Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы
Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (27 ғинуар 1943 йыл — 23 март 2021 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1943 |
Тыуған урыны | Йомағужа ауылы[d], Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 март 2021 (78 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКилдебай Сөләймән улы Сөләймәнов 1943 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Йомағужа ауылында тыуған.
1958—2003 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ» хужалығында эшләй: 1959—1966 йылдарҙа һауынсы, 1967 йылдан малсы, 1984 һәм 2001 йылдан бригадир, 1989 йылдан бүлексә идарасыһы, 2002 йылдан бухгалтер. Малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: быҙауҙарҙың тәүлек артымы 1140 грамм тәшкил итә (1972). РСФСР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары менән бүләкләнгән.
Хеҙмәт алдынғыһы 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. 2021 йылдың 23 мартында вафат булды[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Ушел из жизни Герой Социалистического Труда К.С. Сулейманов. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. 25 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шмаков В. Взращённый степью // Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. — Уфа, 1973.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)