Киев ҡатын-ҡыҙ юғары курстары

Киев ҡатын-ҡыҙ юғары курстарырус. Киевские высшие женские курсы — Рәсәй империяһының Киевтағы юғары уҡыу йорто.

Киев ҡатын-ҡыҙ юғары курстары
Нигеҙләү датаһы 1878
Рәсем
Рәсми атамаһы Киевские высшие женские курсы
Ҡыҫҡаса атамаһы КВЖК
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Киев
Тамамланыу датаһы 1920
Карта

Киевта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн юғары курстар 1878 йылда асылған. Уларҙы асыу инициативаһы бер нисә ҡатын-ҡыҙҙан килгән, улар араһында Император Киев Университеты профессорҙарының ҡатындары: Алексеева, Антонович, Ватинова, Гогоцкая, Горова, Покровская һәм Толочинова була, улар башланғыс итеп 550 һум аҡса йыялар. Профессор С. С. Гогоцкий курстарға нигеҙләүсе итеп һайлана, ул үҙенең педагогик советына 1881 йылға, үҙенең урынына профессор В. С. Иконников килгәнгә тиклем, етәкселек итә. Киев ҡатын-ҡыҙ курстарын эшләтеп ебәреү һәм алға әйҙәү өсөн мөһим осор була — йәмәғәт иғәнәләре ярайһы йылдам килеп тора. Ләкин педагогик совет һәм попечителдәр комитеты араһында иҡтисади йәһәттән идара итеүҙә эш дөрөҫ ойошторолмай һәм берҙәмлек булмай.

Башта билдәләнгән ике йыл уҡыу курсы 1881 йылға әкренләп дүрт йылға тиклем киңәйтелә. Киев курстары ике : тел ғилеме-тарихи йәки тарихи-философик, шулай уҡ физика һәм математика бүлексәһенә айырыла. Киев курстарының башҡаларҙан айырмалы үҙенсәлеге — мотлаҡ булмаған предметтарҙың күплеге (беренсе бүлексәлә — 21-ҙән 7, икенсеһендә — 21-ҙән 10), шулай уҡ ғәмәли дәрестәрҙең етерлек үҫеше булмаған.

Киев курстары асылғанда уларға 324 студент ҡабул ителә, унан һуң йыл һайын 119-ҙан 142-гә тиклем тыңлаусылар алына. Эшләй башлауының беренсе дүрт йылында курстарҙа 708 ҡатын-ҡыҙ уҡый. 1882 йылдан уҡыусылар һаны кәмей башлай, һәм 1885/86 уҡыу йылында 195 кеше була; курстарға ҡабул ителгән студенттар һаны йыл һайын 74-кә тиклем кәмей. Һөҙөмтәлә, 1885—1886 йылдарҙа физика һәм математика бүлегендә ике курс ябыла. Барлығы 1098 тыңлаусы Киев курстарына йөрөгән, 1886 йылда ҡабул итеү туҡтаған ваҡытта, шуларҙан яҡынса 200 кеше барлыҡ имтихандарҙы тапшыра, ә 75-е дүрт йыллыҡ курсты тамамлай, ләкин сығарылыш имтихандарын бирә алмай.

1889 йылда курстар ваҡытлыса ябыла. 1906 йылда яңынан асылғас, ике бүлексә ойошторола: тарих-филология һәм физика-математика. 1907 йылда уларға медицина бүлексәһе (1908 йылда үҙ аллы белем биреү учреждениеһына үҙгәртелә) һәм юридик бүлексә ҡушыла. 1909 йылда иҡтисади- коммерция бүлеге асыла. Киев ҡатын-ҡыҙ курстарында уның уҡытыу дәрәжәһе университет дәрәжәһенә тура килгән кимәлдә ойошторолған. Киевтың юғары ҡатын-ҡыҙ курстарының педагогик персоналы Император Изге Владимир Университеты менән бәйле булған, һәм курстар программаһын төҙөгәндә, университеттағы пландар өлгө булып хеҙмәт иткән.[1]

 
Бинаның заманса төҫө

1911—1913 йылда архитектор А. В. Кобелев проекты буйынса Киев ҡатын-ҡыҙ юғары курстары өсөн яңы йорт төҙөлә. Хәҙер был Олесь Гончар урамы, 55-се йорт. Бина фронтонын фәндәрҙе ҡурсыусы, зирәклек, сәнғәт һәм һөнәрселек алиһәһе Афина Паллада башы биҙәй, . Беренсе донъя һуғышы сығыуға ҡарамаҫтан, 1914 йылдың сентябрендә дәрестәр башлана. 1915 йылда улар Һарытауға эвакуацияланалар, ә бина Көньяҡ Көнбайыш фронт комитетына һәм Бөтә Рәсәй Земство Союзына бирелә — бында яралылар өсөн дауахана һәм юнкерҙар мәктәбе урынлаштырыла[2]. Октябрь революцияһы революцияһынан һуң курстар элекке урындарына ҡайта һәм дәрестәр 1920 йылда Граждандар һуғышы ваҡытында ябылғансы дауам итә.

1920-се йылдарҙа элекке Киев ҡатын-ҡыҙ курстары бинаһы алдындағы майҙанға (ул ваҡытта — Ветеринария һәм Зоотехник институты) реконструкция башланған София майҙанынан суйындан эшләнгән фонтан күсереп ҡуйыла.[3] Әлеге ваҡытта был бинала Украинаның ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт хеҙмәте урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә