., перераб. и доn. М., Недра, 1983. 296 с., с. 113.
- ↑ 26,0 26,1 Географические названия России: топонимический словарь: более 4000 единиц / Е. М. Поспелов. — М.: АСТ: Астрель, 2008. — 523, ISBN 978-5-271-20728-0, с. 228.
- ↑ Я́МБУРГ, название г. Кингисепп в 1581-90 и 1612—1922. 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Ямбург, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ [EVS] Estonian-Russian dictionary . Дата обращения: 18 июнь 2020.
- ↑ ИЗ КАКОЙ ИСТОРИЧЕСКОЙ ЯМЫ ВОЗНИКЛО ИМЯ ГОРОДА | Статьи | Регионавтика . Дата обращения: 12 июль 2020.
- ↑ Кирпичников А. Н. Каменные крепости Новгородской земли / Отв. ред. П. А. Раппопорт. — Л.: Наука, Ленинградское отделение, 1984. — С. 180. — 275 с.
- ↑ Под ред. Л. Г. Бескровного и Г. А. Куманёва. Северная война 1700–1721 гг. Сборник документов. Т. I (1700–1709 гг.). — Первое. — Москва: Объединенная редакция МВД РФ; Кучково поле, 2009. — С. 54. — 528 с. — ISBN ISBN 978-5-8129-0093-9 (Объединенная редакция МВД) ISBN 978-5-9950-0053-2 (Кучково поле).
- ↑ Аббат Жоржель. Путешествие в Петербург. — Рыцарь трона. — М.: Фонд Сергея Дубова, 2012. — 400 с. — (История России и Дома Романовых в мемуарах современников. XVII—XX вв.). — ISBN 978-5-94177-016-8.
- ↑ «Михайлов день 1-й» — журнал исторической России, Ямбург, 2005 г., издание Воинского братства во имя св. Архистратига Божия Михаила, ISBN 5-93066-048-4, с. 343.
- ↑ Возвращённые имена .(недоступная ссылка)
- ↑ 26 мая 1943 года 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ Промышленная Группа «Фосфорит».
- ↑ Транзитный «пирог» на двоих | Сети/Network world | Издательство «Открытые системы»
- ↑ Областной закон Ленинградской области От 13.12.2001 № 72-ОЗ об упразднении населённых пунктов деревни Новый Луцк, посёлков Лесобиржа и Касколовка Кингисеппского района Ленинградской области.
- ↑ Официальный сайт администрации МО «Кингисеппское городское поселение» . kingisepp-mo.ru. Дата обращения: 21 июль 2012. 2019 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ Расстояние между Санкт-Петербургом и Кингисеппом.
- ↑ Расчёт расстояний между городами РФ, расчёт маршрута по СНГ. Расстояние от Санкт-Петербурга до Кингисеппа . Архивировано 1 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 1 ғинуар архивланған.
- ↑ Международные связи . Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Побратим Йыхви — российский Кингисепп — за развитие российско-эстонских отношений .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Д. И. Рихтер. Ямбург, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт администрация МО «ҡала биләмәһе Кингисеппский» 2021 йыл 30 декабрь архивланған.
- Ҡала гербы